13.08.2011 Замандан бигерәк, замана сире бөлдөрә беҙҙе
Заман ауыр, тиергә яратабыҙ. Эшһеҙлек, эскелек, аҡсаһыҙлыҡ, сараһыҙлыҡ. Ыңҡ, һыңҡ. Шулай ҙа, ҡайһы берҙә саҡ ҡына үҙеңде йәлләмәй, аҙыраҡ ҡына тырышлыҡ һалғанда, проблемаларҙың күбеһе хәл ителеүен, ҡыйынлыҡ артынан еңеллек килеүен оноторға ярамай.
Йылайыр районының Йылайыр ауылында йәшәүсе Александр Николаевич Макаров менән районда эшҡыуарлыҡ, кәсепселек торошона бәйле мәғлүмәттәр эҙләп йөрөгәндә таныштым. Был кеше бер юлы һарығын да көтә, сусҡаһын да һимертә, умартасылыҡ, ағас эше менән дә шөғөлләнә, игенселекте лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Йәғни, барыһын да солғап алып, эшен таба, үҙен генә уйламай, тағы тиҫтәнән ашыу кешегә аҡса эшләргә булышлыҡ итә. Хужалығы буйлап алып йөрөп, тормош көтөү буйынса ҡыҫҡаса ғына «дәрес» биреп ташланы уңған хужа:
– Донъялар ҡыйрала башлағас, туғандарым ярҙамы менән үҙем эшләп йөрөгән урман эшкәртеү хужалығының етештереү базаһын ‒– тракторҙарын, биналарын һатып алдым. Бер бинаһында эдильбай тоҡомло һарыҡ үрсетәм, икенсеһендә сусҡа һимертәм. Һарыҡ бәрәстәрен тоҡомға һатам, ит өсөн һимертәм. Хужалығымда 15 кеше даими йә ваҡытлыса эшләй, уларға 9 – 10 мең һум эш хаҡы түләйем. Кешеләремә һүҙ тейҙерерлек түгел – эсмәгәндәре, эш яратҡандары ғына тороп ҡалды. Яйлап ағас эше менән дә шөғөлләнәм. Тик хәҙер урманда йүнле ағас бөтөп бара, шуға таҡта һатыу менән генә аҡса эшләп булмай. Былтырҙан бал ҡорттары өсөн умарталар эшләү менән шөғөлләнә башланым. Китапса булһын был тип, һыҙмалар буйынса ғына 200 умарта эшләнек. Район гәзитендә бер кешенең умарта һатыу хаҡында иғланын күреп ҡалып, ҡыҙыҡ өсөн шылтыратып ҡарарға булдым. Хаҡы – шуның сама, ҡарағай таҡтанан, яҡшы итеп эшләнгән, тип маҡтай һатыусыһы. Йәмғеһе нисә умарта, тип һораһам, берәү, тип яуапланы. Кеше бер генә умарта эшләп һатыуҙы ла кәсепкә иҫәпләй, миңә нимәһенән ҡурҡырға, тинем дә, гәзиттәргә иғлан бирҙем. Шылтыраталар, һорашалар. Күп тә үтмәй, Ырымбур өлкәһенән 150 умартаны килеп алып ҡайтып киттеләр, аҙыраҡ торғас, хәйбуллалар 30 умартаны һатып алды. Шулай итеп, бер йыл эсендә 250 умарта эшләп һаттыҡ. Бер умартаның хаҡы – 2800 һум, ҡышҡылыҡҡа берәү ҙә умартаһын тышта ҡышлатмай, баҙға ҡуйыуын иҫәпкә алып, 50 түгел, 40 миллиметр ҡалынлыҡтағы таҡтанан эшләйбеҙ. Ике корпуслы умарталарҙы ҡорт менән ныҡлап шөғөлләнеүселәр ихлас һатып ала. ҡорттар йәй һайын күс айыра, айырылып сыҡҡандарына яңы умарта кәрәк булып тора, һорау даими һаҡлана килә. Быйыл, етмәһә, Йылайыр районы умартасылары ассоциацияһына һайлап ҡуйҙылар. Был ойошмала мин район ҡортсоларын умарта менән тәьмин итеү менән шөғөлләнәм. Ике улымды ҡалаға ебәрҙем, кесеһе минең эштәрҙе алып барырға өйрәнә, тәжрибә туплай.
Үҙем был тырыш кеше менән әңгәмәләшеп торам, үҙемдең күҙ алдымдан элегерәк Баймаҡ районының бер ауылында йәшәгән таныш ағай китмәй. Һәләк оҫта, һәр эштең рәтен белгән был танышым эскелектең төбөнә төшкәйне. Күпме осратһаң да, бер ҙә генә һыр бирмәй, гел берәй яңылығын һөйләп, үҙенең бер ҙә генә юҡҡа сығып бармай, берәй файҙалы эш менән шөғөлләнеүен аңғарта торғайны. Бер күрһәң, был «тимерлек асып йөрөй», икенсе күрһәң, «макулатура йыйып, унан бәҙрәф ҡағыҙы эшләү менән шөғөлләнә»... Ошо һәләтле, әммә «быуынһыҙ» ағай, бер ай тирәһеләй «умарта эшләү менән шөғөлләнеп» йөрөй торғас, эскән баш менән үҙ-үҙенә ҡул һалып ҡуйҙы... Аҡыллы уйлағансы, тиҙәрме әле?..
Илшат ҡАНСУРИН.
Йылайыр районы.
Автор фотоһы.