RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Айыҡ тормош – алтын торош»

13.08.2011 «Айыҡ тормош – алтын торош»

Украинала йәшәүсе башҡорттар йәмғиәтен Башҡортостан ауыл-ҡалаларында айыҡ тормошта йәшәүгә ынтылыш булыуы бигерәк шатландыра. Беҙ 20 йылдан ашыу берләшеп, ҡатнашып йәшәйбеҙ. Төп маҡсатыбыҙ – ата-бабаларҙан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеү. Минең тыуған Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылында элек-электән тормош­ҡа айыҡ ҡараш менән йәшәүселәр күп. Араҡы ҡоло булып, эсергә һорап йөрөүселәр булманы тиерлек.
Кемдең түрендә араҡы хужа булып ала, унда тормоштоң бәрәкәте китә, кеше үҙ аллы була алмай. Бала саҡта бергә уйнап үҫкән дуҫым (ишле ғаиләнән ине) уҡып сығып, һәйбәт һөнәр алды, матур ғаилә ҡорҙо, ике балаһы донъяға килде. Шатланып ҡына йәшәр мәл еткәс, эсеүгә һабышып, үҙ тормошона төкөр­ҙө. ҡатыны, бындай ир кәрәкмәй, тип, уны ҡыуып сығарҙы, яҡын туғандары ла ярҙам ҡулы һуҙманы, дауаларға тырышманы. Ул Мәләүездә беренсе асарбаҡ булды. Йөрөй торғас, һаулығы бөтөп, урамда ятып үлде. Араҡының берәүгә лә яҡшылыҡ килтергәне юҡ. Беҙҙең Украинала йыш ҡына ҡунаҡҡа саҡырыу булһа ла, иң тәүҙә ҡымыҙ тәҡдим итәләр. Милли аштар бешереп, хәләл ризыҡ менән һыйлайҙар. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтар­ҙы сәйгә алыу йолаһы ла һаҡланып килә.
Беҙҙең яҡта эскелеккә ҡаршы ысын көрәште матбуғат аша башлап, аҡыллы кәңәштәр биреп, эсеү башҡорт йолаһы түгел, араҡы ҡоло булмайыҡ, тип тормошҡа айыҡ ҡараш менән йәшәргә саҡырҙы заманында «Октябрь юлы» гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Сулпан ағай Иманғолов. Яңыраҡ беҙ, ҡырымда йәшәүсе башҡорттар, Севастополь ҡалаһы янында һабантуй үткәрҙек. Халыҡ йырҙарын йырланыҡ, шиғырҙар һөйләнек, төрлө ярыштар, көрәш булды. Гармун һәм ҡурай моңон ишеттереп, бейешеп, ихлас күңел менән байрам иттек. Ике ҡаҙан былау бешереп, ҙур самауырҙа сәй ҡайнатып эстек, үҙебеҙҙе бәхетле итеп хис иттек. Бер осрашыу – үҙе ҙур бәхет.
Атаһынан күргән – уҡ юнған, ти башҡорт мәҡәле. Ғаилә башлығы, атай кеше әҙәпле булһа, уның балалары ла шул юлдан бара. Мул тормошта йәшәйем тигән кешегә барлыҡ шарттар булдырылған. Бер йыл Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев Өфөгә ҡунаҡҡа килгәнендә хайран ҡалыуын белдер­ҙе. Юғары мәҙәниәтле халыҡ йәшәй башҡорт илендә, тип, беҙҙә сәнғәт, спорт өлкәһендә һәм башҡа саралар үткәрелеүенә һоҡланып һөйләне.
Үҙемдең бала сағым үткән Йомағужа ҡасабаһын (Күгәрсен районы) ғына миҫалға килтергәндә, яңы дауахана, мәҙәниәт һарайы, балалар баҡсаһы, яңы мәктәп биналары, спорт үҙәге бар, ике сауҙа үҙәге, кирбес заводы һәм яңы мәсет һалынған. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, ең һыҙғанып эшләп, мал үрсетеп йәшәргә генә кәрәк халҡыбыҙға.
Башҡорт илендә айыҡ тормошта йәшәп, ата-бабаларҙан ҡалған изге ғәҙәттәрҙе дауам итергә, күпләп умарта тотоп, данлыҡлы башҡорт балын етештереп, кәсеп итергә һәм малсылыҡҡа йөҙ тоторға кәрәк милләттәштәремә. Ер илап ятмаһын. Ул – ата-бабаларыбыҙҙың, аҫаба башҡорттарҙың беҙгә ҡалдыр­ған изге мираҫы. Тоғро булайыҡ еребеҙгә һәм быуындарҙан килгән изге эштәргә.

Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Башҡорт йәмғиәте рәйесе.

Ялта ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»