11.09.2010 Мейе менән идара итеүсе Бәшмәк
Гарвард университетынан Дэвид Хьюз үҙенең коллегалары менән Biology Letters фәнни журналында Ophiocordycepsunijateralis бәшмәктәренең ағас кимереүсе ҡырмыҫҡалар менән мөнәсәбәттәре тураһында ҡот осҡос дөрөҫлөктө асып бирә. Бәшмәктәр ҡырмыҫҡаларҙың мускулдарында һәм мейеһендә үрсеп, уларҙы тулыһынса ҡоллоҡҡа төшөрә.
Үҙендә бәшмәк урынлашҡан ҡырмыҫҡа зомбиға әүерелеп, тыуған колонияһынан китә һәм берәҙәк тормош алып бара.
– Баҫып алған организм менән идара итеп, паразит уны үҙе өсөн уңайлы урындарға ебәрә. Сөнки бәшмәккә йәшәү һәм үҫеү өсөн айырым мөхит кәрәк. Уға ағас ҡайырыһы ла ярамай, тупраҡ та, ерҙәге япраҡтар ҙа. Ә паразитҡа үрсеү өсөн оптималь температура менән дым булған ерҙән 25 см бейеклектәге киңлек кәрәк. Бәшмәктәр ҡырмыҫҡаны шунда алып китә лә бәғерһеҙ рәүештә үлтерә.
Бәшмәктең ҡанһыҙлығына хайран ҡалырлыҡ, Голливуд блокбастерҙары менән фантастикаң ары торһон. Паразит ҡырмыҫҡаға япраҡтың аҫҡы өлөшөнә үрмәләргә һәм шунда ауыҙы менән йәбешеп ҡыбырламай ғына торорға ҡуша. ҡырмыҫҡа, ҡушҡандарын үтәп, ҡатып ҡалғас ҡына уны үлтерә. Һуңынан иһә үҙе бөжәктең башы аша үҫеп сыға. Бер генә ҡырмыҫҡаны үлтереү менән туҡтап ҡалмай ул, башҡа ҡорбандар эҙләп, һеркәләр менән тулы ҡабын һибә.
Тишеренеүселәр, бәшмәктәр 48 млн йыл инде ҡырмыҫҡаларҙы үҙҙәренә буйһондора, тип ышандыра. «Германияла табылған ошо күренеште һүрәтләгән ҡаҙылдыҡтар шул хаҡта һөйләй», – ти улар.
Билдәле булыуынса, бәшмәктәр ҡырмыҫҡаларға алколоид тип аталған химик матдәләрҙе бүлеп сығара. Әммә бөжәктәр менән тап ошо матдә арҡаһында идара итәләрме – быныһы билдәһеҙ. Зомбиҙар шул тиклем аңлы рәүештә хәрәкәт итә, быны химик матдәләрҙең мейегә йоғонтоһо тип кенә аңлатыуы ҡыйын. Алколоидтар ул буйһонған өсөн бүләк кенәлер, бәлки. «Бәшмәктәр ҡырмыҫҡаларҙы күпләп зарарлай, – ти Хьюз. – ҡайһы бер урындарҙа бер квадрат метрҙа ҡоллоҡҡа алып үлтерелгән 20 – 30 ҡырмыҫҡаны күрергә мөмкин». Әлегә тағы кемдәрҙең бәшмәктәрҙең ҡоллоғона эләгеүе билдәле түгел.
Ер шарында халыҡтың яртыһы менән
паразиттар идара итә
Кешеләрҙең башын күптән бәләкәй генә илбаҫарҙар баҫып алған. Токсоплазмалар иң киң таралған кеше паразиттарына инә. Улар менән планета халҡының 30 – 60 проценты зарарланған. Әммә әлегә тиклем медиктар был хаҡта бөтөнләй борсолмаған. Англия менән Чехияла үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе билдәле булмайынса тороп, токсоплазманы бөтөнләй зыянһыҙ тип иҫәпләгәндәр.
Паразиттың тормошо ҡыҙыҡ. Ул һәр һөтимәргә үтеп инә. Әммә үҙҙәре бесәйҙәрҙә генә үрсей. Йомортҡа һалалар һәм шунан таралалар. Һуңынан токсоплазма сысҡандарға күсә. Бесәй сысҡанды ашағандан һуң паразиттарға артабан үҫеү өсөн юл асыла.
Бесәйҙәрҙән кешеләр ҙә зарарлана. Дөрөҫ, токсоплазмаларҙың ныҡлап бешерелмәгән һыйыр, һарыҡ, сусҡа итенән дә кеше организмына күсеүе ихтимал. Кеше организмына килеп эләккәндән һуң паразит ҡанға үтеп инә һәм иммун системаһынан мейегә инеп йәшеренә. Тәү ҡарашҡа бер ниндәй зыяны ла юҡ кеүек. Әммә...
– Паразиттар кеше мейеһенең химик матдәләре менән бәйләнешкә инә, – тип ышандыра тикшеренеүселәрҙең береһе Ярослав Флегр. – Икенсе төрлө әйткәндә, кеше мейеһе менән идара итеү мөмкинлегенә эйә.
Токсоплазма менән зарарланған кешеләр менән үткәрелгән тәжрибә шуны күрһәтә: улар ҡалыплашҡан ҡағиҙәләрҙе боҙорға һәм аҡылһыҙ аҙымдар яһарға һәләтле. Өҫтәүенә, уларҙың күбеһенең хәрәкәттәре лә яй. Был иң беренсе сиратта водителдәр өсөн хәүефле.
Ғалимдар юл-транспорт фажиғәһендә ғәйепле булған 146 кешенең ҡанын тикшергән. Бөтәһендә лә тиерлек паразиттар булыуы асыҡланған.
Ни өсөн токсоплазмалар кешенең тәртибен үҙгәртә, тигән һорауға ғалимдар әлегә яуап бирә алмай. Ә бына сысҡандарға йоғонтоһо аңлашыла кеүек. Аҡылһыҙ кимереүселәр, паразиттарҙың бойороғо буйынса бесәйҙәрҙең еҫенән дә ҡурҡмай башлап, улар өсөн еңел табышҡа әүерелә. Ә токсоплазмаларға үрсеү өсөн тап шул кәрәк тә.
Шуныһы ғәжәп: токсоплазма менән зарарланған кешеләрҙең 70 проценты тиерлек бесәй аҫрай йә уны алырға хыяллана. Бындай һөйөүҙе уларға паразиттар һеңдермәйме икән?