RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сит ерҙәрҙәме тыуған ояһы?

30.07.2011 Сит ерҙәрҙәме тыуған ояһы?

Рәсәй менән Америка араһында уллыҡҡа алыуҙы көйләү буйынса килешеү төҙөлдө
Һуңғы 18 йылда Америка ҡушма Штаттарына Рәсәйҙән меңләгән бала уллыҡҡа тапшырылған. Аныҡ ҡына һандарҙы бер кем дә белмәй. Рәсми мәғлүмәттәр 60 мең бала тураһында һөйләй. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов әлеге күрһәткесте икегә ҡабат­лар­ға кәрәк тип һанай.
Йорт эштәрен башҡарыу йәки башҡа файҙа күреү өсөн сит балаларҙы алған кешеләрҙе һүрәтләгән Америка фильмдарын ҡарамаған кеше юҡтыр. Демократик ҡарашлы, кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса алдынғы һаналған был ҡеүәтле ил Рәсәй балаларын да күпләп уллыҡҡа ала. Әммә һуңғы ваҡытта тап американдарҙың беҙҙең ил сабыйҙарын үлтереүе, туҡмауы, йә булмаһа, ялҡып, самолетҡа ултыртып, кире оҙатыуы хаҡындағы хәбәр­ҙәр йыш ишетелә башланы.
Рәсәй балаларын яҡларға тейешле органдар хеҙмәткәрҙәре был хәлгә тыныс ҡына ҡарап тора алманы, хатта Америкаға бала биреүҙе туҡтатырға ла ниәтләнеләр. Ләкин был ҡәтғи ҡарар Рәсәй балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәләтле булған, улар­ҙы ысынлап та яратырға әҙер булған Америка ғаиләләренә ышаныс белдермәү булыр ине. Шуға ла 13 июлдә Рәсәй менән Америка ҡушма Штаттары уллыҡҡа алыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тура­һында ике яҡлы килешеү төҙөнө. Был килешеүгә РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән АҡШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон ҡул ҡуйҙы. Шуныһын күҙ уңында тоторға кәрәк: бында бер бала йәки ғаилә тураһында ғына һүҙ бармай, Америка сит илдән балаларҙы уллыҡҡа алыу буйынса иң әүҙем илдәрҙең береһе һанала. Улар иң күп баланы Эфиопиянан ала. Икенсе урында ҡытай килә. Ә инде Рәсәй өсөнсө урында булыуы менән шулай уҡ лидерҙар позицияһында.
Яңы килешеү буйынса, Америка кешеләре уллыҡҡа алған балалар бәлиғ булған­ға тиклем Рәсәй гражданы статусын һаҡлап ҡала. Тимәк, илебеҙ беҙҙең балаларҙың яҙмышына йоғонто яһау, кәрәк ваҡытта ярҙам итеү, үҙ һүҙен әйтеү хоҡуғына эйә. Балаларҙы тәүҙә алып, саҡ ҡына арыта, ялҡыта башлаһа, кире тапшырырға маташыусыларға ла уйла­ныр­ға тура киләсәк – сит илдән килеп, Рәсәй балаларын уллыҡҡа алған һәм һуңынан баланан баш тартҡан кешеләрҙән алимент түләтергә иҫәп тоталар.

Үҙебеҙгә кәрәкмәйме ни?

Мәҡәләне яҙа башлау менән башҡа: «Һуң, ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарҙы Рәсәй граждандары тәрбиәләй алмаймы ни?» – тигән уй килде. Алмай икән шул... Бына ни өсөн беҙҙең етемдәр күпләп сит илдәргә уллыҡҡа оҙатыла. Уларҙың һәр береһен насар яҙмыш көтмәй, әлбиттә, етеш тормошта, яҡшы тәрбиәләгән ата-әсәләр наҙына күмелгән сабыйҙар күпкә артығыраҡ. Әммә шулай ҙа үҙ илендә йылы урын тапмаған балалар өсөн күңел әрней, нисектер ҡыйын булып китә. Ни тиһәң дә, үҫешмәгән, ярлы илдә йәшәмәйбеҙ кеүек...
Һуңғы ун йыл эсендә сит ил граждандарына нисә баланың биреп ебәрелгәнен берәү ҙә әйтә алмай. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов билдәләүенсә, сит ил кешеләренә уллыҡҡа бала биреү процестарындағы күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙар арҡаһында Рәсәйҙән сығарылған һәр бала хаҡында мәғлүмәт юҡ. Хәҙер илебеҙ балаларын төп яҡлаусы вәғәҙә итте – халыҡ-ара уллыҡҡа алыу процесы бынан һуң тулыһынса яйға һалынасаҡ. Быға тиклем Рәсәйҙән сит илгә сығарылған һәр бала тураһында ентекле мәғлүмәт тупланасаҡ. Был юҫыҡта әүҙем эш башланған. Әлеге эш еренә еткерелгәндән һуң һәр баланың яҙмышын күҙәтеп барыу мөмкинлеге буласаҡ. Тимәк, балалар бәлиғ булғанға тиклем тыуған иленең күҙ уңынан ысҡынмаясаҡ.
Етем балаларҙы уллыҡҡа тапшырыу процесы еңел түгел. Уны көйләгән документтар 75 йыл һаҡланырға тейеш булһа ла, йыш ҡына ҡағыҙҙарҙы тиҙ арала юҡҡа сығаралар.
һәр бала хаҡында мәғлүмәт булмауы арҡаһында Рәсәй үҙ илендә тыуған сабыйҙарҙың артабанғы яҙмышын белә алмай. Ул сабыйҙар иҫән-һаумы, ниндәй шарттарҙа йәшәй икәнлеге сер булып ҡала бирә.
1996 йылдан башлап алын­ған мәғлүмәттәр буйынса, Америкаға уллыҡҡа бирелгән 14 Рәсәй балаһы яңы ата-әсәләре тарафынан үлтерелгән. Мәҫәлән, Вирджинияла йәшәүсе бер ир, беҙҙең илдән алынған сабыйҙы машинала онотоп ҡалдыр­ған, һәм бала эҫегә сыҙай алмай үлгән. Иң аптыратҡаны шул – суд ирҙе тулыһынса аҡлаған.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»