RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешеләргә ышаныусан сабый – яуызлыҡ ҡорбаны

05.07.2011 Кешеләргә ышаныусан сабый – яуызлыҡ ҡорбаны

Кешеләргә  ышаныусан сабый –  яуызлыҡ  ҡорбаны9 йәшлек Дарья Асееваны 23 йәшлек күршеһе үлтергән. Фотоһүрәттән бар донъяға йылмайып, һөйкөмлө генә ҡыҙ бала баға. Бала сағының иң матур осоронда тиҫтерҙәре менән бергә уҡыр, уйнар ваҡытында, яҡындарын ҡара ҡайғыға һалып, яуыз уйлы әҙәм ҡулынан һәләк булған ул.
29 майҙа Бла­говещен ҡалаһында кискеһен йорт ихатаһы алдынан юғалған 9 йәшлек Дарья Асееваны эҙләргә барыһы ла ҡушылды. Хоҡуҡ һәм тәртип һағында тороусыларға студенттар, мәктәп уҡыусылары ла ярҙамға килде. Әммә эҙләүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Полиция ЭЭМ институты курсанттарын, ЭЭМ-ның Профессиональ әҙерлек үҙәгендә белем алыу­сыларҙы йәлеп итеп, ҡайтанан элекке урындарҙан ҡыҙҙы эҙләүҙе дауам иткәс, ҡала зыяраты эргәһендә, үҙ өйөнән ярты саҡрым алыҫлыҡта Дарьяның мәйете табылды.
Дарья Асеева ниндәй шарттарҙа юғалған? Енәйәтсене нисек асыҡлай алғандар? БР буйынса Эске эштәр министрлығында үткән матбуғат конференцияһында хоҡуҡ һаҡсылары ҡыҙҙы эҙләү, енәйәтсенең эҙенә нисек төшөүҙәре тураһында һөйләне.
«ҡыҙҙы эҙләү ваҡытының оҙаҡҡа һуҙылыуы өләсәһенең ейәнсәренең аныҡ ҡына сәғәт нисәлә юғалыуы тураһында ентекле мәғлүмәт бирмәүе менән бәйле. Өҫтәүенә, ул Дарья юғалыу менән түгел, ә икенсе көнгә генә полицияға мөрәжәғәт итә», – тип һөйләй БР буйынса ЭЭМ-ның енәйәти эҙләү идаралығы начальнигы Владислав Горкавцев.
– Беҙ ҡыҙҙың телефон аша һөйләшеүҙәре буйынса киске сәғәт 8-ҙән һуң юғалыуын асыҡланыҡ. Сөнки Дарья һәр саҡ телефонын алып йөрөтә, әммә 8-ҙән һуң шылтыратыуҙарға яуап бирмәй.
Тәфтишселәр, полицияның енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре күп һорау алыуҙар үткәргәндән һуң, уларҙың шиге Дарьяның телефонынан йыйылған номер хужаһына төшә. Ағалы-ҡустылы 21 һәм 26 йәшлек егеттәрҙән һорау алыуҙар башлана. Күп төрлө ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр уларҙы буталсыҡҡа килтерә. Тәртип һаҡсыларының күҙ уңында Дарьяны һуңғы тапҡыр күреүсе егет тә табыла. Тәүҙә ул төрлө фараздар килтереп һөйләһә, аҙаҡ үҙенең ғәйебен танырға мәжбүр була. Сөнки был көндө Д. Асеева менән ул телефон аша бәйләнешкә инә. ҡыҙсыҡ 23 йәшлек А.-ның ҡатынының ҡыҙына «Тиҙ ярҙам» саҡырыр­ға ярҙам итә. Гел балалар менән ихлас аралашҡан иргә барыһы ла ылығып бара, ул үҙ кешегә әүерелә. Дарья урманға кеҫәрткеләр күрһәтергә алып барырға теләгән ағаһына ышанып эйәреп китә һәм енәйәтсе ҡорбанына әүерелә. ҡала зыяраты аша үтеп, кеше аяғы һирәк йөрөгән урынға еткәс, ҡыҙҙың эйелеүе була, А. уның ауыҙын ҡаплап, быуып үлтерә һәм көсләй. Енәйәтсе мәйетте ҡулдары менән тупраҡты тырнап, өйөп күмеп ҡуя һәм тыныс күңел менән ҡайтып китә.
Илгәҙәк, кешеләргә тиҙ ылығып барған, һәр кем менән ихлас аралаш­ҡан Дарья көн дә күреп, аралашып йөрөгән А.-ның ниндәй уй менән урманға алып барыуын күҙалламай ҙа. Йөрәгендә бер ниндәй ҙә насар уй йөрөтмәгән, бер ҡатлы, ышаныусан сабый аҡылы ололарҙың яуызлығын ниндәй күңел менән һиҙһен инде?!
23 йәшлек А. рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәй, әммә төрлө урындарҙа эшләп, үҙенә аҡса таба. Благовещенда балалы ҡатын менән йәшәй. Әрмәнстанда элиталы һаналған ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ирҙе, психик яҡтан тотороҡһоҙ, тип әйтергә бер ниндәй ҙә шик юҡ.
– Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны, ва­ҡиғалар­ҙы тулыһынса тәфсирләп һөйләп бирҙе. Үҙен тыныс тота, әммә ҡыҙҙы үлтереүенә ныҡ үкенә. Бала саҡтан үҙенә әсә һөйөүе етмәүе лә күңелендә ниндәйҙер тәрән яра ла ҡалдырғандыр. Уға балалар ышанған, А. балалар араһында үҙен тапҡан, – ти енәйәт ҡылыусының психологик портреты тураһында БР буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы тикшеренеүсеһе Фир­динант Фәттәхов.
Бөгөн А.-ға ҡарата көс ҡулланып көсләү, бәлиғ булмаған кешене үлтереү статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыл­ған.
ҡыҙ бала – үҙенең илгәҙәклегенең ҡорбаны. Мәктәптә үткән сараларҙың уртаһында ҡайнаған, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән Дарьяға, бәлки, оло­лар­ҙың да күҙәтеүе етмәгәндер. Сөнки ул олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән, әсәһе Өфөлә эшләп йөрөгән.
Атай-әсәйҙән рөхсәт алмайынса ситкә йөрөргә өйрәтһәләр, был үкенесле хәл, бәлки, булмаҫ та ине.

З. ЙӘҺҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»