RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙе – хөкөмдар, үҙе – язалаусы

05.07.2011 Үҙе – хөкөмдар, үҙе – язалаусы

Республиканың Б. районында була был хәл. Илнур исемле егет машина йөрөтөргә өйрәнгән ваҡытта, яңылыш олоғайған күршеләренең ҡапҡаһына бәрелеп, уны ауҙара. Тегеләрҙең ҡаланан ҡайтҡан улы шундуҡ «сдача» бирмәксе була һәм, егетте машинанан һөйрәп сығарып, туҡмай. Һөҙөмтәлә йәш кеше йән бирә, икенсеһенең дә яҙмышы түбәнгә тәгәрәй. Юҡтан ғына тиерлек килеп сыҡҡан ғауға бына шулай фажиғәле тамамлана. Ни өсөн улай һуң? ҡапҡа ауҙарған өсөн кеше ғүмере менән түләргә тейеш булып сыҡҡанмы? «Яза биреүсе» үҙен ғәҙелмен, тип әйтә аламы? Үҙе судья булып, үҙе яза биреп ҡәнәғәтлек алғандар бөгөн батыр кимәлендә тиерлек йөрөй. Самосуд, йәғни үҙ белдегең менән язалау (енәйәтсене йә енәйәттә шикле кешене дәүләт органы ҡыҫылышынан тыш хөкөм итеү) күренештәре киң таралыу ала. Һәр хәлдә үҙәк каналдар, баҫмалар ундай теманы яҡтыртыуҙа әүҙемлек күрһәтә.

Бурҙарҙы закондан тыш язалау борондан уҡ Рәсәй ауылдарында киң таралған. Староста етәкселегендәге йыйында сығарғандар хөкөмдө. Үрҙәрәк торған власть белмәй ҙә ҡалған. Зина ҡылыусыларҙы (йә ошо эштә шик аҫтында булыу­сыларҙы) нисек язалағандарын Мәжит Ғафуриҙың «ҡара йөҙҙәр» әҫәрендә күрергә мөмкин. Сихырсы, имселәр­ҙе лә аяп тормағандар. Рәсәйҙә самосудтар бигерәк тә 1917 йылғы февраль революцияһынан һуң күбәйгән. Полиция бөтөрөлгән, ә милиция ҡапыл үҫешкән енәйәтселекте тулыһынса контролгә алып өлгөрмәгән саҡта.
АҡШ-та иһә самосуд уның «ҡырағай көнбайышында» 1848 йылдарҙа «алтын биҙгәге» осоронда сәскә атҡан. Власть көсһөҙ булғанлыҡтан, старателдәр бурҙарға ҡаршы үҙҙәре хөкөм сығарырға мәжбүр булған. Яза улар булдырған «һаҡлыҡ комитеты» тарафынан бирелгән.
Замандың ҡара тәнлеләргә ирек килтергән бер мәлендә, ҡоллоҡтан ҡотолған негрҙар элекке хужаларынан үс алғанда, Ку-Клукс-Клан тигән йәшерен ойошма барлыҡҡа килгән. Уның ағзалары судһыҙ язаны иркен ҡулланған.
Тарих тарих менән, самосудтар­ҙың теркәлгәне һәм теркәлмәгәне лә күптер. Шулай ҙа бер осор ул һүҙ киң таралыштан төшөп ҡалғайны түгелме? Башҡа илдәрҙе белмәйем, әммә беҙҙә ул яңынан тергеҙелә, буғай. ҡасан булды һуң әле был төр хөкөм сығарыуҙың модаға инеп китеүе? Моғайын, 2004 йылда Виталий Калоев өлгө күрһәткәндер. Германия күгендәге авиаһәләкәттә Башҡортостан балалары ла һәләк булғайны. Бында Калоев ике балаһын, ҡатынын юғалта. ҡыҙыу ҡанлы Кавказ улы Швейцария диспетчеры Петер Нильсенды ғәйепле, тип табып, өйөнә килеп сәнсеп үлтерә. Уны һигеҙ йылға хөкөм итһәләр ҙә, ваҡытынан алда иреккә сығаралар. Рәсәйҙә Калоевты герой һымаҡ ҡаршы алалар. Сөнки ул үҙ ғаиләһе өсөн генә түгел, ә әллә күпме Ватан балаһы өсөн сит ил кешеһенән үс алды бит.
Бынан һуң күп кенә ваҡыт үтте, һыуҙар аҡты, тигәндәй. Бөгөн ошолай үҙ белдеге менән хөкөм итеүселәр йышайҙы. Был закондарҙың ғәҙел булмауын, язаның йомшаҡлығын күрһәтә түгелме? Бәлки, кешенең гөлт итеп тоҡанырға торған шырпы һымаҡ холоҡло була барыуындалыр. Артыҡ ҡыҙып китеүсәнлек, уйламай эшләү, баш-баштаҡлыҡ йәиһә иң ғәҙел хөкөмдө мин генә сығарам, тип уйлаумы?
Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарынан белеүебеҙсә, илдең теге йәки был төбәгендә табылып ҡына тора хөкөмдарҙар. Ана бит, Санкт-Петербургта ике водитель автомобиль урларға маташҡан кешене туҡмап ташлаған. Үтеп барған бер водитель иһә был яза биреүҙе видеоға төшөргән. Яҙманан күренеүенсә, ике ир иномарка ишеге янында ниҙер соҡонған (ишекте ватып йә тәҙрәне алырға теләгәндер, бәлки) славянға оҡшамаған йөҙлө берәүҙе күреп ҡалып, туҡмай башлай. Автомобиль туҡмаусыларҙың бе­реһенеке булғандыр.
2009 йылдың декабрендә Анатолий Маурин атлы милиция подполковнигы ҡар таҙартыусы машина водителенә атҡайны. Был ваҡиға тирәләй байтаҡ ҡына шау-шыу булып алды. Мауриндың йәнен нимә көйҙөргән һуң? ҡар таҙартыусы бит уның «Ниссан» автомобилен төкөтөп киткән. Шулай булғас, «ғәйепле» нисек язаһыҙ ҡалһын, ти! ҡар таҙартыусы шунда уҡ йән бирә, ә атыусы «батыр» ҡаса. Әммә тотола, уны алты йылға «тегендә» оҙаталар.
2008 йылда Мәскәүҙең көньяғында өс кешене тапатыусы иҫерек водителде һәләкәттең шаһиттары туҡмай. Милиция килеп еткәндә ул асфальтта һушын юғалтып ятҡан була.
Шул уҡ Мәскәүҙең үҙәгендә автомобилдән тапала яҙған егет уның водителенә ата башлай, ә тегеһе ҡурҡышынан тағы бер нисә автомобилгә бәрелә.
Баш ҡаланан алыҫ түгел Одинцовола милиционер урамда яланғас йөрөгән, етмәһә ҡанға буялып бөткән бер ирҙе автоматтан атып үлтерә. Тикшереү барышында шул асыҡлана: яланғас кеше үҙен-үҙе бысаҡ менән яралаған психик сирле булып сыға.
Мәскәү – Тула электричкаһында берәү әйберҙәре өҫтөндә йоҡлап киткән пассажирҙың күҙенә ата.
Ғөмүмән, Рәсәй юлдарында шуға оҡшаш күренештәр йыш осрай. Юл һәләкәттәренең байтағы үҙ-ара һуғыш, хатта атыш менән тамамлана. Самосуд иҫәбенә «Сапсан» поезын таш менән бәргеләүҙе лә, Химки хакимиәтенә һөжүм итеүҙе лә, Санкт-Петербургта милиция машиналарын түңкәреүҙе лә индерергә була. Быға әле күптән түгел генә үткән Мейәстәге «Торнадо» фестивале ваҡытында күмәк боларышты ла өҫтәйек. Сәбәпте ниҙән эҙләргә? Дәүләт хо­ҡуҡтар­ҙы яҡлауҙы, хәүеф­һеҙлекте етерлек кимәлдә тәьмин итә алмай, шуға ла кешеләр бер-береһен үҙҙәре хөкөм итә, тигән фекерҙә ҡайһы берәүҙәр. Бөтәһен дә власҡа япһарып та булмай. Әммә илдә тәртип ныҡлығы йылдан-йыл ҡаҡшай, кешенең иртәгәһе көнгә ышанысы кәмей, компромисс мәҙәниәте юҡлығы (конфликтта мотлаҡ еңеүсе булырға тейеш, «йә мин, йә ул» тигән принципты алға һөрөүселәр арабыҙҙа күп) үҙен һиҙҙерә. Астың асыуы яман. Ошонда был әйтемде лә ҡулланырға мөмкин. Иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек, насар ғәҙәттәрҙең «сәскә атыуы», идеологияның булмауы, граждандарҙың ҡайһы юлды һайларға белмәй аптыраныуы – былар­ҙың барыһы ла холоҡ-фиғелдә сағылыш таба. Һәм, рәхим ит, «ғәҙеллек бар ул донъяла» тип, үҙе хөкөм итеп, үҙе яза биреп йөрөүселәр арта ғына. Тәртип һаҡсыларының аҙым һайын таяҡ болғап йөрөүен күрмәмеш тә белмәмеш. Яңылыш ҡына кешенең юлын ҡыйыу ҙа ҡурҡыныс хәҙер. Кем һаҡлар ҙа, кем яҡлар?!

Айсын АҡБУЛАТОВА.

Судһыҙ яза биреү УЛ...

И. Р., рәссам:
– ҡурҡыныс күренеш. Был хаҡта мөмкин тиклем әҙерәк һөйләргә, әҙерәк уйларға кәрәктер. Бигерәк тә беҙҙең Рәсәйҙә. Сөнки бер нәмә тураһында күп һөйләй башлаһалар, ул эпидемия рәүешен ала ла китә. Мәҫәлән, әле ҡасан ғына илебеҙҙә наркомандар юҡ кимәлендә ине. Был турала мәғлүмәт бирә башлағайнылар, хәҙер, ана, нимә күрәбеҙ? Ә туҡтата алмайбыҙ.

Люциә ханым, эшҡыуар:
– Мин бөгөнгө замандың бер кире күренешенә лә аптырамайым. Ошо көнгә килеп еттек. Үҙ белдеге менән хөкөм итеүселәрҙең артыуы йәмғиәттең бер сирелер ул. Власҡа, ҡануниәткә кешеләрҙең ышанысы кәмеүен аңлаталыр, минеңсә. Әйткәндәй, «хөкөмдар»ҙар йыш ҡына ҡораллы була. Һуң, ҡорал йөрөтөүгә юл ҡуйылғас ни! Күп осраҡта милиция хеҙмәткәренең самосуд яһауын ишетәбеҙ. Пародокс түгелме ни ошо?!

Айрат ЗӘКИЕВ, юрист:
– Бындай осраҡтар булған, бар һәм буласаҡ. Власть минең ҡулда булһа, судһыҙ хөкөм ҡарары сығарыусы берәүҙе ныҡ ҡына «урынына ултыртыр» инем, өлгө өсөн. Был «эш»те киң мәғлүмәт саралары аша ил буйынса таратып, кем самосуд эшләй, уны ла ошондай яза көткәнен аңлатыр инем.
Ғөмүмән, беҙҙә теләһә ҡайһы енәйәт өсөн дә яза йомшаҡ һымаҡ. Шул хаҡта уйларға кәрәктер.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»