RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Наркотиктарға бирешмәйек!

25.06.2011 Наркотиктарға бирешмәйек!

Наркотиктарға бирешмәйек!БР Наркополицияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Константин Максимов хәбәр итеүенсә, Өфөлә сираттағы наркопритон юҡ ителгән.
Наркотик ҡулланған йәш әсәләр һәм ауырлы ҡатындар ҙа килеп «һыйынған» фатир баш ҡаланың Аврора урамындағы дезоморфин әҙерләү притоны булып сыға. Фатир хужаһы, 28 йәшлек ир белдереүенсә, ул әсәһе үлеп ҡалғас ҡайғынан наркотикка бирелә. Тотолған һигеҙ наркоман араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ була. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкән күренәләр. Береһенең дүрт айлыҡ ауыры бар, икәүһе − йәш әсә.
Притон хужаһына РФ Енәйәт кодексының 232-се статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Унда йөрөүселәр ҙә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Наркотик менән мауығыусыларҙың күбеһе марихуананан башлай. ҡурҡыныс бәйлелектән ҡотолорға теләүселәр йыш ҡына рәсми наркологияға бармай, шикле реабилитация үҙәктәренә мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә мутлашыусылар ҡорбанына әйләнә.
Әйткәндәй, йыл башынан алып республикала асыҡланған наркопритондарҙың һаны 56-ға етте. Уларҙың барыһы ла тиерлек дезоморфин эшләү өсөн ҡулайлашҡан.
Бына бит, ҡайһы бер йәштәр үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ҡыҙыҡлы, күңелле тормоштарының йәмен, тәмен белеп йәшәүен наркотиктарға алмаштыра. Был бик үкенесле һәм ҡыҙғаныс хәл. Йәшлек − иң матур, ҡәҙерле саҡ. Барлыҡ ҡаҙаныштар, үрҙәр, еңеүҙәр нәҡ ошо мәлдә булдырыла.
Түбәндәге миҫалға мөрәжәғәт иткәндә, наркотиктарҙы һайлаусы йәш әсәләргә һәм ауырлы ҡатындарға ҡарап, яҡты киләсәгебеҙ хаҡында уйланыуы ла ҡурҡыныс кеүек тойола. Киләсәк йәштәр ҡулында, тибеҙ. Ысын мәғәнәһендә тыуған илгә файҙалы шәхес булырға теләйбеҙ икән, үҙебеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртеү мөһим. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, киләсәк быуын өсөн яуаплы. Шуға ла имен, татыу ғаилә ҡороп, өмөтлө, ышаныслы балалар тәрбиәләү һәм үҫтереү − беҙҙең, йәштәрҙең бурысы. Был изге киләсәк, һис шикһеҙ, зиһенде томалаусы наркоманияға, спиртлы эсемлектәргә, тәмәкегә ҡаршы көрәш талап итә. Халыҡта «күмәкләгән − яу ҡайтарған», тиҙәр. Әгәр һәммәбеҙ ҙә ошо афәтте урап үтә икән, тимәк, яҡты киләсәккә өмөт бар, тигәнде аңлата. Наркотиктарға баш эймәйек, йәштәр!­

Эльмира ИШЕМОВА әҙерләне,
БДУ студенты.

Һандар һәм факттар

= Дөйөм алғанда, Европала наркотиктарҙан йыл һа­йын 7 меңдән 8 меңгә тиклем кеше һәләк була. Был статис­тикалағы үлем һаны СПИД, гепатит ауырыуҙарынан һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙан түгел, ә бары тик теге йәки был наркотикты ҡулланыуҙан тыуа. Һәләк булыусыларҙың күптәре − героин һәм башҡа төрлө опиаттар ҡулланыусы 20-нән 30 йәшкә тиклемге йәш ирҙәр.
= Наркотик бәйлелекте дауалау алымдары бихисап, әм­мә береһе лә 100 процентлыҡ һөҙөмтә бирмәй.
= Наркотик ҡулланыусыларҙың тик 5 − 7 проценты ғына бәйлелектән дауалана.
= Рәсәйҙә барлыҡ наркомандарҙың 20 проценты − уҡыу­сылар, 60 проценты − 30 йәшкә тиклемгеләр, 20 проценты − олораҡ йәштәрҙәгеләр.
= Һәр наркоман үҙенең артынан 13 − 15 кешене эйәртә.
= Иммунодифицит вирусы йөрөтөүселәрҙең 65 проценты − бер тапҡыр булһа ла наркотик ҡулланыусы.
= 2010 йылда Рәсәйҙең хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре законһыҙ әйләнештән 38 тонна наркотик матдә, шул иҫәптән 3,5 тонна героин тартып ала.
= Наркотик ҡулланыу мәленән алып наркоман ете йыл тирәһе йәшәй. Уның уртаса ғүмере 25 йыл тип иҫәпләнә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»