RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйгә «крокодил» эпидемияһы янай

25.06.2011 Рәсәйгә «крокодил» эпидемияһы янай

Был дата 1987 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан булдырыл­ған.
БМО мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 2,5 миллион наркоман һәм 5,1 миллион наркотик ҡулланыусы иҫәпләнә. Йылдан-йыл был күр­һәткесте кәметеү бу­йынса миллионлаған һумдар тотоноп, саралар күрергә маташһалар ҙа, һан әҙәймәй, ә киреһенсә, наркомандар «йәшәрә» бара. Бөгөн беҙ йәштәр араһында ғына ошо заман афәтенә бәйлелек артыуы хаҡында түгел, балалар наркоманлығы, уға өҫтәп, эскеселеге хаҡында ла һүҙ алып барабыҙ.
Рәсәй йыл һайын наркотик ҡулланған 100 меңдән ашыу кешеһен юғалта. 90-сы йылдарҙа власть халыҡты «наркотизациялау»ҙы үҙ ағышына ебәрһә, 2000 йылдарҙа ҡот осҡос тиҙ артҡан күрһәткестәрҙе кәметеү саралары күрә башлай. Нарко­тиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Наркотикка ҡаршы дәүләт комиссияһы, уларҙың төбәк бүлексәләре булдырыла. Нисек кенә үкенесле булмаһын, әлегә был заман афәтенә ҡаршы көрәш ҙур һөҙөмтә бирә алмай.

Беҙҙең илдә наркотиктарҙың яңы төрө – дезоморфин, икенсе төрлө әйткәндә «крокодил», таралғандан тарала бара. Сит ил матбуғаты ла Рәсәйҙең ошо наркотикты ҡулланыу эпидемия төҫөн алған берҙән-бер ил булыуын билдәләй. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылда «крокодил»ды бер нисә йөҙ меңдән алып миллионғаса кеше ҡулланған. Дезоморфиндың тәьҫире героиндыҡына оҡшаш, әммә, күпкә арзаныраҡ тора икән, уны хатта өй шарттарында ла әҙерләргә мөмкин. Төп компоненттарының береһе – дарыухананан рецептһыҙ алына торған ауыртыуҙы баҫыусы препарат. Наркотиктар әйләнешен контролләүсе федераль хеҙмәт быйыл беренсе майҙан уны ирекле һатыуҙы сикләргә тәҡдим иткәйне, ваҡытты ниңәлер беренсе ноябргә күсергәндәр. Йәштәр шуны белһен ине: был наркотикка бәйле кеше ике-өс йыл ғына йәшәй. Уның ауынан ҡотола алғандар ҙа реабилитация үҙәктәренән ғәрип булып сыға. Күптәренең телмәре, хәрәкәте боҙола, гангрена башланып, ҡул-аяҡтарын ҡырҡыу ихтыяжы тыуа. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә вафат булған наркомандарҙың яртыһынан күбеһе ошо «крокодил» ҡорбаны. Исеме ниңә шулай, тиһегеҙме? Сөнки укол урыны (энәне тәндең теләһә ҡайһы еренә ҡаҙай­ҙар) тиҙ арала йәшкелткә әйләнә, ҡан тамырҙары шартлап, туҡымалар үлгәс, тире крокодилдыҡы һымаҡ ҡы­тыршылана.
Дезоморфин 2002 йылдарҙа Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта барлыҡҡа килә. Дөйөм алғанда, ярлы төбәктәрҙең үҙенә шөғөл таба алмай ҡаңғырған йәштәр уға тиҙ ылыға.
Үкенескә күрә, Рәсәйҙә наркомандар һаны үҫә. Һуңғы биш йылда ғына был күрһәткес ун тапҡырға артҡан. Донъяла ҡулланылған героиндың биштән бер өлөшө беҙҙең илгә тура килә. Сит ил аналитиктары баһалауынса, Рәсәйҙә наркоманияға ҡаршы дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәһеҙ эш­ләй. Беҙҙә тыйыу саралары әүҙем индерелә лә ул, тик ниңәлер наркомандар кәмемәй. Ил башлығы Д. Медведев уларға мотлаҡ дауалау, ә наркодилер­ҙарҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртырға тәҡдим итте. Шулай уҡ уҡыусыларға һәм студенттарға мотлаҡ тест үтеү талабы ҡуйылды. Хоҡуҡ һаҡлаусылар был яңылыҡтарға скептиктарса ҡарай. Улар фекеренсә, тыйыуҙар наркомандарҙы яңы енәйәттәргә этәрәсәк, һөҙөмтәлә, төрмәләр тағы ла тулыланасаҡ. Иң мөһиме – кешенең ни өсөн наркоманлыҡҡа ылығыуын асыҡлап, иң таралған сәбәптәрҙе бөтөрөү сараһын күрергә. Был сәбәптәрҙең социаль-иҡтисади өлкәгә лә барып тоташыуы мөмкин. Шуныһы ла билдәле: Рәсәйҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы системаһына индерелгән реабилитация үҙәктәре һаны һаман бик әҙ.
Әйткәндәй, Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәттең БР идаралығы начальнигы Валерий Кокин «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдереүенсә, Рәсәйгә наркотиктар, башлыса, ситтән индерелә. Бында һүҙ Афғанстанда етештерелгән ағыулы матдә хаҡында бара. Был илдә донъя күләмендәге әфиүн һәм героиндың 90 проценты етештерелә. Афғанстандың төньяғында мәк баҫыуҙарын ҡырыу менән ҙур майҙандарҙа гашиш, марихуана кеүек наркотиктар плантациялары барлыҡҡа килгән. Унан Марокко аҙға ғына ҡалыша. Беҙҙең илгә Европанан да синтетик наркотиктар индерелә. Статистика шуны күрһәтә: илдең ҡайһы төбәгендә сит илдән наркотик индереү сылбыры өҙөлә, шунда урында үҫтерелгән сеймалдан, дарыуҙарҙан наркотик матдәләр яһау күрһәткестәре үҫешә башлай.

А. ЗИННУРОВА.

Үкенескә күрә, Рәсәйҙә наркомандар һаны үҫә. Һуңғы биш йылда ғына был күрһәткес ун тапҡырға артҡан. Донъяла ҡулланылған героиндың биштән бер өлөшө беҙҙең илгә тура килә. Сит ил аналитиктары баһалауынса, Рәсәйҙә наркоманияға ҡаршы дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәһеҙ эшләй. Беҙҙә тыйыу саралары әүҙем индерелә лә ул, тик ниңәлер наркомандар кәмемәй. Ил башлығы Д. Медведев уларға мотлаҡ дауалау, ә наркодилерҙар­ҙы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртырға тәҡдим итте. Шулай уҡ уҡыусыларға һәм студенттарға мотлаҡ тест үтеү талабы ҡуйылды. Хоҡуҡ һаҡлаусылар был яңылыҡтарға скептиктарса ҡарай. Улар фекеренсә, тыйыуҙар наркомандарҙы яңы енәйәттәргә этәрәсәк, һөҙөмтәлә, төрмәләр тағы ла тулыланасаҡ. Иң мөһиме – кешенең ни өсөн наркоманлыҡҡа ылығыуын асыҡлап, иң таралған сәбәптәрҙе бөтөрөү сараһын күрергә. Был сәбәптәрҙең социаль-иҡтисади өлкәгә лә барып тоташыуы мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»