18.06.2011 Минең ирем – миллионер!
Энергияларҙың урындары менән алмашыныуы һәр саҡ насар эҙемтәләргә килтерә. Ир-ат, хәҙер уның ир-бисә-әсәһе ашарға алып ҡайтыр, мейескә яғып ебәрер, тамағына әҙерләп ашатыр, тип диванда көтөп тик ятып, үҙендә ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттыра. Ә ҡатын-ҡыҙ ир-ат эше тураһында уйлап, дөрөҫөрәге, эшләп, үҙендә ир-ат энергияһын үҫтерә. Һөҙөмтәлә күңелдәре ҡата, асыуҙары ҡабара, үҙенең икенсе яртыһына ҡарата күрә алмаусанлыҡ тыуа һәм тормошона ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек арта. Үҙеңде ошо хәлгә алып барып еткерергә кәрәкме һуң?
Һәр ҡатын үҙ иренә нисектер йоғонто яһарға, «тәрбиәләргә», уны үҙенсә әүәләп алырға тырыша. Ә ир кеше, үҙ сиратында, ирек ярата, кемгәлер буйһонорға, «сепрәк» булырға теләмәй. Ике яҡҡа ла уңайлы, рәхәт булырлыҡ мөмкинлек тыуҙырыу, хөрмәт һәм мөхәббәт тигән нәмәне оҙаҡ йылдарға һаҡлап ҡалыу форсаты бармы икән?
Бының өсөн беҙ, әхирәттәр, үҙебеҙҙең нәфис зат булмышына кире ҡайтып, ысынлап та нәфислегебеҙ, нәзәкәтле-наҙлылығыбыҙ менән ирҙәребеҙҙең ирлек дәрәжәһен күтәрергә тырышайыҡ. Нисекме?
Әгәр ғаиләлә ир диванығыҙға ныҡлы «һеңгән», ә һеҙ үҙегеҙ эҫе, һыуыҡ тип тормай, ике эштә тир түгәһегеҙ икән, ниндәйҙер нәфислек, нәзәкәтлек тураһында һөйләргә мөмкинме?
– Ә нимә эшләргә ҡала? Нисек тә йәшәргә кәрәк бит! – тип аҡланырға тырышыр ҡатындар.
Әлбиттә, матурҡайҙар, йәшәргә кәрәк! Тик ниңә һуң «нисек тә»? Ярай, ятһын да, ти, ирегеҙ диванда. Бер көн ятыр, ике, өс... Һеҙ ҙә ятығыҙ. Эргәһенә. Һыуытҡыста яйлап ашамлыҡ та, һыраға аҡса ла бөттө, ти. Ә һеҙ ятыуығыҙҙы һаман дауам итегеҙ. Ниһайәт, ирегеҙҙең башына һеҙҙең уға әсәй түгеллегегеҙ барып етһен. Һеҙ уға – ҡатын. Эшләү һәм ғаиләһен аҫрау – уның бурысы.
Тик бында бер «әммә» бар! Һеҙ уның өсөн артын дивандан күтәреп, ҡанаттарын йәйеп, аҙыҡ артынан сығып китергә әҙер торорҙай ҡатынға әүерелергә тейешһегеҙ.
– Әгәр ул тормаһа? – тиерһегеҙ.
– Тәжрибә күрһәтә: ирҙәрҙең 70 проценты был осраҡта тора.
– Ә нисек итеп ундай ҡатынға әүерелергә?
Бына нәҡ ошо тәңгәлдә ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи булмышын, тәғәйенләнешен, эсендәге ҡатынды һәм, иң мөһиме, иреңә Ышанысты «тоҡандырып» ебәрергә кәрәк тә инде. Бының өсөн үҙеңде нәфис зат булараҡ яратырға кәрәк. Үҙеңә ғашиҡ булған ир күҙлегенән ҡарарға. Күҙҙәрегеҙгә ут-осҡон тоҡандырырға. Яурындарығыҙҙы яҙып ебәреп, йылмайырға ла, үҙ-үҙеңде үҙгәртергә тотонорға. Бигерәк тә эске донъяңды! Теләктәреңде, хыялдарыңды! Үҙеңдең эш аты түгел, ә нескә, нәзәкәтле генә йән эйәһе икәнеңде иҫкә төшөрөргә. Нисек итеп өйөгөҙ стенаһын штукатурлап бөтөп ҡуйыу йәки гипсокартондың ҡайҙа арзаныраҡҡа һатылыуы тураһында уйлауҙан туҡтарға. Уның урынына ҡайһы салонда прическаны яҡшыраҡ, ҡайһы массажисҡа сеансҡа яҙылыу тураһында уйларға.
Энергияларҙың урындары менән алмашыныуы һәр саҡ насар эҙемтәләргә килтерә. Ир-ат, хәҙер уның ир-бисә-әсәһе ашарға алып ҡайтыр, мейескә яғып ебәрер, тамағына әҙерләп ашатыр, тип диванда көтөп тик ятып, үҙендә ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттыра. Ә ҡатын-ҡыҙ ир-ат эше тураһында уйлап, дөрөҫөрәге, эшләп, үҙендә ир-ат энергияһын үҫтерә. Һөҙөмтәлә күңелдәре ҡата, асыуҙары ҡабара, үҙенең икенсе яртыһына ҡарата күрә алмаусанлыҡ тыуа һәм тормошона ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек арта. Үҙеңде ошо хәлгә алып барып еткерергә кәрәкме һуң?
Туйға тиклем ул бөтөнләйе менән башҡаса кеше ине, күҙҙәремдән күҙен ала алмай ине, йондоҙҙар бүләк итер ине, тип ирегеҙҙе аҡлауҙың кәрәге юҡ. Беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән үҙебеҙҙе иребеҙҙең әсәһенә әйләндергәнбеҙ. Бахырҡай, ас ултыралыр, үҙе ашарға әҙерләй йәки йылытып ашай алмай, тип көйәләнгән булабыҙ. Уны беҙ үҙебеҙ, ял ит, үҙем эшләрмен, тигән булып, диванға алып барып һалабыҙ ҙа, аҙаҡ мыжый башлайбыҙ. Уны беҙ диванға ваҡытлыса ғына алып барып һалғайныҡ, ә ул унда йәбешкән дә ҡуйған! Ни өсөнмө? Сөнки ул беҙҙе хәҙер ҡулда ғына күтәреп йөрөтөрлөк, яҡларлыҡ, иркәләрлек-наҙларлыҡ нескә, нәфис, нәзәкәтле зат тип ҡабул итмәй. Ул беҙгә үҙе лә барыһын да эшләй алырлыҡ, аҡса, бол табыусы итеп ҡарай.
Ул сағында беҙгә ир нимәгә кәрәк? Бына ул беҙҙең утын ярғаныбыҙҙы, мамонтты һуйғаныбыҙҙы... бер юлы уны төрлөсә һүккәнебеҙҙе тыңлап ята...
Күҙ алдына килтерәйек әле: әгәр ирҙәребеҙ беҙ бешергән ашты гел генә тәмһеҙ тип яманлаһа... Һөҙөмтәлә нимә килеп сығасаҡ? Һеҙҙең һаман да уның ашарына әҙерләүҙе дауам иткегеҙ килерме? Юҡ, әлбиттә! Ирҙәребеҙгә гел генә, һин – эшкә ашмаған, ғаиләңде лә аҫрай алмайһың, тип торһаҡ, нимә килеп сығасаҡ? Ысынлап та, бер ниндәй ҙә фәтүә сыҡмаясаҡ. Беҙ уны көслө, еңеүсе ысын ир итеп ихлас күңелдән ҡабул итергә тейешбеҙ – бына нимә! Беҙ уны шундай итеп күрергә тейешбеҙ! Унда Аллаһы Тәғәләнең бер өлөшөн күрергә тейешбеҙ! Әлбиттә, күптәргә был эш ҡыйын буласаҡ. Шунлыҡтан... «Минең иремдең тажы» тигән техника тәҡдим итәм:
Тынысланып, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. 10 – 20 тапҡыр тәрән итеп тын алығыҙ. Бар иғтибарығыҙҙы йөрәк чакраһына – күкрәк тәңгәленә йүнәлтегеҙ. Уны яҡты нур менән тултырығыҙ. Артабан иғтибарығыҙҙы аналығығыҙ тапҡырына туплағыҙ. Күк ҡабағынан һеҙгә көслө яҡтылыҡ ағымы килгәнен күҙ алдына килтерегеҙ. Һеҙ нур менән тула бараһығыҙ. Тын алған һайын нур бөтә тәнегеҙгә үтеп инә, тын сығарған һайын ул каналдарығыҙ аша кире сыға. Был күнегеүҙе 10 – 15 тапҡыр ҡабатлағыҙ...
Шунан һуң ирегеҙҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Уға ныҡ итеп текләп ҡарағыҙ... Һәм уға үҙегеҙҙәге бөтә нурҙы, һөйөүегеҙҙе, энергияғыҙҙы ебәрегеҙ... Беҙҙең ҡулда – батша тажы... Ирегеҙ янына әкрен генә килегеҙ ҙә, шул тажды уның башына кейҙерегеҙ һәм: «ҡәҙерлем, был тажды мин һиңә кейҙерәм. Бөгөндән башлап һин – Батша! Һин еңеүҙәргә әҙер! Һин – көслө һәм уңышлы ир! Һин – яратҡан ир һәм хәстәрлекле атай! Һинең кәйефең яҡшы һәм йәшәү теләгең көслө! Мин һине яратам!» – тиегеҙ.
Әйтелгән һүҙҙәрегеҙҙән уның күҙҙәренә ҡарағыҙ. Ул һеҙҙең алдығыҙға, бәлки, йылмайып, бәлки, бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә килеп баҫыр. Бәлки, матур костюм кейгәндер. Образды уға көсләп таҡмағыҙ – ул үҙе һайлаһын...
Уның образы күҙ алдына килеп баҫҡас, янына баҫығыҙ ҙа мөхәббәт ағымы аҫтында тороғоҙ, был ағымды көсәйткәндән көсәйтә барығыҙ... Ирегеҙ йәнәшәһендә нурығыҙҙы арттыра барығыҙ...
Тәрән итеп тын алығыҙ ҙа, яйлап ҡына күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ.
Ғәҙәттә, был техниканы көн дә ҡулланғанда бер аҙнанан һөҙөмтә бирәсәк. Иң тәүҙә был үҙгәрештәр беҙҙең үҙебеҙҙә, ҡатындарҙа, сағыласаҡ: иребеҙгә мыжыу туҡталасаҡ, түҙемлек, иребеҙгә һәм уның көсөнә ышаныс тойғоһо барлыҡҡа киләсәк. Һөҙөмтәлә ирҙәр ҙә күҙгә күренеп үҙгәрәсәк: үҙенә ышанып ҡараған ҡатынының бөтә өмөттәрен аҡларға тырышасаҡ. Янында ундай ҡатыны булғанда уға ҡанаттар үҫеп сығасаҡ.
Шуға күрә, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, иң тәүҙә үҙегеҙҙе, эске донъяғыҙҙы үҙгәртегеҙ, унда гармония һәм матурлыҡ, нур булдырығыҙ. Ул сағында ирегеҙ ысынлап та тау-таш аҡтарырға әҙер буласаҡ. Аристотель Онассис әйткәнсә, был донъяла ҡатын-ҡыҙ булмаған булһа, аҡсаның да бер ниндәй ҙә мәғәнәһе булмаған булыр ине!
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.