RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иҙелгә таянма, иргә ышанмамы?

18.06.2011 Иҙелгә таянма, иргә ышанмамы?

Иҙелгә таянма, иргә ышанмамы?Сибәғәт Рахманғоловтың «Йәш­лек»тең өс һанында рәттән баҫылып сыҡҡан «ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» тигән мәҡәләһе күңелдә ике төрлө уй-фекер уятты. Эйе, ундағы факттар нисек бар, шулай бирелгән. Тик... ул ирҙәр күҙлегенән генә сығып яҙылған. Өҫтәүенә, автор Себергә сығып киткән ирҙәрҙең өй-йортон, балаларын, мал-тыуарын ҡарап ҡалған ҡатындарына ҡарата ғәҙел булмаған һүҙҙәр ҙә ташлаған. Йәнәһе лә, бисара ир-ат, Себер тарафтарында көсөн-сәләмәтлеген исрафлап, аҡса таба, ә өйҙә ҡалған ҡатын-ҡыҙ ире тапҡан аҡсаға кәйеф-сафа ҡороу яғын ғына ҡарай. Тороп тор әле, брат, улай булып ҡуймағайы. Хәҙер мин һиңә Себергә сығып киткән көслө зат вәкилдәренең ҡатындарын аҡларлыҡ һәм яҡларлыҡ мең дәлил килтерәм, түҙеп кенә тор. Әлбиттә, мин берәй тәғәйен генә статистикаға таянып түгел, ә тормоштан алынған тиҫтәләгән һәм йөҙәрләгән миҫалға нигеҙләнеп яҙам. Сөнки тормош ул статистиканан да бирерәк − статистика барыбер тулы һәм ғәҙел мәғлүмәт килтерә алмай.
Мин республика райондарының береһенең үҙәгендә йәшәйем. Се­берҙә эшләгән ир-атты әллә ҡайҙан ситтән эҙләйһе түгел – йәнәш йәшәгән таныштарымдың әллә нисәүһе аҫыл ғүмеренең күберәк өлөшөн шул һыуыҡ яҡтарҙа үткәрҙе һәм үткәрә. Был «сибиряк»тар араһында ла төрлөләре бар: береһен − аҡ, икенсеһен ҡара тип кенә әйтеп булмай. «Аҡ» саҡтары ла, «ҡара» саҡтары ла бер тигеҙ киләлер, моғайын.
Бына Сәфәр тигән ир − иремдең класташы. Беҙ бер мәлдәрәк өйләнеп, балаларҙы ла бер мәлдәрәк тапҡан кешеләр. Сәфәр район ойошмаларының береһендә шофер булып эшләп йөрөй торғас, «оҙон аҡса» эшләп ҡайтыусы «сибиряк»тарға эйәреп, 80-се йылдарҙың уртаһында уҡ Төмән өлкәһенә сығып китте. Әлбиттә, бер-бер артлы үҫеп килгән өс малайҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит. Нефть быраулаусы һөнәрен үҙләштерҙе − уларҙың эш хаҡы байтаҡ.
Сәфәр бик сабыр кеше булып сыҡты. Вахтаһы тамамланыу менән ғаиләһенә ҡайтып төшә. Тир түгеп тапҡан аҡсаһын ул бер ҙә генә әләф-тәләф итмәне, һәр тинен донъяһын йүнәтеүгә, бөтәйтеүгә йүнәлтте. Вахталары араһында ағастан ҙур ғына өй һалып сыҡты. Икенсе йылына өйөн кирбес менән көпләне, гараж һалды, йорт-ҡураһын сынъяһау итеп ултыртып ҡуйҙы. Ул арала малайҙары буй еткерә башланы. Уҡыры − уҡып, армияла хеҙмәт итере − хеҙмәт итеп ҡайтып, үҙ ояларын ҡора башланы. Ояларын ҡорҙолар ҙа ул, ә бына улар­ҙы фатирлы итеү әлеге лә баяғы Сәфәрҙең иңенә ятты ла инде. Сөнки йәштәргә аяҡ баҫыр өсөн бик ауырға тура килгән заман килеп еткәйне. Бирешмәне Сәфәр, ике улына өй һалып, башҡа сығарҙы. Өсөнсөһөнә, әлбиттә, йорт һалып биреп өлгөрмәне − пенсияға сығып, үҙ ояһында төпләнде. Әле күмәк көс менән кинйәһен дә өйлө итмәкселәр.
Шуныһы һоҡланғыс: Сәфәрҙәрҙең ғаиләһендә ғүмер баҡый тыныслыҡ, һиллек булды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ситтән ҡарағанда һәр кешегә лә шулай тойолдо. Ә ысынбарлыҡта... Әллә Сәфәрҙең дә ауыр эш сменаһынан һуң быуын яҙып алыр өсөн шешәгә яҡынлашҡаны булманы, тиһегеҙме? Һәм нисек бит әле! Әммә уның ҡатыны, Сөйөмбикәһе, ныҡ булды. Теше араһынан ирен яманлаған, һуҡранған, зарланған бер һүҙ сығарһасы, исмаһам! Түҙҙе, барыһына ла түҙҙе, аңларға тырышты ул ирен. Эйе, ғаиләләрендә Сәфәр төп аҡса табыусы бит. Шулай булғас, ире ҡайһы саҡ яңылыш баҫып ҡуйһа ла, бер ҡасан да улдары алдында уның абруйын төшөрөп, әрләшеп, көрәшеп йөрөмәне. Сабыр ғына үҙ эшен башҡарыуын белде: ике һыйырын һауып, ағын көн дә эш итте; ваҡ малдарын, ҡош-ҡортон аҫраны; баҡса үҫтерҙе; атайҙары эштә саҡта малайҙарына күҙ-ҡолаҡ булды; бәлки, улдарының ҡара эшкә шәп булыуында ла тап Сөйөмбикәнең роле ҙурҙыр. Сөнки инде танауҙарына еҫ инеп килгән, алан-йолан ҡарай башлаған малайҙарҙы эш менән арбау, дәрестәрен ҡаратыу, тәртипкә күндереү ҙә күп көс-тырышлыҡ талап итә бит. Барыбер аҡыллы ҡатын булып сыҡты ул. Шул сабырлығы, алға ҡарап эш итә белеүе арҡаһында уның ире хәҙер иҫән-аман ҡайтып, үҙенең янында, ә балалары атайҙарын − атай, әсәйҙәрен әсәй тип белә, үҙҙәре лә балалар үҫтерә.
Ә Себер ҡатылығын да, аҡса тәмен дә үҙ елкәһендә татып белгән, ситтә эшләгән ирҙәрҙең аҙғынлығын да, аңһыҙлығын да күп күргән Сәфәр улдарының береһен дә йорт-ерҙәренән ситкә ебәреү яғында түгел. Елкә булһа, тыуған ереңдә лә аҡса табырға, бына тигән итеп йәшәргә була, ти ул. Һәм уның Себергә китеүгә ҡаршы төп дәлиле − ирҙәр ситтә ғаиләһенән тиҙ һыуына. Әҙ күрҙеме ни ул ике яҡлы тормош алып барған хеҙмәттәштәрен? Себергә барһа − бер ғаилә, өйгә ҡайтһа − үҙ ғаиләһе. Бына шунан яна ла инде ир уҙаманы ике усаҡ араһында. Бындай хәлдең дә бер мәл ахыры була бит.
Тағы ла бер таныштарымдың ғаиләһенең шул Себер арҡаһында күҙ алдында селпәрәмә килеүе һағышлы. Сәфәрҙән 10 − 15 йәшкә йәшерәк Рафаэль дә, ике улы менән ҡатынын ҡалдырып, Себер яғына юлланды. Ул һөнәрен алмаштырып торманы − шоферлыҡ эшен дауам итте. Тик Уренгойҙа ул газ торбаларын ташыу­сы, аҙаҡ Себер төпкөлөнә яғыу­лыҡ ташыусы ҙур машинаға ултырҙы. Сатнама һыуыҡтарҙа, бурандар­ҙа юлһыҙ ҡалып, машинаһы кабинаһында һы­уыҡтың елегенә үткән, тештәре тешкә теймәгән саҡтары әҙ булманы уның. Һөйлә­һәң дә кеше ышанмаҫлыҡ хәлдәргә тарығанын иҫләге лә килмәй. Шул пенсияға сыҡҡансы тип түҙергә тырышты йәш ир.
Рафаэль дә яйлап донъяһын бөтәйтте. Өй һалып сыҡтылар, улдарының береһенә булыр, тип икенсе өй һала башланылар. Тапҡан боло донъяһын нығытыуға ғына түгел, Һаҡлыҡ банкыһында йыйып барыр­ға ла етте. Кеше бөгөнгө менән генә йәшәмәй бит − киләсәк тураһында ла уйлай. Бигерәк тә заманалар үҙгәреп киткәс, малайҙар­ҙы уҡытыу тураһында алдан хәстәрләргә кәрәк бит.
Тәүҙә Рафаэль менән Нурияның тормошо һин дә мин барған кеүек булды. ҡатын ирен түҙемһеҙләнеп көтөп алыр ине. Яҙ булһа, Рафаэль ҡайтҡансы эштәрҙе бөтөрөп ҡуяйым, тип, ҡатын баҡсаһын гөлгә күмеп, йәшелсә-емешен сәсеп, картуфын да ултыртып ҡуйыр ине. Көҙ етә башлаһа, һыуыҡ яҡҡа китергә йыйынған иренең сәләмәтлеген хәстәрләп, ойоҡ-бейәләйҙәрен дә әҙерләне. Тик...
Ана шул «тик». Эскелек яғына теҙ­ген­һеҙерәк Рафаэль, ҡәҙимге аҡса табыуын күтәрә алмай, ғаиләһенә ҡайтып төшөүенең тәүге сәғәттәренән үк магазин юлын тапай башлар булып китте. Тәүге йылдарында бер аҙна тирәһе өйҙә генә ятып эсеп, ҡалған ваҡытын шәхси хужалығында өйөлөп киткән, ирҙәр ҡулы талап иткән бихисап эшкә бағышлар ине. Нурия быға түҙҙе, сөнки эшләмәйенсә эсергә яратҡан ир менән йәшәгәнсе эскәнерәк, әммә ҙур аҡса алып ҡайтҡан ир яҡшыраҡ бит. Рафаэль берәй ваҡыт аҡылына килер, уйланыр, эсеүен ташлар, тип уйланы. Икенсе яҡтан, иренең ниндәй ауыр шарттарҙа эшләүен, йәшәүен һөйләгәндәре бәғерен әрнетте. Ярай, исмаһам, өйҙә рәхәтләнһен, тип, ирен үҙ яйына ҡуйҙы. Тик Рафаэлдең вахтанан һуңғы «һүлпәнләнеү» осоро тора-бара оҙағыраҡҡа һуҙыла башланы. Һәм, ахыр килеп, эскелек осоро ял иткән бөтөн бер айына әйләнде лә ҡуйҙы. Әрләшеп тә ҡараны Нурия, аңлашып та ҡараны. Хатта, айырылам, тип ҡурҡытырға ла маташты. Тик ысҡынды шул Рафаэль бәйҙән. Бөтөнләйгә ысҡынды. Инде юлдан уҡ лаяҡыл ҡайтып инер булып китте. Иртәгәһен айныр ҙа, ғаиләһе менән матурлап, көлөшөп ултырып тамаҡтарына ашарҙар, ял итерҙәр, тип көттө Нурия. Был көтөү-өмөттәр селпәрәмә килгән саҡтарҙа ла ҡатын һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырышты. Иренә үҙенсә һылтаныуҙар, аҡланыу­ҙар табып маташты. Һәм сабырлығы шунда өҙөлдө − ире үҫеп килгән ма­лай­ҙарының күҙ алдында урамда, ҡапҡа төптәрендә аунап ята башланы. Тәүҙә һөйрәп тигәндәй өйөнә алып ҡайтып һалыр ине, ә аҙаҡ... ҡул һелтәне.
Был хәл бер йыл тигәндәй ҡабатланды. Һәм Рафаэль бынан дүрт-биш йыл элек Себер тип сығып китеп, кире әйләнеп ҡайтманы. Әле ғаиләһе уның үлеме, тереме икәнен дә белмәй ҡаңғыра. Эҙләп тә ҡаранылар, әммә уны күреүсе лә, белеүсе лә юҡ. Һыуға төшөп юғалғандай булды әзмәүерҙәй, йәп-йәш, һылыу ир. Имеш, Себерҙә икенсе ҡатын менән йәшәп ята икән, тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй йөрөүен...
ҡалған кеше ни, йәшәй инде ул. Инде улдары мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөй. ҡатын бахыр ни, үҙенән өҙөп булһа ла малайҙарын уҡытырға, кеше итергә тырыша. Эҙһеҙ-хәбәрһеҙ юғалған атай­ҙарынан, исмаһам, пенсия юллап булһасы: үлгән тигән хәбәре булмағас, шул хәйерсе тиндәрен дә ала алманылар.
Хәйер, беҙҙән Себер тип сығып китеп, юҡ булған ирҙәрҙе һанай китһәң, байтаҡ килеп сыға. ҡатындары ни, уларҙы табыуҙарына һаман өмөттәрен өҙмәй көтә, балаларын үҫтерә, донъя баға. Эшенә лә йүгерә, өйөндә лә өлгөрә. Эскегә лә һабышмай, балаларын да ташлап китмәй.
Бына шулай, Сибәғәт дуҫ! Бер-ике генә кире күренеште дөйөмләштереп, бөтөн ҡатын-ҡыҙҙы яманлау килешеп еткән эш түгел. Иң тәүҙә үҙегеҙҙең, йәғни ирҙәрҙең, ҡырын эштәрен барлап ҡарағыҙ. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ирем, балаларым, ғаиләм, тип тырышып ятабыҙ. Ә ғаиләнең, шул иҫәптән ир тигән заттың бәхетле булыуы нәҡ һеҙҙең үҙегеҙгә, көслө затҡа, бәйле икәнлеген онотмағыҙ.

Нәфисә ЕТЕГӘНОВА.

(«ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә», «Йәшлек», №31,33,37,39, 2011 йыл)










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»