RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

04.06.2011 Йәшәү көсө

ҡасимды, бөгөн дә йоҡо алманы. Ул, көндәгесә, әйләнә лә тулғана, йәнен ниҙер өйкәй, тәрән уйҙарҙан сыға алмай. Уның төштәренән нишләптер әсәһе китмәй башланы. Был осорҙа үҙе лә ниңәлер ғәзиз кешеһен йыш хәтерләй. Бәлки, шуғалыр ҙа уйлағаны төшөнә инәлер.
Хәтерләмәҫлекме ни? Бер көндө эштән ҡайтышлай тап булған күренештән ныҡ ҡына тетрәнгәйне ул. Бынау ҡыҙыу эш ваҡытында, сәсеү барған мәлдә, ике-өс ҡатын иҫереп алған да, урам буйлап ауа-түнә китеп баралар. Әллә уларҙы хөкүмәтебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар тураһындағы хәстәрлеге боҙамы?
ҡасим тормоштоң йәмен ебәреүселәрҙе күреп, ныҡ ҡына борсолдо. Бына әле шундай уйҙарҙан арына алмай ыҙалана. Әсәйем әле иҫән булһа, белер ине йәшәүҙең ҡәҙерен, тип уфтана.
Бына әле лә Миңһылыу апай улының күҙ алдында тора. Ул ныҡ булыуы һәм кәүҙәһе менән генә ирҙәргә оҡшап ҡалмағайны, ә ҡыланышы, холҡо, йөҙө, хатта тауышы ла ирҙәргә хас ине. Тәмәкене лә борҡотто. Шуға күрә сит кешеләр уның ҡатынмы, ирме икәнлеген айыра алмай торғайны. Быны Миңһылыу апай үҙе лә яҡшы аңланы. Шуның өсөн һөйләшкәндә ирҙәр телмәрендә була торған һүҙҙәрҙе лә ҡушып ебәрҙе. Өҫтәүенә, бик шаян да булды. Ғүмере буйы ирҙәр эшен башҡарҙы.
Миңһылыу апай ат менән тракторға яғыулыҡ ташый ине. Шулай көндөҙгө ваҡытын колхоз эшендә уҙғара ла, төндә урманға бүрәнә ҡырҡырға китә. Уларҙы тейәп, Стәрлегә алып барып һата. Барлы-юҡлы бүрәнә аҡсаһына бер аҙ ашамлыҡ һатып ала ла, өйөндә ҡалған ике балаһын ашата һалып, тағы эшкә китә.
Заманалар бик ауыр булған бит. Шул ваҡыт менән хәҙергеһен сағыштырып ҡарап, бик шөкөр итеп, рәхәтләнеп йәшәргә ине лә һуң… ҡасим, өшөгәндәй, ҡалтырап ҡуя. Әсәһе нисек арымағандыр ҙа, нисек түҙгәндер ауырлыҡҡа?
Уларҙың бер ваҡытта ла әсәләренең ҡайғырып ултырғанын күргәне булманы. Балаларын үҫтереп кеше итеү өсөн Миңһылыу апай күп көс һалды. Хәҙер улар ауылдың данлыҡлы эшселәре. Тик әсәһе генә быларҙы күрә алманы. Ауыр эш, яғыулыҡ тулы мискәләрҙе әҙ күтәрмәне, өҙлөгөүҙәренә шул сәбәпсе булғандыр инде – бик иртә донъя ҡуйҙы.
Шулай үткәндәрҙе уйлап ята торғас, ҡасимдың иҫенә әсәһенең үҙенең ауыҙынан ишеткән бер ваҡиға килеп төштө.
Миңһылыуҙың, әлеге лә баяғы, яғыу­лыҡ ташыған сағы. Ғә­ҙәттәгесә, эштән һуң бүрәнәләр ҡырҡып тейәй ҙә китә был Стәрле баҙарына. Бүрәнәләрҙе һатып, аҙыҡ-маҙар ала һала ла, әйберҙәрен төйнәп, ҡайтыр юлға әҙерләнә башлай. Шул ваҡыт әллә ҡайҙан хәрби кейемдә ике кеше килеп сыҡҡан да, быны аты-ние менән алған да киткән. Тартҡылаша-талаша хәрби комис­сариат­ҡа килеп инә былар. Шунан һуң Миңһылыу апайҙан бер комиссар һорау ала башлаған:
− Ниңә һин урам буйлап, ваҡытты бушҡа уҙғарып йөрөйһөң, һуғышҡа бармай ҡасып ҡалдыңмы?..
Миңһылыу эштең ниҙә икәнен аңлап ала һәм, быларҙы ҡыҙыҡ итәйем әле, тип уйлап ҡуя. Комиссарҙар һуғышҡа бармай ҡасып ҡалған һау-сәләмәт ир-атты тотоп алып, һуғышҡа оҙатып йөрөй икән.
− Нишләп мин һуғыштан ҡасып ҡалайым, ти. Һуғышта булдымсы, ҡулым яраланып ҡайттым, – тигән Миңһылыу.
Уның, ысынлап та, һул ҡулы бүрәнәгә баҫылып һынып, ҡыйыш уңалғайны.
− Ә быны нимә менән иҫбатлай алаһығыҙ? Справкағыҙ ҡайҙа? − тип һораған комиссар тағы ла ҡатыраҡ итеп. Шуны ғына көтөп ултырған Миңһылыу иҙеүҙәрен ысҡындырып, күкрәген сығарған да күрһәткән. Комис­сариатта ултыр­ғандар оялыуҙарынан нимә эшләргә белмәгән.
– Ниңә уны бая уҡ аңлатманың һуң? – тип ҡайтарып ебәргәндәр. Ул быны һуңынан оҙаҡ итеп һөйләп, кешеләрҙе көлдөрөп йөрөр булған.
Ошо шаянлығы арҡаһында ниндәй генә мажараларға тарымаған да ниндәй генә ауыр хәлдәргә юлыҡмаған ул. Ләкин көр күңеллелеге менән һәр ваҡыт ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан.
«Был бәхетле тормошта әсәйемдең дә роле ҙур. Рәхмәт уға. Ауыр тупрағы еңел булһын!..»
ҡасим йоҡо аралаш йылмая ине.

Ишмөхәмәт БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Ишембай районы,
ҡанаҡай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»