RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..

04.06.2011 Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..

Яраттырҙың,
Үҙең яратманың,
Ниңә яратманың, аңлатманың.
Тормош юлдарында юлдаш итеп
Башҡа берәү менән атланың.
Үкенмәйек, ғәфү ҙә үтенмәйек,
Беҙ яттарбыҙ хәҙер, ситтәрбеҙ,
Үткәндәрҙән бергә килгәнбеҙ ҙә,
Киләсәккә айырым киткәнбеҙ.
Йыраҡ киткәнбеҙ,
Һинең дә, минең дә – үҙ
тормошом,
Һинең дә, минең дә –
үҙ ҡыуышым.

Үткәндәрҙә ҡалһын барыһы!..Әнғәм Атнабаевтың ошо шиғ­ри юлдары тап беҙгә атап яҙыл­ған кеүек... Нисә йылдан һуң, инде ғүмер көҙөнә аяҡ баҫҡас, ҡабат осраштыҡ. Был осрашыуҙы мин оҙаҡ көттөм. Күңе­лемдә әрнеү йәшәһә лә, һиңә булған хистәрем элеккесә саф килеш ҡалған, бер ҙә һүрелмәгән. Сәстәргә сал ҡунһа ла, йө­рәктә йәшлек мөхәббәте матур кисереш булып һаҡлана икән. Бергә була алмауыбыҙға ғүмер буйы үкенеп йәшәнем. Сөнки һин өйләнгәс, ауыр уйҙарға бирелеп йөрөгәндән һуң миңә дуҫ­лыҡ тәҡдим иткән, үҙем яҡ­шылап та белмәгән бер урыҫ еге­тенә, уйлап та тормай, ке­йәүгә сыҡтым. Ләкин уйҙарыбыҙ берекмәне, уны ярата алманым. Балабыҙға бер йәш тулыу менән айырылып ҡайтып киттем. ҡа­баттан тормош ҡорманым, эш, бала менән үҙемде йыуаттым. Эшкә талапсан булғас, етәксе урындарҙа юғары вазифаларҙа эшләнем. Эштән бәхетем булды, ә шәхси тормошом – тотош уңышһыҙлыҡ ине. Эстән ут йотһам да, кешеләр алдында һыр бирмәнем. Күҙ атыусылар булманы түгел, булды, уларҙы күңелем тиңһенмәне.
Барыһын ла һинең менән сағыштырып ҡарай инем, һиңә оҡшаған берәйһе осрар тип көттөм, буш хыялдар менән үҙемде өмөтләндереп йәшәнем. Артыма әйләнеп ҡараһам, ғүмер үткән дә киткән икән...
Кешенең яҙмышы маңлайына яҙылып ҡуйыла, тиҙәр. Ваҡыт һынауҙары менән был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инана барам. Кем нисек уйлайҙыр, яҙмышымды үҙем теләгәнсә үҙгәртә алманым.

Барыһын ла һинең менән сағыштырып ҡарай инем, һиңә оҡшаған берәй­һе осрар тип көттөм, буш хыялдар менән үҙемде өмөтләндереп йәшәнем. Артыма әйләнеп ҡараһам, ғүмер үткән дә киткән икән...


Эш, эш тип йөрөп, хатта балама ла тейешле тәрбиә бирә алмағанмын икән.
Һинең менән бергә булһаҡ, тормошом, бәлки, икенсерәк булыр ине. Һин мине ташларһың тип уйыма ла килтермәй инем бит... Артығыраҡҡа өмөтләнгәнмен, мине, буласаҡ кәләшем, тип яҡындарың, туғандарың менән таныштырып йөрөһәң дә, буласаҡ йәрең итеп икенсе берәүҙе һайланың.
«Бәхетлеһеңме?» – тип һора­ма­йым. Сөнки беләм: ул ҡыҙ менән тормошоң килеп сыҡмаған.
Беҙҙең быйыл юбилейҙар – 60 йәшебеҙ. Мөхәббәт төшөнсәһен икенсерәк ҡабул итер йәштәбеҙ. Тормоштоң ел-да­уылдары аҙ һынамаған, ауырлыҡтар сыныҡтырған, аҡыл тупларға мөмкинлек биргән.
Бөгөнгө көтөлмәгән осрашыу шулай ҙа йәшлек хистәремде тағы яңыртты. Ошо һөйләшеүҙән һуң һинең дә мине, йәшлек мөхәббәтеңде, һағынып, зарығып йәшәүеңде аңланым.
Тик юлдарыбыҙ күптән айырылған, ваҡыт тигән аяуһыҙ төшөнсә бер йылғаның ике ярын тоташтырыр күперҙәрҙе күптән емергән инде...
Үткәндәрҙә ҡалһын өмөттәр, матур кисерештәр, бәхетле мәлдәр...

Әлиә.
Асҡын районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»