04.06.2011 Ир бирмәк – йән бирмәк
Күңелемдәге борсолоуҙарҙы, ауыр уйҙарымды йәшереп йөрөүҙән шул тиклем арыным. ҡайнар күҙ йәштәремә тик ҡараңғы төн генә шаһит.
Ситтән ҡарағанда, мин бик бәхетле ҡатын. Тормош иптәшем мохтажлыҡ күрһәтмәй, донъябыҙ етеш. ҡаланан ситтә ҙур коттеджда донъя көтәбеҙ, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ирем өйгә бар нәмәне алып ҡайта, теге йәки был проблеманы хәл итеүгә мин бөтөнләй ҡыҫылмайым, быны гел ул башҡара. Дорфараҡ холҡон иҫәпкә алмағанда, эсеү, тартыу кеүек насар ғәҙәттәре булмаған бына тигән хәстәрлекле ғаилә башлығы ул.
Иремде тоғро тормош иптәше тип һанап йөрөһәм, яңыраҡ уның һөйәркәһе барлығын белдем. Күптән ул ҡыҙ менән йөрөгән булған икән. Беҙ, ҡатындар, бигерәк бер ҡатлыбыҙ шул. Эштән һуңлап ҡайтыуына, эш булып тотҡарландым, өйгә ҡайтмағанда, командировкаламын, тигән һүҙҙәренә ышанып йөрөгән булам бит әле. Уның миңә хыянат итеүе уйыма ла инеп сыҡмай ине. Нимә этәрҙе икән уны был юлға? Ирем икенсе бала табыуымды көттө. Әммә миңә табиптар икенсегә бала табырға ҡушмай. Бер нисек тә тормош иптәшемә вариҫ таба алмайым. Ә ул малай көтә. Был – уның бойомға ашмаҫтай хыялы. Әллә шуның өсөн дә ситкә йөрөнөмө икән, тип тә уйлап ҡуям. Ике ут араһында янам. Иремдең был хыянатын нисек фашларға ла белмәйем. Уның был ҡылығын белмәмешкә һалышып, артабан шулай бәхетле күренеп йәшәргәме, әллә бөтәһен дә уртаға һалып һөйләшергәме? Беҙҙе ташлап китер, тип тә ҡурҡам. Унһыҙ беҙ нисек йәшәрбеҙ? ҡыҙым менән уға ғына күҙ төбәп торабыҙ. Мин бит уны яратам. Ир бирмәк – йән бирмәк. Ниңә теге ҡыҙға, кеше ғаиләһен боҙоп, сит ир менән буталырға? Егеттәр, яңғыҙ ирҙәр бөткәнме? Иремдең хыянатына һис тә ышанғы килмәй. «Мин ул ҡатынды яратам, шуға сығып китәм», – тигән һүҙҙәрҙе ишетеүҙән ҡурҡам.
Йөрәгемдең һыҡрауҙарын һис бер кемгә әйткем килмәй, күҙ йәштәремде эсемә йотам, һыр бирмәйем. Әммә борсолоуҙарыңды ете йоҙаҡ артына йәшереүҙән дә ауыр нәмә юҡтыр ул. Серҙәрем менән кем менәндер уртаҡлашҡы, уларҙың кәңәшен дә тыңлағы килә. Миңә нимә эшләргә инде? Кеше ирен аҙҙырған ул ҡыҙ үҙенең урынына мине ҡуйып ҡараһын ине.
Донъя – ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тигән халыҡ әйтеме лә бар. «Кеше бәхете менән, уның рәнйешен алып, бер нисек тә бәхетле булмайҙар, һеңлем», – тип әйтке килә иремдең һөйәркәһенә. Аңлайым, һәр кешенең бәхетле булырға, яратылырға, һөйөргә хаҡы бар, әммә сит ояның нигеҙен емереп түгел. Ситтәрҙе үҙенә ҡаратҡан ҡатындар ошо хаҡта аҙ ғына уйланһын ине.
Әлфинә.
Өфө ҡалаһы.