14.06.2011 Баланың мәйете табылды
29 майҙа республиканың Благовещен ҡалаһында туғыҙ йәшлек Дарья Асеева юғалғайны. Ул кискеһен өйҙән уйнарға ғына сығып киткән һәм ошо көнгә тиклем ҡыҙҙың ҡайҙалығын бер кем дә белмәне. Дарьяны эҙләү өсөн Благовещен ҡалаһы халҡы, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Баланың юғалыуын төрлөсә фаразланылар бәхетһеҙ осраҡ та, урлау версияһы ла ҡаралды.
Үкенескә күрә, Дарья тере түгел. Уның кәүҙәһе Благовещен районы территорияһында ер аҫтынан табылған. Белгестәр әйтеүенсә, бала яҡты донъянан үҙ үлеме менән китмәгән, Дарьяны үлтереп, ергә күмгәндәр.
Әле тикшереү эштәре бара. Дарья Асееваның үлемендә ғәйепле булыуы мөмкин булған кеше лә асыҡланған һәм уның менән кәрәкле органдар шөғөлләнә. Йәй, ғөмүмән, балалар өсөн хәүефле осор. Улар өлкәндәрһеҙ генә тәбиғәткә сыға, һыу буйҙарына ашыға. Бала-сағаның батып үлеү, бер ҡатлы бәләкәстәрҙең яуыз уйлы әҙәмдәр ауына эләгеү ихтималлығы бар. Шуға ла хөрмәтле ата-әсәләр үҙ балаларына ҡарата иғтибарын кәметмәһен ине.
Л. СОЛТАНОВА.