RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хужа беҙҙең арала

28.05.2011 Хужа беҙҙең арала

“Абдрахмана я видал!”

Абдрахман олатай, райондан килгән лесник Алексеев менән урманға китә. Был икәү көнө буйы урмандан ҡайтмаған. Кис еткәс, Кинйәбикә инәй урам­ға сығып бабайын ҡарай, ул күренмәй. ҡараһа, лесник Алексеев үтеп бара икән. Хужабикә: ʺТуҡта, Алексейҙан һорайым әле, Абдрахман менән бергә киткәйнеләр, моғайын, уны күргәндерʺ, − ти ҙә урыҫсалап ҡысҡыра:
− Алексей! Алексей! Абдрахмана я видал? −ти.
Алексеев аптырап тора ла:
− Да, я тоже видал, − ти ҙә үтеп китә.

Үзбәкстандан посылка
Беҙҙең күршелә Зәниә инәй йәшәй. Уны районда белмәгән кеше юҡтыр. Шундай телгә оҫта, ҡайҙа булмаһын, кем менән аралашмаһын, гел шаяртып, көлдөрөп йәшәргә ярата.
Бер ваҡыт Зәниә инәйгә алыҫ Үзбәкстандағы апаһынан посылка килеп төшә. Рәфҡәт олатай (тормош иптәше) фермала эшләгән була, төшкө ашҡа тип ҡайтһа, Зәниә инәй:
− Рәфҡәт, тороп тор, Үзбәкстандан посылка килгән. Мин тиҙ генә барып, уны алып ҡайтайым. Йөҙөмләп, күрәгәләп, емеш-еләк менән сәй эсеп, шунан барыр­һың эшеңә (ул заманда беҙҙең яҡтарҙа бындай емеш-еләктәр булмай), − ти ҙә, йүгереп, күстәнәс артынан почтаға китә. Рәфҡәт олатай эшкә бармай, посылка көтөп өйҙә ҡала.
Зәниә инәй посылканы алып ҡайта, балалары менән күмәкләшеп күстәнәсте аса. ҡумта эсендә ҡағыҙға төрөлгән йомро ғына әйбер була. Рәфҡәт олатай:
− О-һ-о, ҡайынбикә бик ҡиммәтле әйбер һалғандыр, юғиһә шул ҡәҙәре ҡағыҙға төрмәҫ ине,− тип көтөп ултыра.
ҡағыҙлы йомғаҡты һүтә башлайҙар, һүтһәләр, тағы ҡағыҙ йомғаҡ, тағы һүтәләр-һүтәләр, осо-ҡырыйы күренмәй. Һүтеп бөтһәләр, бер билдек килеп төшкән. Йөҙөм дә, күрәгә лә юҡ. ҡараһа, үҙенең билдеге − Зәниә бөтөнләй аптырауға төшә.
Эш былай була. Зәниә инәйҙе күршеһе Фәрзәнә инәй ҡунаҡҡа саҡыра. Ашап-эсеп, бейеп-йырлап, күңел асып, ҡунаҡ булғас, Зәниә инәй билдеген онотоп ҡайтып китә. Күршеһе оҙаҡ уйлап тормай. ʺТуҡта әле! Был Зәниәгә ҡылайым ҡылыҡты. Үҙе гел кешене шаяртаʺ,− ти ҙә, билдекте почтаға алып барып, кәрәгенсә посылка итеп һалдырып, мисәт ҡуйҙыртып, шартын килтереп, Зәниә инәйгә оҙата.

“Беҙҙә лә ҡараҡтар бар икән!”
Был хәл ҡартәсәйем Вәҙиғә Мостафина менән була. Ул яңғыҙы ғына бесән сабыр­ға бара. Бер аҙ эшләгәс, сәй ҡайнатып эсеп алмаҡсы була. Муйылды эйелтеп, сәйнүкте элеп, ут яға ла, сәй ҡайнағансы тип, артабан бесән сабырға китә.
− Инде сәй ҡайнағандыр, − тип килһә, сәйнүк урынында юҡ. Улай-былай ҡарағас, тирә-яҡтан эҙләп, сәйнүкте таба алмағас:
− Беҙҙең яҡтарҙа ҡараҡтар бар, тиҙәр ине, ысынлап та, бар икән, − ти ҙә алып килгән ризыҡтарын ҡоролай ғына ултырып ашай, һыу эсеп туя.
ҡартәсәйем, ятып ял итеп алайым, тип ергә ятһа, сәйнүге ағас башында эленеп тора икән.

“Беҙгә не касается!”
Бер осор хеҙмәт ветерандарын автобус­та бушлай йөрөтөп алғайнылар. Тик был ҡағиҙә Башҡортостанда ғына, ә күрше өлкәләрҙә ундай ҡағиҙә юҡ. Хәмдиә әбей Ырымбур автобусына ултыра ла хеҙмәт ветераны таныҡлығын сығарып күрһәтә. Контролер: ʺЭто нам не касаетсяʺ, − тип, әбей­ҙән билет таптыра. Тамам аптыраған әбей ни эшләргә лә белмәй:
− Не касается! Не касается! Әтү беҙҙә лә Башҡортостан юлынан йөрөмәгеҙ, һауанан осоп йөрөгөҙ, − ти икән.

“Ложись, әтеү догjню!”
Элек хәҙерге кеүек юлдар, техника булмағас, район үҙәгенән килгән урмансылар йыш ҡына йоҡлап ҡалыр булған. Шулай бер көндө Тайба инәйҙә Алексеев йоҡларға ҡалған. Урын йәйеп, йоҡлар­ға ятҡандар. Алексеев бер тышҡа сыға, бер инә. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, Тайба инәйҙең түҙемлеге бөтөп, ʺХәҙер выгоню!ʺ− тип әйтәм тип,
− Әй, ложись, әтеү догоню! − ти икән.

Шафиғә ХӨСӘЙЕНОВА.
Белорет районы,
Берештамаҡ ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»