RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Етем бала күңелендә нимә бар?

28.05.2011 Етем бала күңелендә нимә бар?

Әлшәй районында туғыҙ йәшлек малай аҫылынып үлде
Етем бала күңелендә нимә бар?13 майҙа республиканың Әлшәй районындағы Чайкин утарында ҡот осҡос хәл була – туғыҙ йәшлек малай аҫылынып үлә. Был малай­ҙы Вилдановтар ғаиләһе бер нисә йыл элек патронат тәрбиәгә алған булған. Сабыйлыҡтан да сыҡмаған Илья Майданниктың үлеме буйынса төрлө имеш-мимештәр тиҙ арала таралып, интернет селтәрен дә, башҡа киң матбуғат сараларын да тултырҙы. Кемдер фажиғәлә малайҙы тәрбиәгә алған ғаиләне, кемдер мәктәпте ғәйепләне. Алдан уҡ шуны әйтке килә: кемгәлер ғәйеп тағыу менән шөғөлләнеү журналистар компетенцияһында түгел. Бындай хәлдәрҙә һуңғы һүҙҙе тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре генә әйтә ала. Шуға ла беҙ Чайкин утарына фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлар­ға тырышыу маҡсатында ғына юлландыҡ.
Ни тиһәң дә, бәлиғ булмаған балаларҙың үҙенә ҡул һалыуы республикабыҙҙа тәүге тапҡыр ғына түгел. Патронатҡа алынған балаларҙың йәшәү шарттары ла төрлөсә булыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Ә туғыҙ йәшлек Ильяны бәлиғ булмаған ғына түгел, үҫмер ҙә тип әйтеп булмай, ул бөтөнләй бала ғына – шуныһы айырыуса тетрәндергес.

Йорттан сыҡмаған

ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары: «Илья Майданник үҙен тәрбиәгә алған ҡатын насар уҡығаны өсөн ныҡ ҡына әрләгәндән һуң урманға ҡасып китеп аҫылынған», – тип яҙа. Тик был дөрөҫ түгел. Малай мәктәптән ҡайтҡан һәм йорт эсендә яҡты донъя менән хушлашҡан. Өй башына ла менмәгән, ситкә лә сығып китмәгән. Ул, ҡайтҡас, ашап та алған, Ильяның кәүҙәһен тапҡанда өҫтәлдә ашап бөтөрөлмәгән аҙығы ултырып ҡалғанлығын билдәләйҙәр. Өйҙә ул ваҡытта бер кем дә булмаған: берәүҙәр – эштә, икенселәр уҡыуҙа йөрөгән мәл.
Илья Майданникты бер әсәйҙән тыуған ҡустыһы менән бергә патронат тәрбиәгә алған булғандар. Үҙҙәренең ике балаһы өҫтөнә ике сит малайҙы тәрбиәләгән Вилдановтар тураһында беҙҙең юлға осраған Чайкин утары халҡы яҡшы фекерҙә. Әсәй кеше үҙе – педагог, үткән йыл ҡыҫҡартылыуға эләгеп, әлегә мәктәптә уҡытмай. Ғаилә башлығы тимерлектә эшләй. Вилдановтарҙы, ҡәҙимге, яп-ябай ғаилә, тиҙәр. Беҙ уларҙы өйҙәрендә осрата алманыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, кеше ҡайғыһын яңыртып, тағы ла фажиғә тураһында һорашып йөрөү йәмһеҙ булыр кеүек тойолдо.
Чайкин – 72 самаһы ғына йорттан торған бәп-бәләкәй утар. Унда башланғыс мәктәп кенә бар. Тәбиғи, халыҡ бер-береһен яҡшы белә. ҡайғыһы ла, шатлығы ла уртаҡ уларҙың. Вилдановтар ғаиләһе иңенә төшкән ҡайғыға ла битараф түгелдәр. Оло ғына апай бындай хәлде ғүмерҙә лә күргәне булмағанлығын әрнеп һөйләй. «Кешеләр һуғыш ваҡытында балаларын ҡарай алмай дәүләткә тапшыра ине. Хәҙер ниндәй проблемалары бар икән? Нишләп үҙ балаларын үҙҙәре ҡарамай, сит-яттар ҡулына ҡалдырып, ни хәлдә ғүмер икәнен дә белмәйҙәр икән һуң?» – тип аптырай. Уныңса, был баланың фажиғәһендә Ильяның биологик ата-әсәһе генә ғәйепле, тап улар малайҙың психикаһын ҡаҡшатып, һис тә йәлләп тормай ташлап киткән.
– Их, апай! – тим эстән генә. – Шул бер проблема инде – эскелек.

Һуңғы һүрәттәр...
Етем бала күңелендә нимә бар?
Йәмғеһе 12 – 13 бала ғына уҡыған мәктәпкә йүнәлдек. Беҙҙе ҡайғыһы, ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан йәш уҡытыусы – Оксана Мөнир ҡыҙы ҡаршы алды. Әлбиттә, уҡытыусының хәлен аңларға була: бөгөн килеп тыуған хәлдең сәбәптәрен асыҡлау буйынса эш әүҙем бара, мәктәпкә әленән-әле тикшереүселәр килеп кенә тора.
Оксана Мөнир ҡыҙы әйтеүенсә, малай бик шуҡ булған. Башҡа малайҙар кеүек үк, шаярған, балалығына барып, тиҫтерҙәре менән төрткөләшеп тә алған, уйнаған. Әммә бер ваҡытта ла ҡыҙҙарҙы йәберләмәгән, уларға ҡарата һәр саҡ наҙлы мөнәсәбәттә булыуын айырып билдәләйҙәр. Ильяны синыфташтары ла, шаян, асыҡ малай, тип яратып әйтә. Бер кем дә уҫал, йә булмаһа, үҙ эсенә генә бикләнеп йөрөгән малай тип билдәләмәй. Вилдановтарҙың үҙ ҡыҙы – Айгөл апаһын башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ ярата ине, тиҙәр. Шуға был малай­ҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуын бөтөнләй аңламайҙар, эсендәгеһе тышында булған бала ине, тиҙәр.
Әлбиттә, артыҡ шуҡ балаларҙы иҫкәртмәй ҙә булмай. Шулай ҙа уҡытыусы бер ваҡытта ла Ильяның үпкәләп, үсегеп йөрөгәнен хәтерләмәй. Фажиғә булыр көндө Илья мәктәптән һәр саҡтағыса ваҡытында, шаярып-көлөп ҡайтып киткән. Әйткәндәй, малайҙың синыфташтары уның тәрбиәгә алынған булыуын бөтөнләй белмәгән дә. Уҡытыусы махсус рәүештә бер ваҡытта ла был хаҡта һүҙ йөрөтмәгән. Шуға ла, мәктәптә кемдер Ильяның патронат тәрбиәгә алын­ған булыуы хаҡында нимәлер әйтеп рәнйеткән тип уйларға ла нигеҙ юҡ.
Оксана Мөнир ҡыҙы Ильяның ни өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыуын бөтөнләй аңламай. Уның шәхси фекеренсә, малай шаярған һәм яңылышлыҡ арҡаһында быуылып үлгән. Үҙ һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн билдәләргә теләп, уҡытыусы беҙгә Ильяның һүрәттәрен, ҡул эштәрен күрһәтә. Ябай ғына альбомдағы балаларса бер ҡатлылыҡ менән эшләнгән һүрәттәрҙе ҡарағанда күҙгә йәштәр тығыла – ҡәҙимгесә генә, арҡыс-торҡосораҡ итеп һүрәттәр төшөргән, уйнап-көлөп кенә йөрөгән Ильяның аҫылынып үлеүе нимә менән бәйле һуң? Бала яңылышып ҡына яҡты донъя менән хушлаштымы, әллә инде туғыҙ ғына йәшлек малайҙың йөрәге кемдеңдер ауыр һүҙен күтәрә алманымы? Бәлки, был һорауға яуап бер ваҡытта ла табылмаҫ. Әммә бала ғүмере өҙөлгән ваҡытта ниндәй ҙә булһа һығымта яһалырға тейештер.

Бала яҙмышы

Чайкин утары халҡы әйтеүенсә, Илья Майдан­ник бик ауыр ғаиләлә тыуған, әле уның биологик әсәһенә ни бары 25 кенә йәш. Халыҡ уның 15 йәшендә үк әсәй булыуын белгәс, аптырап һөйләй. Әле әсә кеше балаһын ерләргә килгән һәм уны шул көндө Чайкин утарында тәүге тапҡыр күргәндәр. Етмәһә, шул уҡ утар халҡы әйтеүенсә, малайҙың атаһын үҙ әсәһе, был балаларҙың өләсәһе үлтергән. Һәм ошо ҡот осҡос енәйәт, вәхшилек Илья Майданник һәм уның ҡустыһының күҙ алдында башҡарыл­ған. Әлбиттә, был халыҡ ауыҙынан ғына сыҡҡан һүҙ, әммә утһыҙ төтөн булмай шул. Ире үлтерелгәндән һуң әсә кеше балаларын ҡалдырып сығып киткән һәм ике малай ҙа дәүләт тәрбиәһенә күсерелгән. Өс йыл самаһы элек малайҙарҙы Вилдановтар тәрбиәгә алған.
Ошондай фажиғәне күҙ алдынан үткәргән, күргән, эсендә, йөрәгендә һаҡлаған малайҙың күңелендә нимәләр ятҡанын Хоҙай Тәғәлә генә белә. Мин иң тәүҙә, 9 йәшлек баланың башына үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйы нисек килә ала икән һәм, иң мөһиме – ул аҫылынырға мөмкин булыуын һәм быны нисек башҡарырға кәрәклеген ҡайҙан белә икән, тип аптырап ҡалғайным. Илья Майданниктың өлөшөнә төшкән яҙмышты белгәндән һуң, был донъяла бер нәмәгә лә аптырап булмай, тигән фекергә килдем.

Тәүге тапҡыр ғына түгел

Патронат тәрбиәгә алынған балаларға ҡағылышлы фажиғәләр республикала тәүге тапҡыр ғына теркәлмәй. Әлеге хәлгә ниндәйҙер асыҡлыҡ индерергә һәм Илья Майданникты тәрбиәгә алған кешеләр хаҡында ниндәйҙер һығымталар яһарға иртәрәк булһа ла, «ҡылт» итеп Матвей Катеринчуктың яҙмышы иҫкә килеп төшә. 2009 йылда Кушнаренко районында патронат тәрбиәгә алынған өс йәшлек Матвей Катеринчукты туҡмап үлтерҙеләр. Сабыйҙы тәрбиәгә алған ир менән ҡатын, уларҙың үҫеп еткән һәм бәлиғ булған әзмәүерҙәй улы менән ҡыҙы ла Матвейҙы «тәрбиәләү» маҡсатында көрәк һабы, таяҡ менән даими рәүештә туҡмап торған, шуҡлыҡтары өсөн һалҡын мөгәрәпкә ябып ҡуйған. Малайҙы дауаханаға килтергәндә уның тәнендә күгәрмәгән ере ҡалмаған булған, башында асыҡ яраһы ҡанһыраған. Етмәһә, тәрбиәгә алған кешеләр сабыйҙың туҡмалыуҙан күгәргән урындары күренмәһен өсөн крем ярҙамында эҙҙәрен йәшерергә тырышҡан. Матвей, «ағаһы» ныҡ итеп һуҡҡанлыҡтан реанимацияға эләгеп, биш көн буйы үлем менән көрәшкәндән һуң, яҡты донъя менән хушлаша. Зәп-зәңгәр күҙле был матур малай ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә үҙен донъяға тыуҙырған ата-әсәһенең үҙенә ҡарата хыянатын кисерҙе, үҙен ышандырып тәрбиәгә алған, яратып ҡарарға вәғәҙә иткән яңы «туғандары» ҡулынан үлем хәленә еткерелде...
Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, дүрт кешене – тәрбиәгә алған ир менән ҡатынды, уларҙың улы менән ҡыҙын төрмәгә яптылар. Ләкин был ғына Матвейҙы кире ҡайтармай шул. Бынан тыш, тотош ғаиләһе менән төрмәгә ултыртылған Сәфәр­ғәлиевтарҙың бәлиғ булмаған ейәнен балалар йортона ебәрергә тура килде. Балалар йортонан тәрбиәгә алынған дүрт баланы кәмһеткән, туҡмаған, үлтергән Сәфәрғәлиевтарҙың фашистарса ҡылығы сит сабыйҙың ғына түгел, үҙҙәренекенең дә яҙмышын боҙҙо.
Әлбиттә, Матвей менән Ильяның яҙмышында уртаҡлыҡ берәү генә – улар икеһе лә патронат тәрбиәгә алынған бала булған. Икеһенең ғүмере төрлө шарттарҙа өҙөлгән. Ләкин һәр кем, ошо миҫалдарҙан сығып, башҡа бәхетле балалар уйынсыҡтар өсөн генә ҡайғырған, «Алма ашамайым, груша кәрәк!» тип иркәләнгән генә ваҡытта әсәһенең хыянатын кисергән, ташлап ҡалды­рыл­ған социаль етем бала өсөн яуаплылыҡ алыр алдынан ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫһен ине.
Ә бит был бер миҫал ғына. Туҡмалған, кәмһетелгән өсөн балаларҙың бөтәһе лә үлем хәленә етмәй. Аллаға шөкөр, әлбиттә. Ләкин был бит күпме бала ғаиләлә кәмһетелеүгә, физик көс ҡулланыуға сыҙап, меҫкен хәлендә ҡала, йәшәргә көс таба алмай интегә, тип уйларға нигеҙ бирә.

Шәхси фекер

Шәхсән үҙем, үҙ балалары булған ғаиләлә барыбер ете-ят балаларҙы үҙҙәренекеләй яратып тәрбиәләй алмайҙар, тигән фекер яҡлымын. Бер тапҡыр командировкала йөрөгәндә патронат тәрбиәгә бала алған ғаилә менән аралашыр­ға тура килде. Матур, ипле, тәртипле ғаилә, балаларын яратып торған кеүектәр. Тик «әсәй» булған кеше миңә: «ҡыҙҙың әсәһе төрмәлә, тиҙәр бит! Өс йылдан ҡайта, тип ишеттем, ҡайтып, йонсота башлаһа, кире илтербеҙ инде. Әлегә беҙҙә йәшәһен – файҙаһы бар бит!» – тип бышылдап ҡына һөйләп ташланы. Исмаһам, оялмай ҙа бит әле! Оялмай, сөнки үҙенең һөйләгән хәбәре дөрөҫ икәнлегенә иманы камил! «Файҙа» тигәне шул нисәлер мең һум аҡса, стаж барыуы икән... Ә бала күңелен кем уйлай? Әсәһе төрмәлә ултырһа, атаһы кеше үлтерһә, йә булмаһа, эскесе булһа ла, сабыйҙың ни ғәйебе бар! Әсәһе төрмәнән сыҡҡандан һуң балалар йортона кире тапшырылғас, был ҡыҙ күңелендә кешеләргә ҡарата ышаныс ҡалырмы? Кемдеңдер һине матди файҙа өсөн генә тәрбиәгә алыуын нисек аңларға һәм нисек ҡабул итеп артабан йәшәргә тейеш бындай балалар? Шундай уйҙар менән үҫкән балалар йәмғиәткә, үҙенә файҙа килтерерлек шәхестәр була алырмы?!
Балалар йорттарына, башлыса, үкһеҙ етемдәр түгел, ауыр ғаиләлә тыуған, ата-әсәһе эскесе, наркоман йәки аҙғын булған, бер ғәйепһеҙ сабыйҙар эләгә. Балалар дәүләткә тапшырыла икән, тимәк, уларҙың туғандары араһында ла йүнле генәләре, үҙ туғанын алып ҡарарҙайҙары юҡ, тигән һүҙ. Был урында балаларға эләккән ген, ҡан туғанлыҡ тураһында уйланырға нигеҙ бар. Кешеләр сит баланы тәрбиәләү өсөн үҙ ғаиләһенә алыр алдынан саҡ ҡына булһа ла уйланһын ине – һеҙ ошондай ауыр яҙмышлы балаға тәрбиә бирергә һәләтлеме? Йөрәге былай ҙа яралы, ғәзиз әсәһенең хыянатын күңеленән үткәргән, үҙ йортонда буш шешәләр, ыҙғыш, һуғышыу күренештәрен генә күреп йәшәгән балаларҙы яратырға әҙерһегеҙме?
Балалар йортонда үҫкәнгә ҡарағанда ғаиләлә үҫеү күпкә һәйбәтерәк. Был турала бәхәсләшеп тороу ҙа артыҡ. Сит баланы үҙеңдеке һымаҡ яратманың да, ти, быныһы ла енәйәт түгел. Ләкин үҙеңдеке һымаҡ тәрбиәләргә, йәшәү шарттары тыуҙырырға, рәнйетмәҫкә, кәмһетмәҫкә тейешһең – быныһы мотлаҡ. Әгәр был ҡулыңдан килерлек эш түгел икән, былай ҙа ауыр хәлгә ҡалған балаларҙан алыҫыраҡ тороуың хәйерле.
Әлбиттә, бөтә кеше лә балаларҙы аҡса өсөн, йә булмаһа, ҡул көсө өсөн генә алмай. Изге йәнле кешеләр, ят балаларҙы ла һәйбәтләп тәрбиәләй алғандар ҙа бар. Илья Майданникты ла ғаиләгә алғанда уны бер кем дә фажиғәгә етерлек тормошта йәшәр тип уйламағандыр. Һәр хәлдә, Чайкин утарында бер генә кеше лә Вилдановтар, йә булмаһа, уның уҡытыусыһы хаҡында насар фекер әйтмәне.

Шуныһы ла бар...

Балалар йортона, башлыса, насар ғаиләлә йәшәгән балалар эләкһә лә, етем ҡалыу әсеһенән бер кем дә азат түгел. Ә балалар өлкәндәр һәм дәүләт ярҙамынан башҡа был тормошта көн күрә алмай. Шуға ла дәүләттең етем һәм социаль етем балаларҙы тәрбиәләү өсөн аҡса бүлеүе тәбиғи. Тик шул күп тә булмаған аҡсаның кемдеңдер күҙен ҡыҙҙырыуы аптырарлыҡ. Ул ғына аҡса баланың үҙенән артмай. Әлбиттә, йүнләп, лайыҡлы кимәлдә тәрбиәләйем тигән осраҡта.
Ысынлап та, беҙҙә патронатҡа, опекунға алын­ған балаларға, уларҙы тәрбиәләүселәргә ҡараш ыңғай, тип әйтеп булмай. Иренмәгән һәр кем был хәл хаҡында үҙ фекерен әйтеп ҡалырға, ниндәйҙер һығымталар яһарға тырыша. Мәғәнәһеҙ, һөмһөҙ әҙәмдәр шул балаларҙы ҡараған кешеләрҙе күп аҡса алыуҙа ғәйепләүҙән дә оялмай, етемдәр ҙә май эсендәге бөйөр кеүек йәшәгәнлектән, аҡса күплектән рәхәт кенә донъя көтә тип һанайҙар. Әйтерһең, бындай хәлгә ҡалған балалар мотлаҡ рәүештә икмәк менән һыуҙа ғына ултырырға тейеш тә, насар уҡып, ҡасан да булһа, енәйәт юлына баҫыр­ға тейеш! Әйтерһең, улар, ололар менән бер рәттән, аҡса эшләү, үҙен туйындырыу мөмкинлегенә эйә булып та, дәүләт елкәһен кимерә инде. Нормаль ғаиләлә бирелгән аҡсаны ололар үҙҙәренә түгел, шул балаларҙы ҡарауға, уҡытыуға тотона.
Һөҙөмтәлә йәмғиәттә «Етем, ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға бик күп аҡса түләйҙәр!» тигән фекер йәшәй. Бәлки, ошо фекер­ҙе күҙ уңында тотоп, матди хәле насарыраҡ булған кешеләр сит баланы алып тәрбиәләүҙән ҡурҡмайҙыр. Әлбиттә, уларҙың күпселеге сабыйҙарҙы, сит балаға әүрәп китермен, эшкә өйрәтермен, тип ала. Йәнәһе, улар ике кәмәнең ҡойроғон тота – бала ла ғаиләлә үҫә, матди хәл дә яҡшыра. Тик проблема шунда – был бик көслө, аҡыллы, сабыр кеше­ләр­ҙең генә ҡулынан килерҙәй эш.
Әлшәй районының Чайкин утарында туғыҙ йәшлек малайҙың аҫылынып үлеүе тетрәндерҙе. ҡурҡытты. Малайҙың яҡты донъя менән ниндәй шарттарҙа хушлашыуын белгестәр асыҡлар, тип ышанғы килә. Бәлки, бала, ысынлап та, яңылышлыҡ арҡаһында, уйламай үҙенә ҡул һалғандыр? Был, күңелде бер ҙә йылытмаһа ла, исмаһам, аңлашылыр ине.
Статистика буйынса, Рәсәй бәлиғ булмаған балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы буйынса донъяла алтынсы урында килә. Белгестәр әйтеүенсә, суицид бер ваҡытта ла матди ҡыйынлыҡҡа сыҙай алмауға бәйле булмай тиерлек. Кешеләр күңел яраларына сыҙай алмай, үҙ теләге менән яҡты донъянан китә. Ауырығандар ҙа, башлыса, сире менән йәне сыҡҡанға тиклем көрәшә. Мосолман илдәрендә суицид теркәлмәй тиерлек. Былары – факттар ғына. Әммә уйланырға урын бар.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»