RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡәберемә һәйкәл ҡуймағыҙ

14.05.2011 Ҡәберемә һәйкәл ҡуймағыҙ

Әҙәм балаһын рух һәм хәтер йәшәтә. Һәр бер халыҡты, боронғолоғонан бигерәк, уның мәртәбәлелеге күтәрә.
Унда ниндәйҙер ҡәҙерле нәмәбеҙҙе онотоп ҡалдырғандай, ниңә һуң беҙ әйләнәбеҙ ҙә, уҙған быуаттарға, үткән юлыбыҙға ҡарайбыҙ? Тылсымлы һүҙ, алда ятҡан һуҡмағыбыҙҙы яҡтыртырҙай бер хикмәт эҙләп, тарих сәхифәләрен ҡабат-ҡабат аҡтарабыҙ. Ул сәхифәләрҙе уҡый, баһалай һәм күңеленә һеңдерә белгән элеккенән – бөгөнгөгә, бөгөнгөнән иртәгәгә һуҙылған логик эҙмә-эҙлелек, факттарҙың бер-береһе менән бәйләнеү законлылығы асыла. Үткән тормоштоң бер генә мәлен дә, унда булған да онотолған, тигән бәләкәй генә ваҡиғаны инҡар итеү ҙә ижтимағи йәшәйеш процесында ғәфү ителмәй.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында – 90-сы йылдар башында, байтаҡ ҡәүемдәр, оҙон ҡыш буйы тын да тартмай йоҡлап, яҙғы күкрәүҙән тертләп уянған айыу һымаҡ, үҙҙәренең милли мәртәбәһе, был донъяла күҙ өҫтөндәге ҡаш булып йәшәүгә хоҡуғын хәтергә төшөрҙө. Милли үҙаң – ғүмер баҡый һүнмәҫ-һүрелмәҫ ҡояш түгел. Бәғзе объектив сәбәптәр арҡаһында уның баҫылып торған осорҙары була. ҡайһылыр халыҡҡа күп осраҡта, милли үҙаңдан бигерәк, милләт булып һаҡланып ҡалыу тураһында хәстәрләргә тура килә.
Ижтимағи процесс, халыҡтың булмышына туранан-тура йоғонто яһаһа ла, һәр ваҡыт уның күңеле тартылған юлдан бармай. Йәмғиәт бер нәмәгә ынтылып, тышҡы көстәр уны икенсе йүнәлешкә этәргән осраҡтар тарихта һирәк күренеш түгел. Әммә халыҡ хәтере аҡты ла, ҡараны ла һыйҙырырға тейеш һәм теге йәки был ваҡиғаның халыҡ яҙмышында ниндәй эҙ ҡалдырғанлығын баһалау өсөн бер ни ҡәҙәр ваҡыт кәрәк. Китек күңел менән булһа ла, тарих сәхифәләренең айыҡ баш менән яҙылғаны хәйерле. Боронғо йылъяҙмасылар тирә-яҡта булып ятыусы хәл-ваҡиғаларҙы, уларҙы ниндәйҙер синфи йә идеологик буяуҙарға бутамай, ситтән ҡарап тороусы ғафил шаһит күҙлегенән теркәй барған.
Был йәһәттән боронғо Киев Русе йылъяҙмасыларының хеҙмәттәре өлгө булырлыҡ. Бары Нестерҙың: «Еребеҙҙә мөлкәт һәм байлыҡ ташып тора, ләкин унда тәртип кенә юҡ», – тип әйтеүенә генә ни ҡәҙәрелер хис һәм баһа һалынған кеүек. Тарихи хә­тер­ҙе һаҡлауҙа һәм халыҡтың рухи эволюцияһын күрһәтеүҙә башҡорт ырыуҙары шәжәрәләренең тотҡан урыны мөһим.
Тарих, ижтимағи күренеш булараҡ, сәйәсәт, мөлкәти һәм көндәлек конъюнктуранан азат түгел һәм тарихсылар уны нисек булған, шулай теркәй бара. Тарихи ваҡиғаларҙың ниндәй төҫ алыуы һәм ҡайһы йүнәлешкә боролоп китеүе социаль-иҡтисади ҡоролошҡа һәм уға легитимлыҡ биреүсе идеологик постулаттарға бәйле. Әммә, ниндәй генә боролоштар яһалыуға ҡарамаҫтан, тарих конъюнктура йоғонтоһо аҫтына эләгергә һәм ҡайһылыр ҡоролош йәки шәхес мәнфәғәттәрендә ҡабат-ҡабат яҙылырға тейеш түгел. Сөнки йәмғиәт хәтеренең кимәле һәм объективлығы ошо талаптарҙың үтәлеү-үтәлмәүенән тора.
Хәтергә хыянат итеү – гонаһ, ул кәрәге сыҡһа, ҡулланып, кәрәкмәгәндә һандыҡҡа йоҙаҡлап ҡуйыла торған әйбер түгел. Заманында, идеология ҡалыптарына яраҡ­лашыр­ға тырышып, тарихты сәйәси доктринаға яраҡлаштырып, хә­тер­ҙең үҙебеҙгә оҡшағанын ғына телгә алып ҡараныҡ. Тарихтың объективлығын инҡар итеү хәтер һайығыуға һәм, ахыр килеп, манҡортлоҡҡа килтереүен донъяла бүтән елдәр иҫә башлағас ҡына аңланыҡ.
Миңә тарихта ниҙер оҡшамай тип, уны инҡар итергә йә хатта оноторға тырышыу урынһыҙ. Бер мәл илебеҙҙең Октябрь инҡилабына ҡәҙәре осорон тотош ҡараға буяп яҙып алдыҡ. Туҡһанынсы йылдар­ҙа, совет власы бәреп төшөрөлөп, «демократик хөрриәт» осорона килеп ингәс, ил тарихын, халыҡ яҙмышын, берсә һүгеп, берсә күҙ йәше түгеп, ярһып, ҡайтанан үҙгәртергә тотондоҡ. Атнабай ағай әйтмешләй, «дошман тигәндәрем дуҫ булдылар, йәки кисә дуҫ тип, бер икмәкте икегә бүлешкәндәр бөгөн килеп беҙгә арҡаһын борҙо».
Был үҙгәрештәрҙең төбөндә ниндәй генә ҡатмарлы сәбәптәр ятһа ла, бер нәмәне асыҡ айырырға тейешбеҙ: дәүләттәр етәкселәренең сәйәсәткә ҡағылышлы мөнәсәбәте – бер, ә халыҡтарҙың аралашыуы – икенсе мәсьәлә. Уларҙың тәбиғәте лә, ихтыяждары ла бер-береһе менән яраша алмай. Әгәр дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәр сәйәси конъюнктура һәм иҡтисади мәнфәғәттәргә нигеҙләнһә, ябай халыҡ теләһә ҡайһы шарттар­ҙа ла бер-береһенең хәлен, кисерештәрен, хыял-ынтылыштарын аңлап йәшәй.
Һикһәненсе йылдар аҙағында һәм туҡһанынсы йылдар башында Советтар Союзы ҡанаты аҫтында йәшәгән социалистик һәм халыҡ демократияһы тип аталған илдәр һәм союздаш республикалар үҙ дәүләтселеген һәм мөстәҡиллеген иғлан иткәс, уларҙа власҡа килгән элитаның сәйәси зауығы бөтөнләй икенсе рәүештә кәүҙәләнде. Элекке социалистик дәүләт­тәр­ҙәге кәйефтәрҙең нисек тә булһа Советтар Союзы йоғонтоһонан арынырға теләүгә ҡайтып ҡалғанлығын 1956 йылда – Венгрияла, 1968 йылда – Чехословакияла, 1981 йылда Польшала булып алған социаль тетрәнеүҙәр күрһәткәйне инде.
Беҙҙең сәйәси етәкселәр, ул ваҡиғаларҙың ысын асылын халыҡҡа аңлауҙы кәрәк тип тапманы, милли күтәрелешкә «контрреволюция» мөһөрөн һуғыу менән сикләнде. Үҙ илебеҙҙәге союздаш республикаларҙа, ҡайһы бер ҡалаларҙа күтәрелеп һүнгән социаль, милли ризаһыҙлыҡтар ҙа халыҡ өсөн йә билдәһеҙ килеш ҡалды, йә экстремистик күренеш тип баһаланды. Идеологик диктат кесе уҙаҡташтар­ҙа шул баҫымға ҡаршы тороу потенциалын тупланы. Ысындан да, нимәлер ҡыҫымға нығыраҡ дусар була барған һайын, уның ҡаршылығы ла көсәйә, сөнки ҡыҫылған масса тығыҙлана, йыйнаҡлана. Ләкин Рәсәйҙең яңы етәкселәре лә оҙаҡ ваҡыт ошо ябай ғына хәҡиҡәтте танырға һәм ҡабул итергә теләмәне.
Хакимлыҡтың да сиге була. Власть һәм йоғонто, көс һәм байлыҡ бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Үҙеңдән кесенең мәртәбәһен таныу һәм бүтәндәргә хөрмәт менән ҡарау өсөн ихтыяр һәм аҡыл кәрәк. Социалистик дәүләттәр һәм элекке союздаш республикалар беҙҙән дәррәү ситкә тайшанғас, бының сәбәптәрен ябайлаштырырға ты­рыштыҡ һәм уларҙың Рәсәйҙән айырылып йәшәй алыуына ышанманыҡ. Хәйер, шул өмөттө күптәребеҙ әле булһа эсендә генә һаҡлап йөрөй. Әммә һөймәгәнде ихтыяр­һыҙлап һөйҙөрөп булмай.
Император Александр II: «Рәсәйҙең ике союздашы бар – уның армияһы һәм флоты», – тигән. Хәҙерге Рәсәй Федерацияһының бөгөн, бәлә килә ҡалһа, таянырлыҡ арҡаҙаштары күпме икән?
Кисә генә беҙҙең дәүләт ярҙамы менән йәшәгән, әле булһа Рәсәй имсәгенән айырыла алмаған тиҫтәләрсә ил ни өсөн уны күрмәмешкә һалыша? Бының сәбәптәрен элекке союздаш республикаларға ғына бәйләп ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Рәсәйҙең дуҫтарынан ҡолаҡ ҡағыуына сәйәси етәкселегенең ҡиблаһыҙлығы, уларға хыянат итеүе ғәйепле. Союздаштары­быҙҙы беҙ тиҫтәләрсә йыл йә көс, йә бушлай матди тәьминәт менән яныбыҙҙа тоттоҡ.
Үҙен аҙ ғына булһа ла хөрмәт иткән кеше иһә хыянатты кисермәй. Көскә көс менән ҡаршы сыға, йомартлыҡты иһә йомшаҡлыҡ тип ҡабул итә.
Рәсәй Федерацияһы, үкенескә күрә, бөйөклөк синдромынан һаман арына алмай, күршеләре менән мөнәсәбәттәрҙә йыш ҡына тәкәбберлек күрһәтә. Үҙенең иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ла Рәсәй етәкселәре союздаш булырлыҡ яҡындарын да, ғәҙәти иҡтисади уҙаҡташтарын да бер рәткә ҡуя.
Һөҙөмтәлә Рәсәй менән донъяла ихлас аралашҡан бер генә дәүләт тә ҡалманы. Элек союздаш тип йөрөтөлгән дәүләттәр илебеҙгә ҡарата дошманлыҡ юлына баҫа. Грузия, Польша, Балтик буйы дәүләттәре, Молдова. Был исемлек аҙая бара. Эстонияла совет яугирҙарына һәйкәл тирәһендә әле булһа тынмаған ваҡиғалар – дошмансыл ҙур кампанияның дауам ителеше генә. Польшала совет осоро һәйкәлдәрен бөтөрөү тураһында закон ҡабул ителде. Венгрияла Геллерт тауындағы мемориал тураһында бәхәстәр бара. Болгарияла Шипка артылышындағы һәйкәл һәм данлыҡлы «Алеша» хәүеф аҫтында. Миңә Берлиндың Трептов-паркындағы мөһабәт ансамбль менән танышыу һәм Будапештта Геллерт тауындағы һәйкәлде күреү насип булғайны. Һәйкәлдәр, мәғлүм булыуынса, тереләр өсөн ҡуйыла. Әруахтарҙың тәне ерҙә булһа ла, йәндәре күккә күтәрелә. Әгәр ошо ҡаһарманлыҡ символдары ла юҡҡа сыҡһа, халҡыбыҙҙың рухы һынмаҫмы?
Сит илдәрҙә яугирҙарыбыҙ иҫтәлеген мыҫҡыллауға үпкәләгән булабыҙ, сәйәсмәндәр кемгәлер ни менәндер янап маташа. Ә үҙебеҙ һуң? Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, алтмыш алты йыл үткәс тә әле иҫән яугирҙарҙы фатирһыҙ тилмертәбеҙ. Европа илдәрендә ерләнгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ хәрби зыяраттарҙың ни хәлдә булыуына дәүләтебеҙҙә хәбәрҙар түгелдәр. Миллион­дарса совет һалдаты исем-шәриф­һеҙ ерләнгән. Рәсәй киңлектәрендә йөҙҙәрсә мең һалдаттың һөйәктәре тынғылыҡ таба алмай, әле булһа һибелеп ята.
Йәки ҡала, ауылдарҙағы мемориалдарға, ябай ғына обелискыларға күҙ һалығыҙ. Уларҙың күбеһе емерек, сүп-сар баҫҡан, тәртипкә килтереү өсөн аҡса ла, теләк тә юҡ. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хөрмәт итмәгәндә, башҡаларҙан хөрмәт көтөү – бер ҡатлылыҡ.
ҡәберемә һәйкәл ҡуймағыҙсы,
барыбер
ҡәҙер булмаҫ уға – хурларҙар.
Исем-шәриф, хәтер, намыҫ
түгел, бәлки
Рухымды ла, ахры, урларҙар.
Хәтерһеҙ был донъяла йәшәү ҡурҡыныс, ә рухһыҙ кеше булыу мөмкин түгел.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»