07.09.2010 «Йондоҙ»ло юмор
– Мин яңыраҡ Бритни Спирстың клонын күрҙем! Һаҡаллы һәм мыйыҡлы...
– Иҫәр, ул бит Бондарчук!
* * *
Башҡорт төркөмөндә йырлаусы егет:
– Мин урыҫҡа оҡшағанмынмы?
– Әллә тағы. Юҡ шикелле...
– Продюсер миңә, шоу-бизнеста еңеү яуларға теләһәң, Рәсәй эстрадаһы йырсыларына оҡшарға кәрәк, тине.
* * *
Концертҡа ауылдан килгән ханым:
– Был йырсы бик шәп һаҡланған. Тик кем икәнен таный алмайым. Алып барыусыларҙың тәфсирләп бала сағын, сәнғәттәге тәүге аҙымдарын һөйләүенә ҡарағанда, халыҡ артисылыр? – тип һорай.
– Ниндәй халыҡ артисы булһын?! Йәш йырсы Фәлән Фәләнова ла инде. Алып барыусылар уның яслиҙағы, мәктәптәге, училищелағы уңыштарын һөйләне булһа кәрәк...