RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эсмәйенсә лә йәшәргә була

10.05.2011 Эсмәйенсә лә йәшәргә була

Телевизорҙан күрһәтеүҙәренсә, иң күп эсеүселәр Рәсәйҙә икән. Балаларҙы ла индереп, һәр йән башына 16 – 19 литр спиртлы эсемлек тура килә.
Был бит магазиндан һатылғандары ғына. Көмөшкә һәм йәшереп кенә ҡулдан һатылған иҫерткес эсемлектәр магазинда һатылғандарҙан да күберәк бит. Йән башына кәмендә утыҙ литрҙан артығыраҡ килеп сығалыр.
М. Горбачевтан һуң илебеҙҙә эскелекте бөтөрөү тураһында мәсьәлә ҡуҙғатылғаны юҡ. Уның буйынса закон ҡабул итергә һәм шул закондың үтәлешен һәр саҡ тикшереп торорға кәрәк. Элекке иптәштәр судын, ҡатын-ҡыҙҙар советын, ирекле халыҡ дружинаһын, эскелеккә ҡаршы көрәш комиссияһын, административ комиссияларҙы яңынан тергеҙергә һәм уларға үҙҙәре эсмәгән иптәштәрҙе һайлап ҡуйыу зарур. Ни өсөн һуң ауыл советтарының хоҡуҡтарын ныҡ ҡыҫтылар? Тәрбиәүи эштәрҙе алып бармағас, халыҡ өсөн эшләмәгәс, ауыл советы ниңә кәрәк? Беҙ бит элек эскелек буйынса аҙна һайын көрәш һәм административ комиссиялар ултырыштарында, ә ҡайһы бер аҙнала көн аша ошондай тәртип боҙоуҙарҙы тикшерҙек. Эскеселәр тейешле язаһын ала ине. Ә хәҙер? Элекке кеүек, мәктәптәрҙе, мәҙәниәт йорттарын, китапханаларҙы яңынан ауыл советтары ҡарамағына ҡайтарырға кәрәк. Ауыл советы уларҙың отчеттарын да тыңлай алһын.
Бер әсә: «Бер улымдың аҡсаһына 5 – 6 кеше йәшәйбеҙ», – тигәйне. Ярай әле баланың аҡсаһы бар. Ул аҡса ашау өсөн генә түгел, эсеүгә лә бүленә бит әле. Күберәк көтәсәккә алаларҙыр инде.
Араҡы «һаҙы»на этәреүселәргә, халыҡ елкәһен кимереүселәргә, ғаилә тыныслығын боҙоусыларға, балаларҙы етем итеүселәргә, кешегә ваҡытынан алда теге донъяға китергә ярҙамлашыусылар­ға – өйҙән иҫерткес эсемлектәр һатыусыларға бик ҡаты яза бирергә кәрәк. Шунһыҙ эскелекте бөтөрөп, кәметеп булыуы икеле.
Беҙҙең ауылда яңы ғына ике ир-ат, ғаилә, донъя ла ҡора алмай, утта һәләк булды. Ә ир кеше бит өй һалырға, ул үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш. Ниндәй генә ауыр булмаһын, тормош шундай матур, уны күреп, тойоп, яҡты һәм айыҡ йәшәүгә ынтылырға кәрәк! «Эшләп алған аҡсаңды үҙеңә файҙалы әйбергә генә тотонорға» тигән лозунгыны башҡа һалыр­ға ла, алға ынтылырға ваҡыт. Йәштәр, хәләл аҡсағыҙҙы хәрәмгә әйләндермәгеҙ! Эсмәйенсә лә йәшәргә мөмкин. Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа «Айыҡ ауыл» республика конкурсына берҙәм ҡушылайыҡ.

Нурулла МИҺРАНОВ.

Белорет районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»