RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йыр – уның юлдашы

07.09.2010 Йыр – уның юлдашы

Руслан Яҡшыбаев 1992 йылдың 25 майында Себерҙәге Тында ҡалаһында донъяға килгән. Шуҡ, шаян булып үҫеп килгән малай өс йәшендә үк тормоштоң тәүге ауыр һынауына ҡаршы торорға мәжбүр була: матур ғына ғаиләләренең көслө таяуы – атаһы вафат була. Бар тәрбиә әсәһе ҡулына ҡала. Һөйөклө улы өсөн, әлбиттә, ул бер ни ҙә йәлләмәй. Әсәһенең өмөтөн аҡларҙай егет булып үҫә Руслан – тырыш та, уңған да, талантлы ла. Бәләкәйҙән сәнғәт өлкәһендә үҙен һынай башлаған егеттең тәүге уңыштары ла ҙурҙан ғына: бейеү буйынса Новороссийск, Туапсе ҡалаларында билдәлелек яулай, Алыҫ Көнсығышта һәм ҡытайҙа үткәрелгән конкурстарҙа маҡтаулы дүртенсе урынға сыға.
Бейей белеп тә, йырлай белмәгән башҡорт башҡортмо һуң инде! Бигерәк тә туған телендәге йырҙарҙы оҫта башҡара Руслан. «Башҡортостандан ситтә йәшәһәк тә, ғаиләлә һәр ваҡыт башҡортса аралаштыҡ. Бындағы туғандарыма ла башҡортса хат яҙа инем. Барыбер үҙ телең, үҙ моңоң яҡын ул», – ти ул. Башҡорт егете Хабаровск, Находка, Владивосток, Уссурийск, Пекин ҡалаларын үҙ моңо менән әсир итә.
Мәктәптә таланты менән дә, яҡшы уҡыуы менән дә һөйөндөргән Русланды барыһы ла хөрмәт итә. Әсәһе лә улының уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай. Тик 2008 йылда ҡаты ауырыу Тәнзилә апайҙы ваҡытһыҙ аяҡтан йыға, һәм Руслан сит-ят ерҙә инде бөтөнләй япа-яңғыҙ тороп ҡала. Әлдә туғандары мәрхәмәтле булып сыға – әсәһенең бер туған апаһы Миңзәлә, тормош иптәше менән кәңәшләшкәндән һуң, уны үҙ ғаиләһенә ҡабул итә. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылына шулай килеп юлыға ул.
«Әсәйем үлгәс, йырламай башлағайным. Тик донъяла изге кешеләр бөтмәгән икән. Миңзәлә апайымдың ғаиләһенә рәхмәтем ҙур. Ә яңынан йырлай башларға Иҫәнғол мәҙәниәт һарайы йырсыһы, халыҡ- ара конкурстар лауреаты Вафа Мәүлитов ярҙам итте».
Әлеге ваҡытта Руслан Яҡшыбаев – БДУ-ның юридик факультеты студенты. Киләсәккә ниәттәре лә ҙурҙан егеттең. Һайлаған һөнәрен энәһенән ебенә хәтлем үҙләштереүҙән тыш, йыр-бейеүҙән дә айырылырға уйы юҡ.
... Өфө мәҙәниәт йорттарының береһенең матур итеп биҙәлгән сәхнәһе. Олпат алып барыусы киләһе номерҙы иғлан итә: «ҡаршы алығыҙ, сәхнәлә йәш, әммә талантлы йырсы – Руслан Яҡшыбаев!». Әкрен генә тулҡынған бәрхәт тауышты тыңлап, уның тормошон күҙ алдынан үткәрәм. Ышанам, киләсәге сағыуыраҡ, бәхетле минуттарға бай буласаҡ Русландың! Ә Башҡортостан, сит ил тамашасылары уның йырҙарын ишетәсәк әле!

Гүзәл АТНАҒОЛОВА,
БДУ студенткаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»