RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ

30.04.2011 ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ

«ҡайҙа ҡарама – яҡташтар. Быраулайҙар, эҙләнәләр...»
ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
Бованенково Сё-Яха, Морды-Яха һәм Надуй-Яха йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Бындағы сәнәғәт һәм көнкүреш объекттары бер нисә майҙанға һибелгән. Беҙ 45 көн йәшәргә һәм эшләргә тейеш булған объекттар 3-сө майҙанда урынлаш­ҡан булып сыҡты. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, был майҙан башҡаларынан ҙурлығы менән дә, кешеләренең күплеге менән дә айырылып тора. Башҡаларын күрмәгәс, улар хаҡында һүҙ йөрөтә алмайым, әммә халыҡтың күплеге бер ҡарауҙа уҡ күҙгә ташлана. ҡайҙа баҡма, уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында аҙыҡ-түлек магазиндары алдындағы кеүек һыу буйы халыҡ: ашханаға инһәң дә, мунсаға барам тиһәң дә, хатта хәжәтеңде үтәү өсөн дә тубығыңды ҡыҫып сиратта торорға тура килә.
Бованенковола бер газ эшкәртеү заводы файҙаланыуға тапшырылған да инде. Әлеге ваҡытта икенсеһен сафҡа индереү буйынса эштәр башҡарыла. Бында ла эшкәртеү алдынан газды комплекслы әҙерләү ҡоролмаһының тәүге модуле һалынып бөткән. Ошо көндәрҙә уның икенсеһе тамамланыу алдында. Бер үк ваҡытта газ промыслаларынан заводҡа ҡәҙәре “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡыуыу өсөн торбалар һуҙыла. Обь – Бованенково тимер юл селтәренең 525 километры файҙаланыуға тапшырылған. Яҡын көндәрҙә ул Карское станцияһын да тоташтырырға тейеш. Ул сағында төҙөлөшкә кәрәкле материалдарҙы килтереү өсөн диңгеҙҙең боҙҙан әрселгәнен көтөп ятмаясаҡтар. Ағас, кирбес, металл конструкциялар, торбалар, яғыулыҡ-майлау материалдары, техника, аҙыҡ-түлек – барыһы ла тимер юлы менән килтереләсәк. Был иһә үҙ сиратында уларҙы күпкә арзанайтасаҡ.
ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘЮл файҙаланыуға тапшырылһа, Бованенковонан Салехард аша Мәскәүгә тура тимер юлы буласаҡ. Ямалға Рәсәйҙең үҙәк өлкәләренән килеп эшләгән кешеләр Һамар, Өфө, Силәбе, Төмән аша йөрөмәйәсәк, ә туранан-тура баш ҡаланан ҡырыҫ тәбиғәтле ҡарлы-боҙло ненец иленә юлланасаҡ. Хәйер, бында Мәскәү, Рязань, Түбәнге Новгород, Пенза, Кострома, Иваново һәм башҡа өлкәләрҙән килеп эшләгән бер генә кешене лә осратырға насип булманы. Ырымбур өлкәһе, Чечен, Дағстан, Татарстан Республикалары вәкилдәре лә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Украина, Үзбәкстан һәм ҡаҙағстан­дан килгән бер нисә әҙәм бар. ҡалған халыҡтың 70 – 80 проценты Баш­ҡортостандан. Бованенковола, һин ниндәй өлкәнән йәки республиканан, тип һорамайҙар, ә һин ниндәй райондан, тиҙәр. Күпселек халыҡ Мәләүез, Салауат, Ишембай ҡалаларынан. Көйөргәҙе, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Дүртөйлө, Бәләбәй, Бүздәк райондарынан да кешеләр байтаҡ. Уҙған быуаттың етмешенсе йылдары уртаһында Ямалда ижади командировкала булғанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми ҙә ғәжәпләнгән был күренешкә.
ҡайҙа ҡарама – яҡташтар,
Быраулайҙар, эҙләнәләр.
Ямалды ла үҙгәртәләр,
Үҙҙәре лә үҙгәрәләр, –
тип яҙған ул 1977 йылда үҙенең “Ямалда” тигән шиғырында.
ҡырыҫ тәбиғәт, ял көндәрһеҙ тәүлегенә ун сәғәткә һуҙылған ауыр эш, ҡатмарлы көнкүреш шарттары, ай ярымдан ашыу ғаиләнән айырылып тороу ир-аттың холоҡ-фиғелен үҙгәртмәй ҡалмай, әлбиттә. Өҫтәүенә, ғаиләһендә тыныслыҡ та булмаһа. Юҡҡа ғына берәү янғын һүндереүселәр депоһының тәҙрә төбөнә ҡара хәрефтәр менән: “Мин – мөгөҙлө болан, ә бисәм – фәхишә!” – тип яҙып ҡуймағандыр. ҡасан ғына бер-береһен өҙөлөп һөйгән, бер-береһе өсөн йәндәрен дә аямаған ир менән ҡатындың, телефон аша һүҙгә килешеп, айырылышыу сигенә еткәндәрен күреү аяныс. Ғаилә усағына даими рәүештә утын өҫтәп торһаң ғына ялҡыны ҡыҙыу була ул. Йылыһы булһа, йортта ла йәнлелек, балалар ҙа шат, мөхәббәт тә саф, ир менән ҡатын да бәхетле. Ә ярты ғүмерен ситтә үткәргән ир-ат ғаилә усағына нисек утын өҫтәһен?
Бер вагонда йәшәгән, икенсеме-өсөнсөмө вахтала ҡалып эшләүсе Стәрлетамаҡ егете ҡатынына шылтырата. Һин дә мин генә һөйләшеп ултыра торғас, быларҙың араһында гөлтләп нәфрәт уты тоҡанды ла китте.
– Мин бында ярты йыл буйы өйгә ҡайтмайынса Ямалдың мәңге туң ерен тапайым, ә һин ҡыҙыл диңгеҙ буйында артыңды ҡыҙҙырып ятмаҡсыһыңмы? – тип ҡысҡыра яҡташым Стәрлеләге ҡатынына. – һиңә әйттем бит, баланы ла алып, мин ҡайтҡас бергә барырбыҙ. Ниңә сыпраңлай­һың?
Уҡыусылар хәтерләйме, юҡмы икән, “Боландар иленә сәйәхәт” тип исемләнгән мәҡәләмдә вахта ысулы менән ситтә эшләүсе ирҙәр һәм уларҙың ҡатындары араһындағы мөнәсәбәтте асырға тырышҡайным инде. ҡыҙыҡ күреп яҙмағайным уны. Кеше, уның булмышы, яҙмышы тураһында хафаланыу­ҙар нигеҙендә тыуғайны ул әҫәр. Мәҡәлә ташҡа баҫылғас, төрлө фекер ишетергә тура килде. Улар араһында миңә ләғнәт уҡығандар ҙа табылды, хуплаусылар ҙа осраны. Ире Радужный ҡалаһында эшләгән Зәйнәп исемле ҡатындың әйткәндәре хәтеремә һеңеп ҡалған: “Ныҡ дөрөҫ әйткәнһең дә ул, Сибәғәт. Һинең мәҡәләңдә яҙылғандарҙың хаҡлығын раҫлап, редакцияға хат та һалып ебәрергә уҡталғайным да, ирем белеп ҡуйыр тип ҡурҡтым. Мин йәш бит әле, өйҙә бикләнеп, иремдең ситтә йөрөгәненә нисек түҙеп ятайым, һөйәрем бар. Ләкин ул бит ваҡытлыса мауығыу ғына, енси ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү. Мин барыбер иремде генә яратам. Ул мине өрмәгән ергә ултыртмай, балаларым өсөн өҙөлөп тора, ғаиләбеҙ етеш тормошта йәшәһен тип мал таба”.
Ике-өс көндән яҡташымдың кәйефе юҡлығын күреп, һорап ҡуйҙым:
– Нимә булды, эштә берәй проблема килеп тыуҙымы әллә?
– Юҡ та, эштә барыһы ла ҡәҙимгесә. Бөгөн ҡатын шылтыратты. Тәки үҙ һүҙен һүҙ итеп, Мысырға ял итергә китеп барған. Баланы минең әсәйгә ҡалдырған да киткән, йүнһеҙ. Күптән айырылышыуға сәбәп эҙләп йөрөй ине инде ул, быныһы һуңғы аҙым булды, ахырыһы.
– Килешеп китерһегеҙ, бәлки, – тим, тегене тынысландырырға тырышып. – Мысыр йәһәннәм түгел дә инде, ял итер ҙә, ҡайтыр.
– Юҡ! – Өҙә һуҡты яҡташым. Хатта күҙҙәренән осҡондар сәсрәп китте. – Ул һиңмай бер ужым быҙауын эйәртеп киткән диңгеҙгә!
Йөрәге ни тиклем генә һыҙланһа ла, үҙен ныҡ тотто яҡташ егет, бирешмәне. Башкөллө эшкә сумды, ғаилә проблемаларынан ваҡытлыса ғына булһа ла арындырып торорға хеҙмәт ярҙам итте шикелле. Хәйер, бында Башҡортостан егеттәренең кемеһелер насар эшләй тип әйтеп булмай. Ниндәйҙер тормош мәшәҡәттәре, проблемалар килеп тыуыуға ҡарамаҫтан, бирешмәйҙәр, барыһы ла уңған, көс-ғәйрәттәре ташып тора. Эшләргә һәләттәре лә, теләктәре лә бар. Дөрөҫ, улар тәү ҡарашҡа барыһы ла бер төрлөрәк. Характерҙары ла оҡшаш, маҡсаттары ла бер. Себер тарафтарына ла улар­ҙы бер үк сәбәп – республикалағы эшһеҙлек һәм аҡсаһыҙлыҡ алып килгән. Мәгәр үҙҙәренең тормош позициялары, хеҙмәткә булған ынтылыштары, һайлап алған һөнәрҙәренә тоғролоҡ һаҡлауҙары һәм рухи донъяларының сафлығы менән улар минең иғтибарымды йәлеп итә алды. Шундайҙарҙың береһе – Илеш райо­ны егете Зәйтүн Миңъязов.

Ҙур Рәсәйҙең сикһеҙ киңлегендә яҡты йондоҙ булып балҡыйҙар
ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
– Мин Ямалда 2006 йылдан инде ул, – ти Миңъязов. – Үҙебеҙҙең районда эш булмағас, дүрт-биш егет һөйләштек тә, Уренгойға сыҡтыҡ та киттек. Бында ла беҙҙе берәү ҙә көтөп тормай икән дә. Вокзалда йоҡлап йөрөйбөҙ. Аҙнанан ашыу бер ойошманан икенсеһенә йүгерә торғас, аҡса ла, ашарға ла бөттө. Бергә килгән иптәштәрем миңә күҙҙәренең ағы менән ҡарай башланы. Шулай үҙ-ара һуғышыр сиккә еткән сағыбыҙҙа бәхет йылмайҙы – ошо ойошмаға килеп морон төрттөк. Шунан бирле төрлө эштә йөрөргә тура килде: балта оҫтаһы ла, стропальщик та, монтажник та, звено етәксеһе лә булдым. Хәҙер килеп административ-көнкүреш комплексы төҙөү менән мәшғүл бригада менән етәкселек итәм.
Зәйтүн заманында бил бирмәҫ көрәшсе лә булған. Башҡортостанда ла, Татарстанда ла йыл һайын һабантуйҙарҙа ла, башҡа ярыш­тар­ҙа ла йыш ҡатнашҡан. Еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә булған, әлбиттә, ярыш бит шуның өсөн. Ләкин бер алыш ваҡытында уңайһыҙ төшөп, бот төбөнән аяғының быуынын ҡаймыҡтыр­ған. Шунан бирле аяғы зәғифләнеп ҡалған. Тәүлегенә биш-алты тапҡыр көн торошо үҙгәргән Ямалда еңел түгел бындай имгәнгән быуын менән.
– Район табиптары ла, үҙебеҙҙең республика, Татарстан табиптары ла дауалап ҡараны, файҙаһын күрмәнем, – Зәйтүн ғәйепле кеше һымаҡ миңә ҡарай. – Өшкөрөп-төкөрөп дауалаусы имсе әбейҙәргә йө­рөүҙәр­ҙең дә фәтүәһе булманы. Хәҙер ҡул һелтәнем. Иң мөһиме, баш иҫән булһын да, Аллаһы Тәғәлә ошо һаулығымдан айырмаһын.
ҡайтыр саҡта ғына матур яңылыҡ ишетеп, ысын күңелдән шатландыҡ – фиҙакәр хеҙмәте, ҡул аҫтында эшләгән кешеләр менән оҫта етәкселек иткәне, туплаған бай тәжрибәһе өсөн Зәйтүн Миңъязовты участка мастеры итеп үрләткәндәр!
Ағымдағы йылдың август айында файҙаланыуға тапшырылырға те­йешле һыу һурҙырыу станцияһының эсен яңғыратып, Айрат ағай Шайғәрҙәнов йыр йырлай. Тыумышы менән Миәкә районынан булһа ла, Мәләүез ҡалаһында йәшәй ул.
– Мин – үҙемде белә-белгәндән сәнғәткә ғашиҡ кеше. Бәләкәйҙән гармунда шәп уйнаным, – ти Айрат Ислам улы. – Унынсы класты тамамлағас, сәнғәт училищеһына барырға уйым бар ине, тик атайым ебәрмәне. “Әртис кеше бәхетһеҙ була ул”, – тине.
Совет иле тарҡалғанға ҡәҙәре улар­ҙың ғаиләһе ҡаҙағстандың Эки­бастуз ҡалаһында йәшәгән. Айрат ағай шунда шахтала конвейер машинисы булып эшләгән. Милли республикалар, үҙаллылыҡ алып, үҙҙәрен айырым дәүләт итеп иғлан итә башлағас, яҡташтарыбыҙҙың күбеһе кеүек үк, Шайғәрҙәновтар ҙа Башҡортостанға ҡайтырға мәжбүр булған. Мәләүездә төрлө эштә йөрөгән Айрат Ислам улы. Тик донъя бөтәйтер өсөн яҡшы хеҙмәт хаҡы кәрәк бит, ә Мәләүездә ундай эште ҡайҙан табаһың?
Айрат ағай һүҙ эҙләп кеҫәгә инә торған кеше түгел. Һәр әйткәнеңә тиҙ генә яуабын таба һала. Аҙыраҡ маҡтанып алырға ла күп һорамай.
– Урманға сығып, йырлап ебәр­һәм, елкәләренә тубырсыҡ һалып ҡайтып килгән тейендәр, бер ботаҡтан икенсеһенә һикерергә кәрәклеген онотоп, моңло тауышыма һоҡланып тора. Сысҡан ауларға сыҡҡан төлкөләр, эштәрен ташлап, арҡаларына ятып, минең йырҙы тыңлай, – тип көлдөрә беҙҙе Айрат Ислам улы. Аҙаҡ, беҙ көлгәндән кинәнес табып, үҙе лә рәхәтләнеп көлә. Юмор ҙа, ирония ла етерлек унда. Ләкин барыбер йырлаған сағында Айрат ағай етдиләнеп, уйсанланып китә. Хистәрен тышҡа сығармаһа ла, Мәләүездә ҡалған ҡатынын, ҡыҙы менән улын һағына торғандыр инде ул бындай саҡтарҙа.
Талантлы кешеләр бик күп яҡташтарыбыҙ араһында. Фәнил ҡорбанғәлиев, мәҫәлән, грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. Ул Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, күп тапҡыр еңеү яулаған. Халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә Ағиҙел ҡалаһы бәһлеүәне республикабыҙ көрәшселәренең данына тап төшөрмәгән. Хеҙмәт вахтаһында ла арыу-талыу белмәй эшләгән Фәнил Фаяз улы. Байкал-Амур магистрален һалыуҙа фиҙакәрлек күрһәткәне өсөн уны миҙал, бик күп Маҡтау грамотаһы менән бүләкләгәндәр. Бованенковола ла ҡорбанғәлиев үҙ иңенә һалынған бурысты намыҫ менән башҡара. Ул, бер ҡараһаң, ташсы, икенсе ҡараһаң, бетонсы. Балта эшенә лә бик маһир. Үҙе менән бергә эшләгән йәштәргә лә үтә талапсан Фәнил Фаяз улы. Нимәнелер еренә еткереп башҡармаһалар, көт тә тор, буран сығарыуы ла ихтимал.
Олораҡ быуын вәкилдәренең хеҙмәткә ҡарата булған ихтирамлы ҡарашы йәштәргә лә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Стәрлетамаҡ егете Илдар Ғатауллин етәкселек иткән звенола барыһы ла тиерлек йәштәр.
– Эльвир Сәлиховҡа – 27 йәш, Айрат Байғотлинға ла шул тиклем, сыуаш егете Максим Яковлевҡа 24 йәш кенә, – ти Илдар. – Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар эшкә тотонһа, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Бындай егеттәр менән теләһә ниндәй ҡыйынлыҡтар­ҙы ла еңеп сығырға була.
Эльвир Салауат ҡалаһында тыуған. 20-се һөнәрселек лицейында уҡып, төҙөүсе-техник һөнәрен алып сыҡҡас, хеҙмәт юлын СНХРС ойошмаһында башлаған. 2008 йылда кәләш алған, хәҙер бер малайҙары үҫеп килә. Етмәһә, йәш ғаилә башлығы Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында уҡып та йөрөй.
– Ғаиләне, баланы ҡарарға кәрәк бит, – ти Эльвир. – Уҡыу ҙа түләүле. Шуға күрә, ҡыйын булһа ла, Уренгойға килергә мәжбүр булдым. Өйҙә ятҡанға берәү ҙә килтереп тоттормай ул.
Айрат – милли батырыбыҙ ҡаһым түрәнең ырыуҙашы, Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылы егете. Ике һүҙенең береһендә легендар яҡташы менән ғорурланыуын йәшермәй. Ата-олатайҙарының тамырҙарын да ныҡлы өйрәнгән ул.
Армияға ҡәҙәре үк Наумовка ауыл хужалығы техникумын тамамлаған егет Айыусыла ферма мөдире булып эшләргә лә өлгөргән. Башлы-күҙле булғас, йәш ҡатынына, яңы ғына тәпәй баҫып килгән улына лайыҡлы тормош булдырыу маҡсатында, Себергә тартылған. Ғаиләһе алдында яуаплылыҡ тойоу ғәләмәтелер инде был.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.

Өфө – Яңы Уренгой – Бованенково.
(Дауамы. Башы 31-се һанда).

Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»