30.04.2011 Эскеселәр үҙҙәре генә йонсомай
йәки Эскелек, наркомания менән мауығыусылар башҡаларға ла ҙур зыян килтерә
Һәр көн иртән тороп, эшкә юлланғанда подъезд төбөндә әллә йоҡоһонан уянып сыҡҡан, әллә инде бөтөнләй йоҡламаған, күҙҙәре шешенеп бөткән кешеләргә тап булам. Меҫкен хәленә төшкән, асарбаҡҡа оҡшап торған был кешеләр араһында йәш кенә егет һәм ҡыҙҙарҙың күп булыуы бөтөнләй аптырата. Улай ғына ла түгел, ҡотто осора. ҡалтырана-ҡалтырана, аҡса һорайҙар бит әле, етмәһә!
Ауылдарҙа ла хәл шулай уҡ. Өйөнән генә спиртлы эсемлектәр һатыусылар иң билдәле һәм кәрәкле кешеләр булып иҫәпләнә. Улар рәхәтләнеп, бер кемдән дә ҡурҡмай, яраҡлыҡ ваҡыты үткән һыра булһынмы, техник спиртмы – һата ғына бирә! Ә кемдән ҡурҡһындар инде, кемдең уларҙы бындай ҡылыҡтары өсөн яуапҡа тарттырғандарын күргәне бар? ҡасандыр бер апай, мине юлда туҡтатып: «Бынау спирт һатыусылар тураһында «Йәшлек»кә яҙ әле, ҡыҙым, бигерәк шаштылар бит. Бәлки, оялырҙар... Нисәмә кешенең башына еттеләр бит инде!» – тип әсенеп һөйләп торғайны. Ә сәмәй һатыусы бер әҙәм миңә: «Бер кемдең дә ауыҙына ҡойғаным юҡ», – тип кенә яуап ҡайтарҙы. Быныһы ла дөрөҫ. Тимәк, кешеләрҙә эсмәй генә лә байрам итеү мәҙәниәтен үҫтереүҙән башҡа юл ҡалмай.
Быйыл республикала «Айыҡ ауыл» конкурсы иғлан ителде. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, конкурсты эксперимент булараҡ үткәреп ҡарарға ниәтләгәндәр, унда ҡатнашыусылар әллә ни күп булмаҫ, тигән фекер ҙә күҙ уңында тотолған. Шуға ла быйыл мөһим сараға старт биреп, киләһе йылда уны тағы ла ҙурыраҡ масштабта ойошторорға планлаштырылған. Әммә, хәҙер күренеүенсә, конкурста ҡатнашырға теләүсе ауылдар шул тиклем күп. Республиканың 37 районынан йөҙҙән ашыу ауыл сараны күтәреп алды, уларҙың бөтәһе лә ойоштороусыларға ғариза тапшырып, эскелеккә ҡаршы көрәште үҙ ауылында башланы.
Был факт нимә тураһында һөйләй һуң? Беренсенән, халыҡ эскелек проблемаһынан шул тиклем туйған һәм был бәләнән ҡотолоу юлдарын эҙләргә, ошо юҫыҡта нимәлер эшләргә әҙер. Был бик ҡыуандыра. Ни тиһәң дә, сиреңде аңлау һәм дауаланырға ҡарар итеү – сирҙән ҡотолоуҙың төп шарты. Икенсенән, эскелек проблемаһы, ысынлап та, бөгөн көнүҙәк һәм ул кисекмәҫтән хәл итеүҙе көтә. Был турала асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, ниндәйҙер саралар күрергә ваҡыт етте.
Наркоман менән йәшәү тормош түгел
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты инициативаһы менән «Граждандарҙың сәләмәт тормош алып барыуын формалаштырыуға булышлыҡ итеү» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда республиканың төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары Венера Шәрәфетдинова һәм Альбина Буранғолова ҡатнашты. Сарала кешеләрҙе сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү маҡсатында ҡабул ителергә тейешле закондарға ниндәй тәҡдимдәр индерергә кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы. Һәр бер ведомство вәкиле, үҙенең тәҡдимдәрен индереп, тармаҡты борсоған проблемалар менән бүлеште.
Әлбиттә, алдан уҡ шуны билдәләргә кәрәк: республикала сәләмәт тормошто пропагандалау йыл әйләнәһенә дауам итә, ошоға бәйле төрлө саралар, кәңәшмәләр ойошторола. Тик «Себеште көҙ һанайҙар» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит – бөгөн наркомания проблемаһы, наркотиктар ҡулланыу эпидемия хәленә еткән иткән, тимәк, быға тиклем башҡарылған эштәр генә етмәй, тигән һығымта яһарға тура килә. Сәләмәт тормош тураһында һөйләй башлау менән иң тәүҙә эскелек проблемаһы күҙ алдына баҫа. Тик, бөгөн күренеүенсә, граждандар «йәшел йылан» менән генә түгел, химик наркотиктар менән дә көндән-көн йышыраҡ дуҫлаша. Был афәт көндән-көн күберәк кешене үҙенә буйһондора.
«Түңәрәк өҫтәл»дә Наркотиктар әйләнешен контролләүсе федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар әйтеүенсә, йәштәр һәм балалар араһында арзанлы химик наркотиктар ҡулланыусылар һаны кәмеүгә түгел, артыу яғына бара. Был, ысынлап та, эпидемияға әйләнгән бәлә.
Бөгөн мәктәптә йәки юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың наркотиктар ҡулланамы-юҡмы икәнлеген тикшереү эксперименты бар. Тик был тикшереү процесында һәр кем үҙе теләп кенә ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның һис кенә лә файҙаһы юҡ тиерлек. Ниндәй бала йәки үҫмер, наркотиктар ҡулланған хәлдә лә, барып тикшерелеп, ошо хаҡта бөтә донъяға хәбәр итһен инде! Психологтар фекеренсә, бәлиғ булмаған кешеләр, наркотик йәки эскелектең ҙур проблема, сир икәнлеген тулыһынса аңлап, дауалана башлауҙы кәрәк тип тапмай. Шулай уҡ был мәсьәләне ата-әсәһе йәки уҡытыусылар менән хәл итергә лә йыйынмай. Һөҙөмтәлә «наркотиктарға тикшерелергә» һаман да шул тәртипле балалар ғына бара булып сыға. Ә упҡын ситендә тороусылар һәм шунда башаҡаларҙы ла һөйрәүселәр иғтибарҙан ситтә ҡала.
Шуға ла наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу менән шөғөлләнеүселәр балалар һәм үҫмерҙәрҙең наркотиктар ҡулланмы– юҡмы икәнлеген тикшереү процесын мәжбүри итеү яҡлы. Әлбиттә, был кешенең хоҡуҡтарын боҙоу була. Ни тиһәң дә, бөгөнгө закондар бер кемде лә көсләп медицина тикшереүе үтергә мәжбүр итә алмай.
Ә бит бер наркоман тағы ла 20 дуҫын энәгә ултырта, әллә күпме кешене енәйәткә этәрә. Ә үҙе һуң! Наркотиктар ҡулланған кешеләрҙең ауырыу икәнлеген бөгөн һәр кем аңлай. Тик уларҙың психикаһы ҡаҡшай, һәм был ауырыуҙарҙан нимә көтөргә кәрәклеген бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бер генә һау-сәләмәт, айыҡ аҡыллы кешенең дә наркоман менән күрше булып йәшәгеһе, йә булмаһа, дуҫлашҡыһы, хатта осрашҡыһы ла килмәй. Бәләһенән баш-аяҡ! Наркомандар ҡылған енәйәттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Һуң, шулай булғас, был кешеләр йәмғиәткә ҙур зыян килтерә, тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Шуға ла «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, үҫмерҙәр, йәштәр, балаларҙың наркотик ҡулланамы-юҡмы икәнлеген тикшереү мәжбүри булырға тейеш, тигән тәҡдимде күтәреп алды. Был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителер, һәм закондарға тейешле үҙгәртеүҙәр индерелер тип ышанғы килә.
«Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап...»
Һәр кешенең ғүмерендә мәктәп тәрбиәһе лә ҙур роль уйнай. Шуға ла һәр мәктәптә спорт секциялары булырға тейеш. Тик ошо спорт секцияларын ойоштороу ғына ла әллә күпме проблема барлығын асыҡлай. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Венера Шәрәфетдинова стандартлаштырыу һәм ҡулайлаштырыу процесы барышында ҡайһы бер мәктәптәрҙең ябылыуы, ҡыҫҡартылыуы проблемаһының бер яҡлы ғына хәл ителеүен билдәләне. Урындағы етәкселәр, күп тә уйлап тормай, мәктәптәрҙе ябып, балаларҙы икенсе ауылға автобус менән ташыуҙы ойоштора башланы. Әлбиттә, улар уҡыу учреждениеларын үҙ белдеге менән ҡыҫҡартмай, БР Мәғариф министрлығы талаптарына буйһона. Ә был министрлыҡ, үҙ сиратында, республиканың финанстарҙы көйләүсе төп ведомство ҡарарҙары буйынса эш итә. Һөҙөмтәлә, бер-береһенә бәйләнгән аңлайышһыҙ бер сылбыр килеп сығып, ауылдарҙа йәшәүсе балалар ауыр хәлгә төшә. Көн һайын әллә нисәмә километр юл үткән балала ниндәйҙер түңәрәктәргә йөрөү ҡайғыһы ҡаламы икән ул?!
Ғөмүмән, мәктәптәрҙә проблемалар етерлек. Шул уҡ ашау мәсьәләһе лә киҫкен ҡала. Мәктәп янында баҡса йәки башҡа ярҙамсыл хужалыҡ тотҡандар үҙҙәре эшләп ашаһа ла, уҡыусыларҙы йүнле йылы төшкө аш менән тәьмин итә алмаған мәктәптәр юҡ түгел. ҡасандыр һәр бер мәктәптә сифатлы эсәр һыу һәм хатта һәр бер балаға һәр көн һөт биреләсәге хаҡында ла һүҙ булғайны. Тик был эш тә бөгөн тотҡарланып тора. Кеше сәләмәт булһын өсөн ашауға ла иғтибар итергә кәрәк. Бигерәк тә йәш быуынға ҡағылған был мәсьәләгә күҙ йомоп ҡалыу ҡурҡыныс һөҙөмтәгә килтерәсәк.
Эскелектән ҡотолоп булырмы?
«Граждандарҙың сәләмәт тормош алып барыуын формалаштырыуға булышлыҡ итеү» темаһына арналған «түңәрәк өҫтәл»дә был көнүҙәк темаға ҡағылышлы әллә күпме фекер еткерелде, проблемалар ҡаралды. Әлбиттә, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауҙа киң матбуғат сараларының да өлөшө ҙур, был хаҡта ҡат-ҡат билдәләнде. ҡәләм көсөн бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Әммә һәр кеше тирә-яҡҡа иғтибарлабыраҡ, яратып ҡараһын һәм наркомания, эскелеккә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерһен ине. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә ауылдарҙа, киоскыларҙа тәмәке, спиртлы эсемлектәр һатыусыларға нығыраҡ иғтибар итһен, үлем һәм сир һатыусыларҙы язаға тарттырһын. Эскелек, тәмәке тартыу һәм наркомания һаҙлығы көс етмәҫлек бер нәмә түгел.
Эште нимәнән башларға һуң? Әлбиттә, үҙеңде хөрмәт итергә һәм сәләмәтлегеңде бушҡа туҙҙырмаҫҡа. Хоҙай Тәғәлә беҙгә сәләмәтлекте аманат булараҡ ҡына биргән, уны тәләфләргә хаҡыбыҙ юҡ. Башҡаһы инде үҙенән-үҙе киләсәк.
Спирт урынына – спорт!
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре граждандарҙы сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу өсөн эште спорт сараларын ойоштороусылар – тренерҙар, спортсылар һәм башҡаларҙы борсоған финанс мәсьәләләрен хәл итеүҙән башларға тәҡдим итте.
Тик бына шуныһы: республикала әле тегендә, әле бында төрлө спорт майҙансыҡтары, учреждениелары асылыуы тураһында хәбәр ителә. Әммә шулай ҙа бөгөн эшләп йөрөгән кешеләр был учреждениеларға йөрөү өсөн әллә күпме аҡсаһын түгергә мәжбүр. Мәҫәлән, бер тапҡыр бассейнда йөҙөү 220 һумдан да кәм түгел. Фитнес-залдар менән дә хәл шул сама. Ә бит граждандарҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү өсөн аҡса бүленмәй тип әйтеп булмай. Тик ул урамдарҙа кешеләргә нотоҡ уҡыусы флаерҙар таратыу (уны кем уҡып торһон инде!), йә булмаһа, мәҙәни саралар ойоштороуға китә шикелле. Мең тапҡыр нимәлер аңлатып маташҡансы, әллә ни күп аҡса алып эшләмәгән ябай кешеләр ҙә йөрөрлөк спорт учреждениелары күберәк төҙөлһөн ине. Юҡһа бөгөн эсеүен ташлаған, шунлыҡтан ғүмерҙә булмағанса буш ваҡыты килеп сыҡҡан кешенең артабан нимә менән шөғөлләнә башларға тейешлеген аныҡ ҡына аңлатыуы ҡыйын.
Лилиә СИРАЕВА.