23.04.2011 ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
Һайлаған һөнәрем буйынса ғүмеремдең байтаҡ өлөшө юлда үтһә лә, һәр яңы командировкаға сығыр алдынан күңелемдә ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тулҡынланыу хасил була. Башта мең төрлө уй ҡайнай. Әле лә, “Өфө – Яңы Уренгой” поезына ултырыр алдынан, баш ҡалабыҙ вокзалында гөж килгән меңәрләгән пассажирға ҡарап, уйға ҡалдым. ҡайҙа бара был тиклем халыҡ, нимә эҙләп сәфәр сыҡҡандар?
Яҡташтарҙың ситтә һалған юлын ниндәй үлсәм менән үлсәргә?
Кешене ситтә ризыҡ йөрөтә, тиҙәр. Әллә былар ҙа тамаҡ хаҡы өсөн генә китеп барамы Себер тарафтарына? Улай тиһәң, үҙебеҙҙең Башҡортостанда бөткәнме ни ғаиләһен ҡарарлыҡ, балалар үҫтерерлек, тамаҡ туйҙырырлыҡ ҡына эш? Быға ҡәҙәре, республикабыҙ иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтары буйынса ла Рәсәй субъекттары араһында беренсе урындарҙа килә, тип лаф ора инек түгелме һуң? Шулай булғас, ниңә бәйгеләрҙә тояҡ аҫтарынан ут сәсрәтеп сабып килгән арғымаҡтың башын шаҡарып тоторҙай ир-егеттәр, ата-бабалар төйәген ташлап, ғаиләләрен ҡалдырып, әллә ҡайҙарға китеп бара һуң?
Поезға ултырғас та минең менән плацкарт вагонының бер бүлегенә эләккән егеттәрҙең барыһының да Себергә эшкә китеп барыуы мәғлүм булды. Шуларҙың Дим биҫтәһендә йәшәгән Рәмил исемлеһе генә алтынсы йыл Сорғот ҡалаһының бер ойошмаһында механик булып эшләй икән. ҡалған башҡаларыбыҙ – беренсе тапҡыр “оҙон аҡса” артынан китеп барыусы яңылар. Редакцияла уйлап сығарылған легендаға ярашлы, минең дә Яңы Уренгойға эш эҙләп юлланыуым. “Һөнәрем” буйынса тимер-бетон һәм ҡорос конструкцияларҙы йыйыусы бишенсе разрядлы монтажсымын. Кеҫәмдә бының шулай икәнен дәлилләүсе ҡыҙыл ҡатырға тышлы танытмам да бар.
Поезда һелкенеп килә торғас, юлдаштарымдың береһе һорап ҡуйҙы:
– Үҙең, эшкә китеп барам, тиһең, үҙең бәләкәй генә сумка күтәргәнһең. Эш кейемдәрең ҡайҙа һуң?
– Унда барғас бирәләрҙер әле. – Мин вайымһыҙ булырға тырышып, һүҙемде дауам итәм. – Элек эшкә урынлашҡан кешене баштан-аяҡ кейендерә торғайнылар ҙа инде.
– Кейендерҙеләр ти һиңә, күңелеңде киң тот. Бына беҙ бүректән алып быймаға ҡәҙәр үҙебеҙ һалып алдыҡ. Яланғас туңып үләһең дә баһа.
Миңә 1976 йылдан алып Сорғотта йәшәгән Мөхтәр ағай Сәғитовҡа шылтыратыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ниндәй маҡсат менән Уренгойға китеп барыуымды аңлаттым, кейем кәрәклеген әйттем. Иртәгәһен кейемдәрҙең ҡышҡыһын да, йәйгеһен дә бер тоҡ итеп тейәп алған Мөхтәр Вәлиулла улы мине Сорғот вокзалында ҡаршы алды. Ап-аҡ силғауҙар менән ойоҡбаштар һалырға ла онотмағайны хәстәрлекле яҡташым. Кейемдәрҙең барыһы ла яп-яңы. Кем әйтмешләй, себен дә ҡунып өлгөрмәгән үҙҙәренә.
Ямал – ер сигендәге ҡарлы-боҙло ненец ере
Сәғәт телдәре Ватанды һаҡлаусылар байрамы еткәнен белдереп һуҡҡан төндә Башҡортостан улдарын тейәгән поезд, көскә тын алып, Яңы Уренгой вокзалына килеп туҡтаны. Беренсе тапҡыр эш эҙләп килгәндәргә “Заполяргражданстрой” ойошмаһының иҙмә-бетон узелына барырға кәңәш иттеләр. Йәнәһе, унда йоҡларға мөмкин. Биш-алты егет, биштәрҙәребеҙҙе күтәреп, юлды белгән ир артынан шунда юлландыҡ. Йәтеш булды әле, вокзалда ултырғансы, рәхәтләнеп йоҡларбыҙ, тип ҡыуанған булабыҙ үҙебеҙ. Тегендә барып инһәк, мәхшәр, энә төртөрлөк тә урын юҡ! Буйы ун-ун ике, иңе өс-дүрт метр самаһы булған бүлмәнең ике яҡ стенаһы буйлап ағас урындыҡтар һуҙылған, түрҙә шундай уҡ өҫтәл тора. Алданыраҡ килгән бәхетлерәктәр шуның артына ҡунаҡлаған. Уңмағаныраҡтарға урын ишек тирәһендәрәк ҡалған. Бүлмәнең эсенә тулған төтөнгә сумкаларҙы элеп ҡуйырлыҡ. Берәүҙәр яратҡан хәләл ефеттәре өйҙән һалып ебәргән көмөшкәләрен эсә, икенселәр юлда алған һыраларын һемерә, өсөнсөләр, тәмәке әсеһенә быуылып, ноутбуктан кино ҡарай, дүртенселәр, кеҫә телефондарынан шылтыратып, Башҡортостанда ҡалған ата-әсәләрен, ҡатындарын, һөйгән ҡыҙҙарын тынысландырған була, бишенселәр, яҫтыҡ урынына баш аҫтарына төйөнсөктәрен ҡыҫтырып, йоҡларға тырыша. Әгәр теге донъяла, ысынлап та, тамуҡ бар икән, уның ҡабул итеү бүлмәһе ошоға оҡшаштыр, моғайын.
Иртән күмәкләшеп, сумкаларҙы күтәреп, “Заполяргражданстрой” ойошмаһының идаралығына юлланабыҙ. Тамаҡ ас, күңелдәрҙә нәфрәт, йоҡламағанлыҡтан күҙҙәр шешенгән, баш ҡайнай. Барыһында ла бер теләк – эшкә алһалар ғына ярай ине. Анау тиклем ерҙән килгәс, тупһа аша кире бороп сығарһалар, ай-һай.
Идаралыҡтың эсе лә ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә, кешенең иҫәбе-һаны юҡ. Шулай, этешеп-төртөшөп йөрөй торғас, ғариза яҙҙырҙылар. Эшкә подряд килешеүе нигеҙендә генә алалар, имеш. ҡырҡ биш көн бил бөккән әҙәмде, үҙенән һорап та тормайынса, эштән бушаталар. Яңынан килгәс, ул ҡабаттан ғариза яҙып, эшкә урынлашырға мәжбүр була. Бындай ысул эш биреүселәр өсөн уңайлы. Сөнки эшкә урынлашҡан бәндәнең бер ниндәй ҙә хоҡуғы юҡ. Уға, әгәр ҡазаға тарыһа, ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙҙарға тәғәйенләнгән пособиелар түләнмәй, отпускы ла бирелмәй. Ундай эшсе башҡа социаль льготаларҙан да мәхрүм. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡол хәлендә. Теләмәһәң, ана бара юлың, һине бында берәү ҙә саҡырып килтермәгән. Ә хеҙмәт баҙарында эшһеҙҙәр быуа быуырлыҡ, күптәр тамаҡ байына йөрөргә лә риза буласаҡ.
Ғаризаларына хужа эшкә алырға ризалығын белдереп ҡултамғаһын ҡуйған кешеләрҙе предприятиеның “Капитал” ҡаласығындағы һигеҙ урынлыҡ вагондарға урынлаштыралар, ашханала бушлай туҡланыу өсөн талондар бирәләр. Аллаһы Тәғәләнең кәйефе яҡшы саҡҡа тура килдек, ахырыһы, беҙҙең менән килгән егеттәр бәхетлеләр исемлегенә эләкте.
Икенсе көндө идаралыҡта тағы ла шундай уҡ хәл: талаш, ыҙғыш, ҡысҡырыш. Кадрҙар менән идара итеү бүлегенең алдында һыу буйы кеше теҙелгән. Төшкә ҡәҙәре алған сират миңә килеп еткәнсе киске сәғәт биштәр етте. Тейешле документтарҙы тултырып ҡына бөткәйнек, ҡултамғамды оҡшатмайынса, кадрҙар бүлеге начальнигы Светлана Андриан мине эттән алып эткә һалып иң алама һүҙҙәр менән әрләне лә, кабинет ишеген шартлатып ябып, ҡайҙалыр сыҡты ла китте. ҡырҡ минуттан ашыу торғас ҡына, бүлектә эшләгән башҡа ҡыҙҙар, ниһайәт, документтарымды тултырҙы. Мин оҙаҡлағас, Ишембай егеттәре ҡурҡыуға ҡалған.
– Һине эшкә алмағандар икән тип борсолоп бөттөк, – идаралыҡ алдында тәмәке быҫҡытып торған Николай Борщин менән Ришат Ғөбәйҙуллин шулай ҡаршы алды.
Николай оҙаҡ йылдар Ишембай быраулау эштәре идаралығында тимерҙе иретеп йәбештереүсе булған. Үкенескә күрә, Башҡортостандың “ҡара алтын” ятҡылыҡтарын табыуға нигеҙ һалыусы Ишембай нефтселәренең бөгөнгө хәле мөшкөл. ҡасандыр даны республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә яңғыраған предприятиены бөтөнләй ябып ҡуйҙылар. Уның тиҫтәләгән, йөҙләгән тәжрибәле хеҙмәткәре эшһеҙ ҡалды. Николай Николаевич та төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ул үҙ һөнәре буйынса республика бәйгеһендә ҡатнашып, еңеү яулаған һөнәрмән, “Алтын маска”ға эйә тимерҙе иретеп йәбештереүсе. Эшһеҙ ҡалғас, Ишембайҙың мәшғүллек бюроһына барып, иҫәпкә баҫырға мәжбүр булған.
Ришат та, Борщин һымаҡ уҡ, юғары разрядлы тимерҙе иретеп йәбештереүсе. Стәрлетамаҡтың “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй. Аҡса етмәү сәбәпле, Себергә килергә мәжбүр булған. Дөрөҫ, әле ул эшенән тулыһынса китмәгән, бары тик сираттағы ялын алған.
– Эшләп ҡарайым әле, әгәр бында хеҙмәт хаҡын мул түләһәләр, “Сода”нан китәм дә, икенсе вахтаға тағы киләм, – ти Ришат Ғөбәйҙуллин.
Ике көн “Капитал”да ҡунаҡлағас, һикһәндән ашыу кешене дүрт төркөмгә бүлеп, тәүге ике төркөмдө – Надым ҡалаһы аэропортынан, ҡалғандарын Медведково һәм Пангоды аэродромдарынан һәр береһенә 23 кеше һыйҙырышлы МИ-171 вертолеттарына ултыртып, Бованенковоға алып киттеләр.
Рәсәй хөкүмәте тарафынан “Газпром” ойошмаһына 2030 йылға ҡәҙәре “зәңгәр яғыулыҡ” ятҡылыҡтарын табыу һәм үҙләштереүҙе 1,53 тапҡырға арттырыу бурысы йөкмәтелгән. Йәғни бөгөнгә тиклем илдә йылына 650 млрд кубометр газ табылһа, ике тиҫтә йылдан һуң был күрһәткес 1 трлн кубометрға етергә тейеш. Ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн Ямал ярымутрауында яңы ятҡылыҡтарҙы үҙләштерә башлағандар ҙа инде. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлеге ваҡытта Ямалда яңы 32 углеводород ятҡылығы табылған. Шуларҙың 26-һы – материкта, дүртәүһе – Обь йылғаһы тамағы бассейнында һәм тағы ла икәүһе Карское диңгеҙендә урынлашҡан.
Белгестәр фекеренсә, бындағы газ запасы 26,5 трлн кубометрҙан ашыу. Уны үҙләштереү 50 – 70 йылға иҫәпләнгән.
План буйынса, Ямал ярымутрауындағы углеводород сеймалын үҙләштереү өсөн өс сәнәғәт зонаһы булдырыу күҙ уңында тотола. Шуларҙың тәүгеһе Бованенково төркөмөнә ҡарай. Икенсеһе – Тамбей һәм өсөнсөһө – Көньяҡ төркөмдәре. 2012 йылда ошо зоналарҙың иң көслөһө иҫәпләнгән Бованенковола ике газ эшкәртеү заводы, ярҙамсыл объекттар файҙаланыуға тапшырылырға һәм эштәр тулы ҡеүәтенә башланырға тейеш. Артабан Харасавэй менән Крузенштерн ятҡылыҡтарын үҙләштерергә тотонасаҡтар. Улар ҙа шул уҡ Бованенково төркөмөнә ҡарай.
ҡеүәтле сәнәғәт объекттары менән бер рәттән, заманса инфраструктура булдырыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Быларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ифрат ҙур финанс сығымдары талап ителә. Ләкин Рәсәй хөкүмәтендә, яңы порттар, автомобиль, тимер юлдары һалмай тороп, Ямалдың ер аҫты байлыҡтары менән донъя баҙарында уңышлы сауҙа итеп булмаясағын яҡшы аңлайҙар.
Мөхтәр Сәғитов Күгәрсен районының Дауыт-ҡайып ауылында тыуған. Унынсы класты тамамлағас, Салауат индустрия техникумында белем ала. Армия сафында булып, тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән атҡарып ҡайтҡан йәш егет Сорғот ҡалаһына килеп урынлаша. Уға төрлө вазифаларҙа эшләргә тура килә. Башта – өлкән механик, торараҡ техник контроль бүлеге етәксеһе, автогараж начальнигы ла була Мөхтәр Вәлиулла улы. Әлеге ваҡытта ул “Газпром” системаһында хеҙмәт юлын дауам итә.
Бер үк ваҡытта йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалғаны юҡ Мөхтәр ағайҙың. Ул Бөтә донъя башҡорттарының өс ҡоролтайында ла Төмән өлкәһенән делегат булып ҡатнашты. Сорғот ҡалаһындағы иң беренсе мәсетте асыуҙа ла, башҡорт-татар йәкшәмбе мәктәбен, “ҡурай” башҡорт ижтимағи үҙәген ойоштороуҙа ла роле баһалап бөткөһөҙ икәнен электән яҡшы беләм.
– Бик теләп, бәлки, тыуған Башҡортостанымда ла йәшәр, уның иҡтисадын үҫтереү өсөн белемемде лә, тупланған тәжрибәмде лә, көсөмдө лә йәлләмәҫ инем. Мәгәр, ҡалайтаһың, яҙмыш елдәре һалҡын Себерҙәргә илтеп ташланы. Шуныһы мөһим: башҡорт ҡайҙа ғына йәшәһә лә, үҙ асылына, ата-бабаларыбыҙ аманатына тоғро ҡалырға тейеш. – Шулай тине миңә Мөхтәр Сәғитов Сорғот вокзалының перронында һөйләшеп торған арала.
Ситтә йөрөһә лә, тыуған республикаһын онотмай Мөхтәр Вәлиулла улы, тамырҙарынан айырылмай, һәр саҡ туған халҡының мәнфәғәте һағында тора. Уның көсө менән бер нисә йыл элек Дауыт-ҡайыпта мәсет һалынды. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында ла иман йорттары асыуҙы хәстәрләп йөрөй. Уға быны берәү ҙә көсләп таҡмаған. Ханты-Манси Автономиялы Округы мөфтөйө кәңәшсеһе вазифаһын да иңенә алған Мөхтәр Сәғитов мәсеттәр төҙөүҙе лә үҙенең бурысы тип һанай.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.
Өфө – Яңы Уренгой – Бованенково.
Автор фотолары.
(Дауамы бар).