29.03.2011 Кәмегәнбеҙ...
Рәсәй статистикаһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре әҙер булды. Әлегә илдә күпме кеше йәшәүе, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һаны билдәле. 2010 йылдың октябрендә иҫәпләнгәнсә, илдә 142 905,2 мең кеше йәшәй.
Тимәк, 2002 йылдан Рәсәй халҡы 2,2 миллион кешегә кәмегән. Элеккесә Үҙәк, Волга буйы, Себер федераль округтарында халыҡ тығыҙ йәшәй. Рәсәй юғары урбанизациялы ил булып ҡала. 2010 йылда ҡала халҡы бөтә халыҡтың 73,7 процентын тәшкил иткән (2002 йылда 73,3 процент булған). Мәскәүҙә барлығы 11 514,3 мең кеше йәшәй. Башҡортостанда 4072,1 мең кеше көн итә, уларҙың 60,4 проценты – ҡалала.
Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ һанына килгәндә, Рәсәйҙә гүзәл заттарҙың артҡандан-арта барыуы һиҙелә. Илдә бөтәһе 66 205 мең ир, 76 700,2 мең ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Барлыҡ федераль округтарҙа ла ҡатын-ҡыҙ күберәк, тик Алыҫ Көнсығыш федераль округында ғына күрһәткестәр тигеҙләшә тиерлек: дөйөм 6 291,9 мең кешенең 3 024 меңе – ир-егеттәр, ҡалған 3 267,9 меңе – ҡатын-ҡыҙҙар. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен барлаһаҡ, ир-ат – 46,6, ҡатын-ҡыҙ 53,4 процент тәшкил иткән. Көслө заттың кәмеүе уларҙың ваҡытынан алда үлем осраҡтары йышайыуы менән аңлатыла. Яҡынса мәғлүмәттәр тулыһынса «Российская газета»ла баҫылып сығасаҡ.
А. ЗИННУРОВА.