15.03.2011 Ҡара болоттарҙы бергәләп таратайыҡ
йәки Тағы телебеҙ тураһында
«Мәктәптәр – дәүләт сәйәсәтенең инструменты». Был лозунг, әйтерһең дә, революция фанатының ауыҙынан сыҡҡан. Ләкин һис тә улай түгел. Был һүҙҙәрҙе заманында Австрия императрицаһы Мария Терезия әйткән. Ә бөгөн үрҙә әйтелгән афоризмды бөтә илдәрҙә лә ҡулланалар. Рәсәйҙә милли мәсьәләләрҙе хәл иткәндә әлеге афоризмды теорияла ла, практикала ла бик йыш файҙаланалар. Сөнки милли проблемалар күп милләтле Рәсәйҙә дәүләт сәйәсәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән. Был проблемаларҙы хәл итеүҙә мәктәптәр ҙур роль уйнай. СССР бар саҡта ла шулай булған, әле лә шулай.
Революциянан һуң милли мәсьәләләрҙе хәл итеү юлында сәйәсмәндәр мәктәпте нисек файҙаланған һуң? Тоталитар дәүләт милли мәғарифҡа үҙе теләгәнсә үҙгәртә торған мөһим инструмент, ҡайһы яҡҡа баҫһа, шул яҡҡа иҙелергә тейешле ҡамыр йәки пластилин итеп ҡараған. Власҡа килеүсе большевиктар мәғарифты үҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн трамплин итеп файҙаланған. Ленин былай тигән: «Наҙан кеше сәйәсәтте аңлай алмай, уны башта азбукаға өйрәтергә кәрәк». Большевиктарға ниңә уҡыған халыҡ кәрәк булған һуң? Ә бының сәбәбе бик ябай. Рәсәй – крәҫтиәндәр иле. Уның халҡының 95 проценты ауылдарҙа йәшәгән, бик аҙы ғына грамоталы булған. Был бик ҙур масса большевиктар власына ҡаршы күтәрелеп ҡуймаһын өсөн уларҙы бер туҡтауһыҙ идеологик баҫым аҫтында тотоу талап ителгән. Ә быны мәктәптәрҙә йәш быуынды тәрбиәләү һәм уҡытыу юлы менән генә эшләргә мөмкин. Совет Рәсәйе тарихының тәүге осоронда милли телдәрҙә белем биреүсе мәктәптәрҙең киң селтәре йәйелдерелә. 1929 йылда РСФСР-ҙа 56 телдә уҡыу әсбаптары баҫыла. Милли педагогик училищелар һаны 85-кә етә, 8 милли институт эшләй. Ләкин 30-сы йылдарҙа илдә тоталитар режим ҡырҡа көсәйтелә. Бының шауҡымы бигерәк тә милли мәктәптәргә ҡағыла. Уларҙа рус телен мотлаҡ өйрәнергә тигән ҡарар ҡабул ителә. 20 йылдан һуң РСФСР-ҙың күпселек милли мәктәптәрендә төп фәндәр тик рус телендә генә уҡытыла башлай. Ә 50 – 60-сы йылдарҙа ҡалаларҙағы бик күп милли мәктәп ябыла. Был күңелһеҙ хәл Хрущев заманында ла, Брежнев осоронда ла дауам итте. Сәскә атыусы берҙәм йәмғиәт ҡороу һылтауы менән күп милләтле халыҡтан яңы тарихи берләшмә рәүешендә бер генә совет халҡын ойоштора башлайҙар. Был уҡмаштырылған милләттәр үҙ-ара рус теле аша ғына бәйләнеш тоторға, аралашырға тейеш була. Ләкин ошонан һуң күп тә үтмәй, рус булмаған милләттәргә рус телен аралашыу теле итеп түгел, ә икенсе туған тел итеп иғлан итәләр.
Был хәйерһеҙ акцияларын аҡлау өсөн үҙәктә ялған дәлилдәр уйлап сығарыла. Йәнәһе, милли мәктәптәрҙе тотоу хөкүмәт өсөн ҡиммәтерәккә төшә. Ҙур сығымдар милли мәктәптәр өсөн китмәгән, әлбиттә. Һәр хәлдә, урыҫлашҡан мәктәптәргә киткән сығымдар менән милли мәктәптәргә киткән сығымдар араһында айырма ҙур булмаған.
Башҡортостандағы мәҙәниәт һәм мәғрифәттең үҫешен билдәләгәндә, тарихҡа күҙ һалмайынса булмай. 20-се йылдар башынан СССР киңлектәрендә мәҙәни революция үткәрелгән. Был хәрәкәттә башҡорт халҡы ла әүҙем ҡатнашҡан. Ләкин был революция сәйер схемаға таянып эш иткән. Ул иҫке донъяны емереп, яңы социалистик тормош ҡорорға тигән үтә мәкерле һәм томанлы лозунгылар аҫтында уҙған. Мәҙәни революцияның этәргес көсө йәштәр булған. Улар иҫкене емерергә тигән өндәмәләрҙең ғәйәт ҙур рухи юғалтыуҙарға килтереүен аңламаған. Башҡорттар – боронғо замандарҙан бирле туплап килгән бай мәҙәни традициялары, ҡомартҡыларға эйә халыҡ. Быуаттар һуҙымында Башҡортостандың уникаль һәм бик ҡиммәтле боронғо китаптарға бай китапханалары, мәсеттәре күп ине. Уларҙа, ғәрәпсә, төркисә, фарсыса яҙылған дини китаптар менән бергә, көнсығыш ғалимдарының төрлө фәндәр буйынса яҙған хеҙмәттәре, бөйөк философтарҙың трактаттары, шағирҙарҙың әҫәрҙәре, башҡорт яҙыусыларының, ғалимдарының әҙәби китаптары, ғилми яҙмалары һаҡланған. Комсомол йәштәр был китаптарҙы, дини китаптар тип, тау-тау итеп утта яндырған. Был ҡырғынлыҡтан һуң күп тә үтмәй, башҡорт халҡы тағы бер фажиғәле осор кисерә. 1927–1931 йылдарҙа халҡыбыҙ мең йылдан ашыу ҡулланып килгән ғәрәп алфавиты латин алфавитына алмаштырыла. Шул рәүешле халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды, мәҙәни мираҫтан мәхрүм итәләр. Был тел өлкәһендәге реформа арҡаһында халҡыбыҙ мәҙәни яҡтан һайығып ҡалған. Ләкин ауырлыҡтар алдында ул бөгөлөп төшмәгән, мәҙәниәтен өр-яңынан тергеҙә башлай. Ауырлыҡтарҙы еңә барып, башҡорттар 1930 йылдарҙың тәүге яртыһында мәҙәниәт өлкәһендә күҙгә күренерлек уңышҡа өлгәшкән. Башҡорттоң бәләкәй генә уңышын да күрә алмаған, уны бөтөнләйе менән ҡырып бөтөрөргә хасланған ҡара көстәр тағы ла реванш алған.
1937 йылда буҫаға аша үтеп ингән репрессия ҡара көстәргә үҙҙәренең ҡанлы эштәрен атҡарырға ирек ҡуйған, рус булмаған халыҡтарға «буржуаз милләтселек» тигән ярлыҡ йәбештергән. Был ҡанһыҙ акция 1936 йылдың майында уҡ башлана. Ошо йылда Политбюро ултырышында «халыҡ дошмандары»на ҡаршы көрәш һылтауы менән айырым комиссия төҙөлә. Унда республикалар һәм өлкәләр буйынса күпмеһе атылырға, күпме кеше төрмәләргә ябылырға тейешлеге хаҡында разнарядка төҙөлгән. Әлбиттә, был план-разнарядкалар НКВД-ның тоғро хеҙмәткәрҙәре тарафынан унар тапҡырға арттырып үтәлгән. Башҡортостанда ғына ла репрессия ҡорбаны булған иң аҫыл кешеләребеҙҙең һаны 58 мең кешенән артып киткән. Сағыштырыу һәм уйланыу өсөн бер-ике һан килтерәбеҙ. Репрессия һөҙөмтәһендә 40 миллионлы украин халҡы – 50 мең кешеһен, ә ике миллионлы башҡорт халҡы 58 мең кешеһен юғалтҡан. Был ҡот осҡос репрессия бәләкәйерәк халыҡтарҙың ихтыяр көсөн үлтергән, киреһенсә, рустарҙың хәлен нығытҡан, уларҙа бөйөк державасылыҡ тенденцияһын көсәйткән. Ошо рәүешле халыҡтарҙы ассимиляция йоғонтоһона индереп, көслөк менән урыҫлаштыра башлағандар.
1939 йылда Башҡортостанда рус алфавитына күсеү кампанияһы башланған. Батша хөкүмәте төрки телдәренең алфавитын үҙгәртеү өсөн быуаттар буйы тырышып ҡараған – әммә бер ни ҙә эшләй алмаған. Әммә большевиктар быны бик еңел генә хәл иткән. Улар рус алфавитына күсереүҙе репрессия йылдарына тап килтергән. Был ваҡытта башҡорттар репрессия арҡаһында милли активлыҡтан мәхрүм ителгән булған. Уларҙың иң аңлы ҡыйыу кешеләре физик яҡтан юҡ ителгән. ҡотолоп ҡалғандары, буржуаз милләтселектә ғәйепләнеүҙән ҡурҡып, милләт эшенә бөтөнләй ҡыҫылмаған. Сөнки бының өсөн уларҙы үлем язаһы көткән. Ошо рәүешле башҡортто алфавиттан алфавитҡа күсереп йөрөтөү – уны үткән быуындарҙың рухи байлыҡтарынан, мәҙәни ҡаҙаныштарынан, ғәрәп графикаһы нигеҙендә яҙылған боронғо әҙәбиәтенән тулыһынса айырған, халыҡта, бигерәк тә йәштәрҙә: «Беҙҙә бер ни ҙә булмаған икән», – тигән уй тыуҙырған.
Әлбиттә, репрессия башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә оло юғалтыуҙар килтерҙе. Йөрәгенә ҡан һауҙырған яраларҙы уңалта-уңалта, халҡыбыҙ тағы ла алға хәрәкәт итә.
Республикала китап нәшриәте, матбуғат барлыҡҡа килеп, ныҡ ҡына сикләнгән хоҡуҡтарҙан файҙаланып булһа ла, туған телдә әҙәби китаптар, дәреслектәр һәм гәзит-журналдар сығарыла башлай. Былар халҡыбыҙҙың фиҙакәрлеге, ең һыҙғанып ижад итеүе арҡаһында мөмкин була. Ләкин милли мәҙәниәтебеҙгә сәскә атырға ирек бирмәйҙәр. 60 – 70-се йылдарҙа совет дәүләте милли мәктәптәрҙе асыҡтан-асыҡ юҡҡа сығара башлай. Рус булмаған халыҡтарҙы руслаштырыу идеяһы милли мәктәптәргә үтеп инеп, уларҙың балаларын тотошлайы менән руслашҡан программалар нигеҙендә уҡытыу рәүешен ала.
60-сы йылдарҙың башында, армияға киткәнгә тиклем, миңә Мәләүез районының Смаҡ ауылында уҡытыусы булып эшләргә тура килде. Ул осорҙа район мәғариф бүлеге мөдире булып Евгений Михайлович Жижакин тигән кеше эшләне. Ул Башҡортостанда иң беренселәрҙән булып Мәләүез ҡалаһында эшләп ятҡан башҡорт, татар, сыуаш мәктәптәрен яптырҙы. Уға тиклем Мәләүездә йәшәгән һәм үрҙә әйтелгән мәктәптәрҙә уҡып йөрөгән өс милләт балалары үҙ туған телдәрендә белем ала ине. Юғарыла ултырған түрәләр алдында нисектер үҙен күрһәтә белеүе һөҙөмтәһендә Евгений Михайлович мәғариф министрының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп эшкә алына.
Министрлыҡта юғары вазифа биләү менән, был әҙәм республикабыҙ ҡалаларында, ҡасабаларында байтаҡ йылдар эшләп килгән башҡорт мәктәптәрен яптыра, ә башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙә һәм ҡалаларҙағы башҡорт интернат-мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән башҡа барлыҡ предметтарҙы ла рус телендә уҡытыуға күсерә. Шул рәүешле республикала башҡорт мәктәптәренең һаны ҡырҡа кәмей, ҡалаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ үҙ туған телендә уҡыуҙан мәхрүм ителә.
Ә был балалар үҫеп, бөгөн үҙҙәре манҡорт атай-әсәйҙәр булараҡ, балаларын «атай-әсәй» тип өйрәтәһе урынға «папа, мама» тип өйрәтә. Ысынбарлыҡ күҙлеге аша ҡараһаҡ, был күренеш – халҡыбыҙҙың оло фажиғәһе. Бында яттар ғына түгел, үҙебеҙ ҙә ғәйепле. Бөгөн дә мәктәптәребеҙ өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйыра. Беҙгә был ҡара болоттарҙы таратып ебәрергә кәрәк һәм бының өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйек! Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов та башҡорт телен яҡларға һәм һаҡларға кәрәклеге хаҡында ныҡлап әйтеп үтте: «Башҡорт теле, башҡа телдәр кеүек үк, донъя мәҙәниәтендә уникаль күренеш. Был телдә ике миллиондан ашыу кеше һөйләшә. Беҙ бөгөн ҙур ҡыҫымда йәшәйбеҙ – глобалләштереү, заман технологиялары, коммуникациялар бөтә яҡлап та тормошто биләй һәм телгә лә ҡағылмай ҡалмай. Шулай уҡ башҡорт теле инглиз, рус һәм башҡа телдәр тарафынан ситләтелә. Бер нәмәгә ҡарамай, башҡорт телен яҡларға һәм һаҡларға кәрәк!» Бик урынлы һәм ваҡытлы әйтелгән алтын һүҙҙәр! Был һүҙҙәргә ниндәй ҙә булһа аңлатма биреү кәрәкмәйҙер.
Марс НУРИЕВ.
Стандарт
йәки Рәсәйҙең аҡыллы баштарының, милли компоненттарҙы күрмәмеш тә белмәмешкә һалышып, мәғариф реформаһын уҡытыусыға кәнфит ҡабына һалып тотторғаны
Ысындамы?..
Ысында,
Бөтәбеҙ
бер ыштанда,
Аталмышы – стандарт!
Ғилем ҡыҫымда,
Белем ҡыҫымда –
Илем ҡыҫымда,
Килер быуындар яҙмышы
Стандартсы усында –
ҡәләм осонда!
Стандарт,
Уйландыраһың,
һөйләндерәһең…
Һөйөндөрәһеңме?
Бәлки,
Көйөндөрәһең,
Йоҙроҡ төйөндөрәһең?..
Йөк аты булғың киләме?!.
Күп милләтле
Рәсәй педагогына,
Ул сағында
белеп тарт:
Тыштан да, эстән дә,
Эстән дә, тыштан да –
(ҡыҫылмаһын ҡуштандар !)
ҡатмарлыҡты айырмайса,
Йөктө тигеҙ элеп тарт.
Белеп тарт:
Мәскәү – тотош Рәсәй түгел! –
Булма бер үк остандаҡ,
Уйнаш бисәләй ыҡшандаҡ,
Тигеҙ тарт,
ғәҙел тарт,
Бына шундай
Беҙҙең шарт! –
Аңғарып тарт:
Алға тарт,
аңға тарт,
Стандарт!
Бән Фәҡир МӨҒӘЛЛИМИ Зат.
02. 03. 2011.