05.03.2021 "Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА
Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы һәүәҫкәр йырсы, танылған телерадиожурналист, йор һүҙле шағирә Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА үҙенең аш-һыу бүлмәһенә саҡыра.
“Тунлы” ит
Түбәндәге ингредиенттарҙы ҡатлы-ҡатлы итеп табаға һалырға. Иң тәүҙә табаны майлап, фаршты йәйеп, аҙаҡ теләк буйынса ҡаҙ майы ла һалырға була. Артабан түңәрәкләп туралған һуған, эре ҡырғыстан үткәрелгән картуф, шундай уҡ ҡабаҡ һалырға. Тоҙ, борос, тәмләткестәр һипкәс, иң өҫкә сырҙы ҡырғыстан үткәреп, ҡаймаҡ менән майонезға бутап һыларға. Табынға биргәндә матур булһын өсөн өҫтөн әнис, петрушка, селдерей япраҡтары, түңәрәкләп туралған помидор менән биҙәргә. Ингредиенттарҙы, ғаиләгеҙҙең йәки ҡунаҡтарығыҙҙың һанына ҡарап, үҙегеҙ самалап алығыҙ.
Бешергәндә өҫтө көймәһен өсөн ҡурғаш ябып тороғоҙ, 180 – 200 градуслы мейестә 50 минут тирәһе бешә. Әҙер булырға 15 минут тирәһе ҡалғас, ҡурғашын алырға.
Алма иҙмәһе
Алмаларҙы йыуып, әрсеп, турап, 10 литрлыҡ кәстрүлгә һалып, 1,5 кг шәкәр болғап, 3 – 4 сәғәткә ултыртып торорға. Бешергән саҡта көймәһен өсөн һуты сығырға тейеш. Талғын ғына утта болғай-болғай бешерергә. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 20 минут тотоу ҙа етә. Эҫе килеш иләк аша үткәреп, банкаларға тултырырға. Ҡайнатма әҙер!
Ошондай уҡ иҙмәне икенсе төрлө ысул менән дә эшләп ҡараным. Алманы әрсеп тормайынса турап, 2 стакан һыу өҫтәп бешерергә. Шәкәрҙе иһә алма ҡайнап сыҡҡас һалдым. Тәме шул уҡ.
Ҡайнатманы 1,5 литрлы шешәләргә тултырып, туңдырғыста йә һалҡын урында һаҡларға кәрәк. Шәкәре әҙ булғас, йылыла әсеүе ихтимал. Әммә уның төп үҙенсәлеге – тап ана шул шәкәренең аҙ булыуында.
Йәйге чебуректар
Йәй көнө күптәребеҙ итте һуғым осорондағы кеүек мулдан тотонмай. Шунан сығып, иң отошло рецепт тәҡдим итәм. 2 йомортҡаға балғалаҡ тулыр-тулмаҫ тоҙ, шәкәр, 40 мл көнбағыш майы һалып туҡырға. Уға бер стакан он һалып, сәнске менән бутай-бутай әкеренләп 300 мл ҡайнар һыу ҡойорға. Артабан 2 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, тағы ла бер стакан он һалып, оҙаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйгәс, сынаяҡ аҫты менән түңәрәктәр ҡырҡырға. Ярты яғына эслек һалып, икенсе яғы менән ҡаплап, ситтәрен сәнске менән йәбештереп сығырға. Әкрен генә утҡа ҡуйылған майлы табала йөҙҙөрөп бешерәбеҙ.
Эслек өсөн ҡуш устай фаршты, ус аяһындай ҡаҙ майын, ит үткәргестән сығарып, һыуы һығылған 4-5 бәрәңгене, тоҙ, борос һәм ит үткәргестән сығарылған 3 баш эре һуғанды яҡшылап бутарға.
Ҡышҡы салат
4–5 кг помидор, 4–5 кг ҡыяр, 3–4 кг болгар боросо, 400 г аҡ фасоль, 5 баш һарымһаҡ, 2–3 ҡалаҡ тоҙ, 250 г шәкәр, 300 мл көнбағыш майы, 150 мл аш һеркәһе алына.
Иң тәүҙә фасолде бешерергә (үтә йомшармаһын). Помидор, болгар боросо, һарымһаҡты турап, тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы һалып, уртаса утта бешерәбеҙ. 15 минут ҡайнағас, һеркә һалып, түңәрәкләп туралған ҡыярҙы өҫтәп. Утҡа ҡуйған йәшелсәне 10 минут тирәһе ҡайнатырға. Стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡас менән ябырға.