RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башы төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән айырылып торор. Тыры­шы­уығыҙға ҡарамаҫтан, был арала әллә ни ырата алмаҫһығыҙ. Кесе йомала ҡайһы бер ваҡиғалар бер аҙ ҡыуандырып та алыр.


һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор һис тә һеҙ уйламағанса башланыр. Алдан ҡорған маҡсатығыҙҙы ситкә ҡуйып, икенсе эштәр менән булышырға мәжбүр булырһығыҙ. Кесе йомалағы хәл шатлыҡ алып килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна барышында кемдер һеҙҙе ҡы­уандырыр. Ниндәйҙер элек башҡарған эшегеҙ өсөн килем алыуығыҙ мөмкин.
Уны тейешенсә ҡабул итегеҙ. Әгәр шуның бер өлөшөн изге эшкә йүнәлтһәгеҙ, бигерәк тә һәйбәт. Йома уңыш килтерер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Дүшәмбе-шишәмбелә һис уйламаған ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ. Ижад менән шөғөлләнгәндәр бигерәк тә уңыр. Ба­шығыҙға өмөтлө уйҙар ҙа килер, моғайын. Уларҙы тартынмайынса башҡалар менән дә уртаҡлашыуығыҙ дөрөҫ булыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Көндәр тыныс үтер. Хатта бәғзеләргә күңелһеҙерәк тә булыр. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе тулыһынса тамамлау өсөн мәл уңышлы булырға оҡшай. Бынан һуң яңы эштәргә тотонорға ла мөмкин.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ғөмүмән, аҙна һеҙҙең өсөн уңайлы килә. Тик ҡайһы саҡ һөҙөмтәләргә тиҙерәк өлгә­шеү теләге арҡаһында хата­ла­ныуығыҙ бар. Ҡатмарлы саҡта тәжрибәле кешеләр менән кәңәшләшергә һис тә тартынмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәйбәт осор. Мәл ниндәйҙер күптән уйлап йөрөгән маҡсаттарығыҙҙы бо­йомға ашырыу өсөн уңайлы. Әллә ни ҙур булмаған мәсьәләләр ҙә тыуыр, бәлки. Ләкин уларҙы әллә ни күп көс түкмәйенсә хәл итергә тейешһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала ҡаршылыҡтарҙың күбәйеп китеүе лә бар. Бәләкәй генә эштәр ҙә һеҙҙән етди ҡараш талап итер, моғайын. Элек биргән вәғәҙәләрегеҙ тураһында ла онотмағыҙ. Матди хәлегеҙ һәйбәтләнер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Тик бының өсөн тәүәккәллек күрһәтергә онотмағыҙ. Битараф кешеләрҙең ши­шәмбе-шаршамбылағы уңайлы мәлдәрҙе күрмәүе лә ихтимал. Кесе йоманан һуң үҙегеҙгә бер аҙ ял бирһәгеҙ ҙә ярай.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Бөтә эштәрегеҙҙә лә әүҙемлек күр­һәтерһегеҙ, моғайын. Аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә лә уңырһығыҙ һымаҡ. Бәғзеләрҙең икенсе эшкә күсеүе лә бар. Кемгәлер икенсе, юғарыраҡ вазифа ла тәҡдим итерҙәр, бәлки.

Саян (24.10 – 22.11)

Яҡын кешеләрҙең ҡайһы бер ҡылығы эсегеҙҙе бошорор. Бер үк араларҙы асыҡлауға тиклем барып етмәгеҙ. Был арала һис тә уйламағанда алыҫ сәфәргә юлланыуығыҙ ихтимал. Уның йомғаҡтары һеҙҙе мотлаҡ ҡыуандырыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Өйҙәге хәлдәр һәйбәт булмаҡсы. Элекке ҡытыршылыҡтар бөтөнләй онотолор. Ғөмүмән, өйҙә лә, эштә лә аралашыу яҡшы барыр. Кешеләр менән еңел генә уртаҡ тел табырһығыҙ. Йондоҙҙар был арала әйбер күсерергә кәңәш итмәй.




Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»