26.02.2011 "Ҡайтарығыҙ мине үҙ әсәйемә"
йәки Яуыз телле ҡатын арҡаһында бер ғаиләнең тормошо ҡыйрала яҙғаны
Арабыҙҙа барыһының да тормошона ҡыҫылырға яратҡан, бөтә ергә лә үҙенең томшоғон тыҡҡан, артығы менән ҡыҙыҡһыныусан заттар була. Ярай ҙа ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалһалар, улар бит булған хәл-ваҡиғаларға үҙҙәренең баһаһын бирергә, уларҙан һорайҙармы-юҡмы, фекерен әйтергә ашыға. Баһалары, фекерҙәре ыңғай булһа – бер хәл. Һәм иң ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла шунда: улар, донъя бутағыстар, үҙҙәрен изге бәндә тип иҫәпләй. Йәнәһе лә, тормошто яҡшыртырға, дөрөҫлөктө өҫкә сығарырға тырышалар, ә рәхмәт әйткән кеше юҡ. Бер заман ошондай бер донъя бутағыс арҡаһында килеп сыҡҡан ярайһы уҡ күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларға шаһит булырға тура килгәйне. Унан һуң байтаҡ ваҡыт үтте, ә кисә генә булғандай...
Юғары уҡыу йортоноң бер факультетына уҡырға ингән Мария менән Илдар (исемдәре үҙгәртеп алынды – авт.) тәү ҡараштан бер-береһен оҡшатып, икенсе курсты тамамлағанда өйләнешергә ниәт итә. Студент туйы күңелле үтә, йәштәр бар тормоштары ла шулай үтеренә ышана. Ике бәхетле йәш йөрәк әлегә бала тапмаҫҡа һөйләшә. ҡулға диплом алып, бер-ике йыл эшләгәс тә өлгөрөрбөҙ, тип уйлайҙар. Әммә поликлиникала тикшереү мәлендә гинеколог йәш ҡатынға «аналыҡ гипоплазияһы» диагнозы ҡуйып иҫәңгерәтә: «Һеҙҙең балаятҡы үҫешмәгән, бала таба алмаясаҡһығыҙ». Мария иренең балалар яратыуын белгәнгә күрә был хәбәрҙе нисек әйтергә белмәй, ҡойолоп төшә. Үҙен көскә ҡулға алып, бер-ике көндән һуң ғына саҡ әйтә: «Шундай хәлдәр, айырылышһаң да, бер үпкәм юҡ...» Илдар йәш ҡатынын, әлбиттә, ташламай. Әммә араларында күҙгә күренмәҫлек һалҡынлыҡ барлыҡҡа килә. Мария төрлө табиптарға дауаланырға, әбейҙәргә лә эс һылатырға йөрөп ҡарай, тик барыһы ла һөҙөмтәһеҙ тамамлана. Әсәһе, күҙгә күренеп бөтөрөнгән, шиңгән ҡыҙын йәлләп, әллә уллыҡҡа бала алаһығыҙмы, ти. Батып барыусы һаламға йәбешкәндәй, Мария ошо ниәт менән ҡабынып китә. Ире менән кәңәшләшергә иткәс, Илдар, теләһә нимә эшлә, тигәндәй, иңбаштарын ғына һикертеп, ситтә ҡалыуҙы хуп күрә. Был мәлдә улар йүнәлеш буйынса бәләкәй ҡаласыҡта хеҙмәт юлын башлаған була. Ире ниәтен хупламағас, Мария тағы төшөнкөлөккә бирелә.
Ә бер көндө уға бергә эшләгән ҡатындың хәлен белешергә дауаханаға барырға тура килә. Балалар бүлеге янындағы коридорҙа ултырғандарында шәфҡәт туташы төҫө уңған йүргәккә биләнгән сабыйҙы урамға алып сыға.
– Бер йәш ҡыҙ үҙ балаһынан баш тартҡан, хәҙер ул бәпес, сабыйҙар йортона ебәрергә документтар әҙер булғансы, бында ята, – тип вайымһыҙ ғына аңлата коллегаһы. – Зина ҡылып тапҡас, бала кәрәкмәй...
Мария ҡайтышлай дауахана эргәһендә йөрөгән шәфҡәт туташынан шул баланы ҡулға алып ҡарарға рөхсәт һорай: «Бер минутҡа ғына!» Нисектер ышанып, шәфҡәт туташы ҡыҙсыҡты йәш ҡатынға тоттора. Мария ҡалтыранған ҡулдары менән бәпесте алып, еҫен еҫкәй, төймәләй танауындағы кескәй генә аҡ таптарға илар хәлгә етешеп һоҡлана. Һәм нисек булһа ла ошо ҡыҙҙы алырға ҡарар итә. Кәрәкле инстанциялар тупһаһын тапай торғас, ниһайәт, Мария менән Илдар ҡыҙлы була. Муйылдай ҡара күҙле Олеся өйҙәрен нурға тултыра, йәшәүҙәренә мәғәнә өҫтәй. Тәүҙә Илдар баланы хушһынмағандай булһа ла, һуңынан йөрәге ирей. Эштән ҡайтыуыңа: «Атай!» – тип ҡосаҡ йәйеп йүгереп килеп аяғыңдан ҡосаҡлаған теремек, шуҡ балаға нисек битараф ҡалаһың?
Өс йылдан Илдарҙы бер ҙур ҡалаға эшкә саҡыралар. Ир менән ҡатын оҙаҡ уйлап тормай – эҙ яҙҙырырға уңай сыҡты, тип юлға төйнәләләр. Машинала китеп барғанда, Марияның йөрәге болғанып, уҡшып хәле бөтә. Төҫө ҡасып, быуынһыҙға әйләнгән ҡатынын Илдар тура дауаханаға алып бара: «Юлға сығыр алдынан ваҡ бәлеш ашағайныҡ, ағыуланған, ахыры!». Әммә ҡурҡыныс диагноз урынына шатлыҡлы хәбәр ишетәләр: «ҡатынығыҙ ауырлы, яҡынса һигеҙ-туғыҙ аҙна». ҡыуанырға ла ҡурҡалар, шатлыҡтарын эскә йомалар. Яңылыҡты Хоҙайҙың мөғжизәһе тип ҡабул итеп, бер кемгә лә, хатта яҡындарына ла хәбәр итмәйҙәр. Аҙаҡ, ҡыҙҙары тыуғас ҡына, телеграмма һуғалар: «ҡыҙыбыҙ тыуҙы, Оксана тип исем ҡуштыҡ». Бәпесте өйгә алып ҡайтҡас, иң ҡыуанған кеше Олеся була. Сәпәкәй һуғып, карауат тирәләй һикергеләп йөрөй, бөтә уйынсыҡтарын һөйрәтеп һеңлеһе янына килтерә: «Уйна!». Әммә аҙаҡ, гел дә сабый тирәләй өйрөлгән ата-әсәһен ҡыҙғанып, йыш илай башлай: «Мине яратмайһығыҙ! Кире алып китегеҙ Оксананы!» Балалар баҡсаһына барыуҙан баш тарта: «Һеҙ мине шунда ҡалдыраһығыҙ, ә бәпәй гел өйҙә!» Шул рәүешле хатта ауырып китә. Көс-хәл менән Мария уны һауыҡтырып, ыңғайлата. Бының өсөн байтаҡ ҡаңғырырға, икегә ярылырға тура килә: Оксананы имеҙгәндә, икенсе түшен Олесяға ҡаптыра (әлбиттә, инде үҫкән ҡыҙыҡай үҙенең дә әсәһенә ҡәҙерле булыуын белер өсөн генә имеп ҡарай ҙа, һуңынан бөтөнләй был ғәҙәтен ташлай), Оксананы ҡойондорғанда, Олесяны ла ҡойондора, икеһен дә бәпестең карауатына йәнәш һалып, йырлап йоҡлата...
Илдар ҙа Олесяға иғтибарын арттыра, йышыраҡ уйнай, көн дә урамға саф һауа һуларға алып сыға. Шунан һуң ғына бала үҙенең дә кәрәклеген, яратылғанын тойоп, тыныслана. Донъялары теүәлләнеп, һәүетемсә йәшәп китәләр. Аҙаҡ Олеся мәктәпкә бара, бейеү түңәрәгенә яҙыла. Шунда уның бейеүгә һәләте барлығы асыҡлана. Тиҙҙән унһыҙ мәктәптә бер сара ла үтмәй. Хатта уҡыуы насарыраҡ булһа ла, уҡытыусылар быға күҙ йома. Үҫмер осоронда һомғол, һылыу Олеся ҡала сараларында ла әүҙем ҡатнаша.
Күк көтмәгәндә күкрәй. Шәмбе көндө Олеся өйгә ҡобараһы осоп, илап ҡайтып инә лә елдереп үҙ бүлмәһенә инеп китә. Мария, шөбһәләнеп, артынан инә. Карауатҡа ҡапланып үкһегән ҡыҙы янына ултырып, ни булды, тип һорауына, Олесяһы һикереп тороп ҡысҡыра: «Нишләп һеҙ мине ғүмер буйы алдап йәшәнегеҙ? Мин бит һеҙҙең ҡыҙығыҙ түгел! ҡайҙа үҙемдең әсәйем, атайым?! ҡайтарығыҙ мине уларға!» Тауышҡа телевизор ҡарап ултырған Илдар менән Оксана йыйыла, әммә Мария уларҙы кире бороп сығарып, ишекте эс яҡтан яба: «Кем һиңә ул буш хәбәрҙе әйтте? Һин – беҙҙең балабыҙ!» Тартҡылашҡан Оксананы көскә ҡосағына алып, сәсенән һыйпап, тынысландыра. ҡыҙының өҙөк-һурыҡ һөйләүҙәренән шул мәғлүм була: ҡала паркындағы сығышынан һуң, уның янына бер ҡатын килә лә, һин шул-шул Марияның ҡыҙымы, тип һорай. Ыңғай яуап ишеткәс, беҙ уның менән бергә эшләгәйнек, ти. Һәм йөҙөнә тишеп тикшереп ҡарап, ҡалай үҙеңдең әсәйеңә оҡшағанһың, ти. Олеся аптырап, һеҙ яңылышҡанһығыҙ, ахыры, икенсе Мария менән бутағанһығыҙҙыр, ти: «Минең әсәйем аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, һары сәсле лә ул». «Юҡ, бутамайым, – тип ныҡышҡан әрһеҙ ҡатын. – Мария бит һине сабыйҙар йортонан алды. Ә мин һинән баш тартҡан үҙ әсәйең менән бер ваҡытта дауаханала ятҡайным. Уға оҡшап һылыуһың. Ярай, сәләм әйтерһең Марияға».
– Ә мин ни әйтергә лә белмәй шаңҡыған килеш тороп ҡалдым, – тип Олеся әсәһенә һыйына. – Мин, ысынлап та, һеҙҙекеме?
Марияға шул мәлдә ныҡлыҡ күрһәтергә булған да бит, ләкин, эйе, тигән тауышы ышанысһыҙ ғына яңғырай. Ана шул көндән башлана ла инде Олесяның баш-баштаҡлығы. Тәүҙә барыһы ла элеккесә ҡалғандай күренһә лә, Олеся Оксананы аҫтыртын этләндерә: тик торғандан уға тауыш күтәрә, эткеләп-төрткөләй, төрлөсә мыҫҡыллай, айырыуса һеңлеһенең йыуантыҡ булыуына ныҡ төрттөрә. Оксана түҙмәй илаһа ғына, ҡәнәғәт йылмайып, туҡтай. ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тигәндәй, Оксана ла апаһынан үҙенсә үс ала – әсәһенә Олесяның тәмәке тартыуын ошаҡлай. Ә бер көндө күршеләре телефондан шылтырата: «ҡыҙығыҙ туҡталыштағы эскәмйәлә иҫерек йоҡлап ята». Лаяҡыл иҫерек ун дүрт йәшлек Олесяны атаһы өйгә күтәреп алып ҡайта. «Тиҙ ярҙам» саҡырып, аҡса түләп, уға тамыҙғыс ҡуйҙыралар. Аҙаҡ эсеп ҡайтыуы йышая, ата-әсәһенә телләшә, бейеүҙе ташлай, уҡыуына ла бөтөнләй һыуына. Ниндәйҙер шикле егет-ҡыҙҙар менән дуҫлашып ала, өйҙән аҡса юғала. Психолог, социаль педагог менән әңгәмәләр һис бер һөҙөмтә бирмәй – бала күҙ алдында боҙола. Мария уның менән күңелен асып һөйләшергә уҡталғанында, ниңә мине алдығыҙ, кире әсәйемә ҡайтарығыҙ, тип кенә ҡуя. Бер көн Илдар, сығырынан сығып асыуланып, ҡайышҡа йәбешкәс, ҡыҙ өйҙән сығып һыҙа. Әллә нисә көн эҙләгәндән һуң Мария уның әхирәтендә йәшәүен асыҡлай, тик ҡыҙы осрашырға теләмәй. Изге күңелле Мария, инде нишләргә белмәйем, табышырға ярҙам итегеҙ, тип танышына шылтыратып, ул миңә өндәшеп, Олесяның ысын әсәһен эҙләй башланыҡ та инде.
Байтаҡ ваҡыт талап ителде, сөнки ҡатын-ҡыҙ, кейәүгә сыҡһа, фамилияһын үҙгәртә, йәшәү урынын да алмаштыра. Эҙләгәндә артыҡ һаҡлыҡ һаҡлау ҙа ҡамасауланы – бер кемдә лә шик-шөбһә тыуҙырырға ярамай ине. Теге теле тик тормаған донъя бутағыс бисәнең ошо мәлдә ярҙамы бик тә ярап ҡалыр ине, әммә ул, ысынлап та, Мариялар күсеп киткән ҡалала ҡыҙында йәшәй, имеш. Шулай ҙа, исеме һәм яҡынса ғына йәше билдәле булһа ла, кешене табырға була икән. Беҙ эҙләгән ҡатын – кейәүҙә, күп балалы әсә булып сыҡты. Ғаиләләре башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ, етеш йәшәйҙәр, балалары береһенән-береһе шәп, аҡыллы, тырыш. Уларҙың матур тормошон бер ҙә боҙғо килмәне, мең һорау башта ҡайнаны. Ярай, әйттек тә, ти, ул ҡатынға ҡыҙы тураһында, тип фараз йөрөттөк, әммә, бәлки, ул уға, ысынлап та, кәрәкмәйҙер? Бәлки, ул йөрөмтәл дә булмағандыр, бәлки, берәй ир уны көсләп яҡынлыҡҡа күндергәндер ҙә, ул шуға ла ҡыҙынан баш тартҡандыр? Йәки, ярай, әйтәйек, әсә балаһын кире ҡайтарырға риза ла булды, ти, ә ире быға нисек ҡарар? ҡатынының йөрөп бала табыуын, йә унан баш тартыуын, шуны йәшереүен ғәфү итә алмай, ғаиләһен ташлап сығып китмәҫме? Эш шулайға китһә, теге балаҡайҙарҙың ни ғәйебе бар? Ғөмүмән, оло ҡалала иркен үҫеп, тәмле-татлы ашап өйрәнгән, ауыр физик эш күрмәгән Олеся ауыл тормошона күнеп йәшәй алырмы? Ташлап киткәне өсөн әсәһенән үс алмаҫмы, туғандарын рәнйетмәҫме, уларҙы хаталы, боҙоҡ юлға төшөрмәҫме? Шул хаҡта Марияға ла әйттек. Ул беҙҙең уй-фекерҙәрҙе иғтибар менән тыңлап, шулай ҙа өй телефонын булһа ла табып бирегеҙ, бик тә булмаһа, отпускым ваҡытында барып, тәүҙә үҙе менән генә һөйләшермен, тине. Өй телефондары юҡ ине, шуға һөйөндөк. Әйтерһең дә, өҫтән оло бурыс төштө.
Ә бер аҙҙан Мариянан яҡшы хәбәр килде: «Олеся ҡайтты, һөйләштек, аңлаштыҡ. Ул яңынан элекке Олесяға әйләнергә һүҙ бирҙе. ҡыуанырға ла ҡурҡып торабыҙ...». Ташландыҡ бәпесте үҙ ғаиләләренә алып, уға һөйөү-наҙ бүләк иткән, йөрәгенә баҫҡан Мария өсөн нисек ҡыуанғанды күрһәгеҙ!
Баныу ҡАһАРМАНОВА.