RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

28.09.2019 Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Рәйлә еңгәйемде туғандар әллә ни яратып етмәй. Эшкә уңған, аш-һыуға маһир, үҙе көләс кенә. Әммә бер кем дә уның тураһында маҡтап һүҙ әйтмәй. Ә инде аҙ ғына ҡырын эше килеп сыҡһа, һәр кем күңелендәген әйтеп ҡалырға ашыға. “Әйттем бит!” – тип иң тәүҙә икенсе килендәше бар туғанға, танышҡа шылтыратып сыға, унан инде ҡәйнәһенә юл тота. Үҙен яҡшы күрһәтергә яй сыҡҡанға ҡыуана-ҡыуана, берҙе бишкә арттырып, теле талғансы һөйләп ала. Баҡсаһын сүп баҫыуында, айыртҡан һөтөнөң әсеп ултырыуында, ашының татһыҙ булыуында, шул арҡала ире менән көнө-төнө талашыуында эше юҡ.

Рәйлә еңгәйҙе ниңә яратмағандарын аңлап торам: һыу һөлөгө кеүек Йәмил ағайымды үҙенә ғашиҡ иттергән ул. Барыһы ла һәйбәт булыр ине, әгәр ҙә уларҙың йәш айырмаһы 13 йыл булмаһа. Һомғол буйлы, йәш сырайлы, һәр саҡ матур биҙәнгән һәм кейенгән еңгәйемдең 50-гә яҡынлашыуын һәр кем белмәй. Ә Йәмилдең үҙенә иһә “ағай” тип өндәшкәнем дә юҡ: минән ни бары ете айға ғына өлкән. Биш малай үҫкән ғаиләлә ул – иң кесеһе һәм иң матуры. Ярты ауыл ҡыҙҙарын үҙенә ғашиҡ иттереп, йоҡоларынан яҙҙырып, 30-ға еткәнсе йөрөнө-йөрөнө лә ете йыл элек 40-ты уҙған, ике бала менән иренән айырылған Рәйлә еңгәйемә өйләнде. Өйләнде тип, мәсеткә барып никах уҡыттылар ҙа, ауыл осондағы буш торған йортто һатып алып, йәшәй башланылар. Олатайымдарҙың өйөндә ул саҡта ниндәй ел-дауылдар уйнағанын әйтеп тә аңлатырлыҡ түгел. Һыу һөлөгө кеүек улдарының ҡарт, ирҙән айырылған, етмәһә ике “ҡойроғо” булған бисә алыуы менән ризалашырға теләмәнеләр. Йәмил дә баш бирә торғандарҙан түгел, ни тиһәң дә, үҙ һүҙле, иркә “оя төбө” бит – һөйгәненән баш тартманы.

Килен менән ҡайны-ҡәйнә мөнәсәбәтенә дүрт килендәше лә тоҙ-боросон өҫтәп кенә торҙо. Ғүмере буйы директор булырға хыялланған оло килен Тәғзимә бигерәк тә тырышты. Сөнки Рәйлә еңгә килен булып төшкәнсе район үҙәгендәге гимназияла инглиз теленән уҡытҡан, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булған. Уның булдыҡлылығын күргән мәғариф бүлеге етәкселеге беҙҙең ауылға ошо уҡ вазифаға эшкә күсерҙе. “Йүнле уҡытыусы район гимназияһынан ауыл мәктәбенә килергә риза булмаҫ!” – тип Тәғзимә еңгәй таныштары аша килендәшенең “гонаһтарын” барларға тотондо. Кеше фәрештә түгел, эҙләһәң ҡырын эштәр табыла. Рәйлә еңгәнең дә 20 йыл эшләү дәүерендә яңылышлыҡтары булған, улар, артып-ҡабарып, ғәйбәткә әйләнеп, ауылға тулды. Абата, ялҡау булараҡ даны таралған Миңһылыу ҙа уңған ҡатынды яратманы. “Ярты эшен балаларынан эшләтеп, үҙе биҙәнеп-төҙәнеп кенә ултыра бит ул. Әсәһе килеп, яҙлы-көҙлө өйөн йыуыша. Уның исем өсөн дүрт баш һыйыр тотоуы – һөтөн эш итмәй йыйыусыларға тапшырып тора! Нисә барма, мин диетала, тип һоло бутҡаһы ашап ултыра. Ю-ю-юҡ, Йәмил ҡәйнеш уның менән оҙаҡ тора алмаҫ...”– тип тәүге йылдарҙа уҡ хәйерһеҙ тормош юрап ҡуйҙы. Йәш, сибәр Альбина ла тәү күргәндән яңы килендәшенә “ҡортҡа” ҡушаматы таҡты. Ысынмы-юҡмы, белмәйем, ул бала саҡтан Йәмилгә ғашиҡ, тиҙәр. Яуапһыҙ һөйөүенән төңөлөп, ҡустыһына ике тамсы һыу кеүек оҡшаш Рәмилгә кейәүгә сыҡҡан. Ирен артыҡ һанға һуҡмай, йылмайып ҡарағанын да, йылы һүҙ менән өндәшкәнен дә хәтерләмәйем. Туған-тыумасаға ла яҡты йөҙ күрһәткәне юҡ, хатта ҡунаҡҡа ла инәлтеп кенә йөрөй. “Һалҡын матурлыҡ” типажындағы ҡатын-ҡыҙ уның булмышына тап килә: күҙҙе ҡамаштыра, әммә күңелгә уйылмай.

Килендәштәре араһында иң хәйләкәре һәм зәһәре Сәлимә булғандыр. Башҡалар мөнәсәбәтен тәүҙән үк күрһәтеп, ысын йөҙҙәрен асты. Ә өсөнсө килендәш иһә Рәйлә еңгәйгә әхирәт, кәңәшсе һәм яҡлаусы булып алды. Татлы теле менән арбап, серҙәрен белде, “йомшаҡ” яҡтарын асыҡланы. Һүҙ араһында ир туғандарына ҡаршы ҡуйҙы, уҡытыусыларға ла ышанмаҫҡа өндәне. “Йәшәмә! Ғүмереңде берәүҙең эшкинмәгән балаһын кеше итәм тип, әрәмгә үткәрмә! Улар изгелекте аңлай торған кешеләр түгел...”– бындай кәңәш уның яғынан күп булды. Ярай ҙа донъя күргән, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнгән яңы килен ваҡытында кемдең кемлеген белеп ҡалды. Сөнки Сәлимә уның ауырға ҡалыуын белгәс, иренә әйтмәй генә абортҡа барырға өгөтләгән. “Дуҫлыҡ” үтте, әммә йәш килендең үткән тормошо ғәйбәт булып ауылға таралды. Тәүге иренең наркоман булыуын, үлеменән һуң бик күп бурысы ҡалыуын, уларҙы түләр өсөн өйөн һатыуын да тәү башлап ауыл кешеләренән белдем. Полиция хеҙмәткәрҙәре Рәйләне бер ваҡыт ирен үлтереүҙә лә ғәйепләгән. Ярай ваҡытында ысын енәйәтселәр асыҡланған.
– Улымды сихырлағандыр ул, анауындай ҡыҙҙар артынан йөрөгәндә, нормальный егет бисәгә ҡарамаҫ, – тип тәүге осор ҡәйнәһе ауылдан ауылға, райондан районға күрәҙәселәр, өшкөрөүселәр буйлап йөрөп алды. 45 йәшлек килене Йәмилгә ҡыҙ бала табып биргәс кенә бер аҙ тынысланды.

Ә Рәйлә еңгәйебеҙ Йәмил менән башҡаларҙан артыҡ та, кәм дә итмәй, матур ғына донъя көтә. Бүрәнәнең ауыр башы, әлбиттә, ҡатын кешегә төшә. Бөтә ауылдың, шул иҫәптән дүрт килендәшенең, улар тормошон туҡтауһыҙ күҙәткәнен белгәс, өйҙәге сүбен тышҡа сығармаҫҡа аҡылы етә.
– Интернет селтәренә инһәң, кеше һүҙенә ҡолаҡ һалма, үҙең өсөн йәшә, йәки тикшерәләр икән, тимәк, мин – алда, тигән статустар ҡуялар. Минең уйымса, ул кәңәштәр – көсһөҙҙәр, аҡланыусылар өсөн. Үҙем тураһында ғәйбәт ишетһәм, уның дөрөҫ түгеллеген һүҙ менән түгел, эш менән иҫбатларға өйрәнгәнмен, – бер осрашҡанда яҡын күреп, үҙ йәшәйешен һөйләп алды.– Элек тә үҙемдең ҡиәфәтемә иғтибар бирә инем. Йәмил танышыуҙың дүртенсе көнөнә үк өйләнергә тәҡдим яһаны. Тәүҙә уның һүҙҙәрен етди ҡабул итмәнем, йөрөр-йөрөр ҙә ташлар, тип уйланым. Тик ул уйынан кире ҡайтманы. 13 йәш аҙ түгел, бөгөн ғашиҡ, ә иртәгә нимә булыр? Никахлашырға риза булғанда уҡ аҙағына үҙемде әҙерләп ҡуйҙым. Бер көн ағайың ҡайтып, башҡаға ғашиҡмын, тиһә, илап, талашып, үҙемде йәлләтеп ултырмаясаҡмын. Ә әлегә йәш, матур, аҡыллы иремдең һөйөүенә ҡойоноп ҡына, бәхетемдең ҡәҙерен белеп ғүмер итәм. Хистәре һыуынмаһын өсөн барыһын да эшләйем: күршеләрем һыйыр һауырға торғанда мин инде алты саҡрым араға йүгереп киләм. Һәр саҡ диета тотам, ярты эш хаҡым матурлыҡ салондарына һәм ҡиммәтле кремдарға китә. 50 йәштә 35-тәге кеүек һылыу булыу еңел түгел. 10–15 йылдан пластик операция яһатырға ла тура киләсәген аңлайым.

Ысынлап та, биш килендәш араһында иң олоһо Рәйлә еңгәй булһа ла, ҡиәфәте буйынса Альбинанан ғына ҡалышалыр. Ә бите – крем, сәсе буяу күрмәгән, мәңге өҫтөнән – халат, башынан яулыҡ төшмәгән Миңһылыу еңгәй 45 йәше тулмаҫ элек үк хаҡлы ялдағы әбей кеүек. Шуға ла эсендәге көнләшеү тигән ҡорто маҙа бирмәй, килендәшенә ҡарата ҡара хистәр булып сығалыр. Әлбиттә, өйҙән өйгә ғәйбәт һөйләп йөрөйһө урынға аҙ ғына үҙенең ҡиәфәте менән булышһа, файҙа күберәк булыр ине лә...

Тәғзимә еңгәйҙе һәм уның ише бер төркөм уҡытыусыны ла уҙҙырҙы “йәш” килен. Улар яңы хеҙмәткәрҙәренең “гонаһтарын” барлағансы, Рәйлә еңгәй мәктәп эшенә ысын күңелдән егелде. Уҡыусылар өсөн ваҡытын йәлләмәгән уҡытыусы ата-әсәләр менән дә уртаҡ тел тапты, балалар ҙа үҙен яҡын күрҙе. Ә йорт тирәһен әйтеп тә тораһы юҡ: һәр ерҙә тәртип, ихата шау сәскәлә, аш-һыу ҙа төрләндереп әҙерләнә.

– Еңгәйең үҙе генә түгел, беҙгә лә тыныс йәшәргә ирек бирмәй, – тип көлә Йәмил. – Эшкә киткәнсе өйҙө йыйып, ашарға бешереп өлгөрә. Үткән йыл бәрәңге утағанда күршеләрҙән артта ҡалмаҫ өсөн, машина фарының яҡтыһына төндә эшләнек. Уларҙың баҡсаһы беҙҙекенән ике тапҡырға бәләкәйлегендә эше юҡ, артта ҡалмаҫҡа тип үҙенә һүҙ биргән дә саба ғына. Ә быйыл Миңһылыу еңгәйҙең, һөтөн эш итергә иренә, тигән һүҙен ишеткәс, юрамал уға бер биҙрә итеп ҡыҙыл эремсек эшләп алып барҙы. Уныһы ла, оялмайынса, алып ҡалған бит әле.
Килен-ҡәйнә араһындағы ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәлдәр тураһында күп беләбеҙ. Ә бына биш килендәштең бер-береһенә көндәш булыуы артығыраҡ. Һәр береһенең үҙ ире, үҙ донъяһы бар. Бүлешер уртаҡлыҡтар ҙа юҡ. Кемеһелер ғәйеп эҙләй, икенсеһе ғәйбәт тарата. Ә өсөнсөһө, уларға нимәлер иҫбатлайым тип, төн йоҡоларын йоҡламай, эшкә егелә. Көндәшлек ҡыуып, ғүмер үткәнен дә һиҙмәҫтәр, моғайын.




Автор: Г. Вәлитова
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»