RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр һеҙҙең өсөн бер аҙ ауырыраҡ килер. Шулай ҙа, быға ҡарамаҫтан, алға табан бәләкәй генә аҙым яһарһығыҙ кеүек. Кесе йома уяулығығыҙ арҡаһында ниндәйҙер кире хәлде урап үтә алырһығыҙ, моғайын.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Алдан төҙөгән пландарығыҙҙы йыш боҙорға ла тура килер. Быға көтөлмәгән төрлө мәшәҡәт ҡамасаулап торор. Шаршамбылағы хәлдәрҙе үҙ яғығыҙға бороу мөмкинлеге булыр. Яңы танышығыҙ алдында күңелегеҙҙе асырға ашыҡмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна киләсәгегеҙ тураһында етди уйланырға форсат бирер. Күптәр һуңғы ваҡиғаларҙан тейешле йомғаҡ яһар. Бәғзеләр был арала ниндәйҙер дөйөм файҙалы эштә әүҙем ҡатнашыр. Йомала уйламаған осрашыу булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр һәйбәт килер. Бер ниндәй эш тә ауыр күренмәҫ. Бер нисә мәсьәләне тулыһынса хәл итә алырһығыҙ. Йондоҙ­ҙар кеше араһында күберәк булырға кә­ңәш итә. Бәғзеләр яңы таныштар ҙа табыр. Матди хәлегеҙ яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна барышында бик мөһим эштәр менән шөғөлләнерһегеҙ. Шуларҙың бе­реһен булһа ла тамамлаһағыҙ, бик яҡшы булыр ине. Иң ауыр саҡта ла яҡын­дарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла яҡшы үҙгәрештәр көтөлә.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был арала төрлө кире ваҡиғаның кү­бәйеп китеүе лә ихтимал. Күпселек осраҡ­та ғәйеп үҙегеҙҙә генә булыр һымаҡ. Шишәмбелә иғтибарһыҙлығығыҙ арҡаһында үҙегеҙгә өҫтәмә мәшәҡәт тыу­ҙырырһығыҙ. Хәлде төҙәтеү өсөн күп йүге­рерһегеҙ, моғайын.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Әллә ни ҙур уңыштар ҙа, кире хәлдәр ҙә булмаҫ. Барыһы ла һәүетемсә барған кеүек. Шаршамбыла элек башҡарған эш өсөн сауап алыуығыҙ ҙа бар. Шулай ҙа уның ниндәй рәүештә булғанын төҫмөрләүе ауыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Йондоҙҙар бөтә мәсьәләгә лә яуап­лылыҡ менән ҡарарға ҡуша. Кире ос­раҡта юлығыҙҙа кәрәкмәгән мәшәҡәт­тәр йыш осрап торор. Шаршамбыла бар яҡ­тан да уңырһығыҙ. Ғаиләгеҙ ағзаһына ҡағылған яҡшы хәбәр килер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна башында уҡ ҡулығыҙға аҡса инеүе ихтимал. Бәғзеләрҙең бик өмөтлө тәҡдим ишетеүе лә мөмкин. Был арала күптәнге таныштарығыҙ менән дә аралашырһығыҙ. Кемдер өмөтлө эшлекле бәйләнештәр ҙә булдырыр, моғайын.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Дүшәмбе бер аҙ көсөргәнешлек башланып китер. Яҡындарығыҙҙан һис тә көтөлмәгән һүҙ ишетеүегеҙ бар. Түҙергә тырышығыҙ, үҙ эшегеҙ менән булығыҙ. Был арала башлап ебәргән эш еңел булмаҫҡа оҡшай. Шулай ҙа уның йомғаҡтары тейешенсә баһаланыр.

Саян (24.10 – 22.11)

Һирәк осрай торған мәл кисерерһегеҙ. Бөтәһе лә тулыһынса һеҙ уйлағанса барыр. Аҙнаның һөҙөмтәләре тырыш­лығығыҙҙың һәм уңғанлығығыҙҙың күр­һәт­кесе булыр. Әгәр йомғаҡтар ҡәнә­ғәтләндермәһә, ғәйепте үҙегеҙҙә эҙләгеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Тырышлығығыҙ һәм яуаплылығығыҙ арҡаһында уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Был арала бөтә үҙгәреш файҙаға булыр. Икеләнгән саҡта эске тауышығыҙ дөрөҫ юлды күрһәтер. Күптән күрмәгән кешенән хәбәр килер. Уның менән араны өҙмәҫкә тырышығыҙ.




Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»