05.03.2021 Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.
Борщ
12 ярты литрлыҡ банка борщ сыҡһын өсөн 3 кг сөгөлдөр, 1 кг кишер, 1 кг башлы һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе алына.
Һуғанды ярым балдаҡлап, боросто оҙонсалап турарға. Сөгөлдөр менән кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә. Помидорҙы ярым түңәрәк итеп ҡырҡып сығырға. Тоҙ, шәкәр, һеркә һәм майҙы ҡушып, һүрән генә утҡа ултыртып ҡайнатырға. Бер сәғәт бешергәндән һуң стерилләнгән банкаларға һалып, ябырға.
Баклажанлы салат
Салатҡа 500 г баклажан, 1 кг помидор, 500 г болгар боросо, 5 бүлкәт һарымһаҡ, 100 мл үҫемлек майы, 50 г аш һеркәһе, тәменә ҡарап ҡыҙыл, ҡара борос алына.
Помидорҙың ҡабығы еңел әрселһен өсөн ҡайнар һыу менән бешекләп алырға ла блендер менән иҙергә. Баклажан менән боросто ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турап, май, тәмләткестәр ҡушып, помидорға һалырға. 20 минут бешерергә. Һуңынан аш һеркәһе менән иҙелгән һарымһаҡ ҡушырға. Баклажанды турар алдынан әсеһе бөтһөн өсөн ярты сәғәт тоҙло һыуҙа тоторға онотмағыҙ.