26.02.2011 «Һеҙҙе кем саҡырҙы һуң?»
Беренсе каналдың үткән шаршамбылағы «Пусть говорят» тапшырыуы «Властилина» тип аталды. 16 меңдән ашыу кешене алдап, 2 триллион һумға тиклем зыян килтергән «йүнсел», яңғырауыҡ «Властилина» исеме аҫтында төҙөлгән финанс пирамидаһына нигеҙ һалыусы Валентина Соловьева уның төп «героиня»һына әйләнде. Эйе, героиня, сөнки бер сәғәткә һуҙылған тапшырыуҙа һөйләшеү нәҡ уның тирәләй ҡоролдо. Шуныһы ҡыҙыҡ, төп героиняның тышҡы ҡиәфәте, үҙ-үҙен тотошо, һөйләше, ысынлап та, исеменә тап килеп тора: Рәсәйҙән генә түгел, ә Украинанан да үҙенең «ҡармағына» килеп эләккән меңәрләгән кешенән ул үҙен күпкә өҫтөн ҡуйҙы. Хатта студияға килгән кешеләр араһында ла уға ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә, насар ҡарашта булыусылар, хатта был ханымға сәскә бәйләме тоттороп, битенән үбеп алыусылар ҙа булды. ҡалайтаһың, тормош кешеләрҙең ана шулай төрлө булыуы менән ҡыҙыҡ та инде!
Тапшырыуҙағы һөйләшеүгә йомғаҡ яһар мәл еткәс, финанс пирамидаһына йәлеп ителеп, күп аҡсаһын юғалтҡан кешеләргә мыҫҡыллы йылмайып, Валентинаның: «Һуң һеҙҙе унда кем саҡырҙы? Кем саҡырҙы?» – тигән һорауын ҡат-ҡат ҡабатлауы «бушлай сыр тәпелә генә була ул» тигәнде тағы ла бер тапҡыр иҫкәрткән кеүек яңғыраны.
Кешеләрҙең кемдән алданғанын аңлатыр өсөн, бәлки, «Властилина» эйәһе тураһында бер-ике һүҙ әйтеп китергә кәрәктер. Ул 1951 йылда Сахалинда тыуған. Һигеҙ класс ҡына белемле. Өс тапҡыр кейәүҙә булған, ике балаһы бар. Был ханым 90-сы йылдар башында уҡ «криминаль шедевр» күрһәтеүгә өлгәшкән: милиция уны легаль булмаған алтын һатыусыларҙы асыҡлау буйынса агент итеп яллаған – алтын һатып алыусы ролен үтәргә тейеш булған. ҡатындың күңелендә афера орлоғо шытым биргәнен хатта милиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә күрә белмәгән бит – Валентина уларҙың аҡсаһын сәлдереп, эҙһеҙ юғалған.
1992 йылдың ноябрендә Соловьева Подольскиҙа «Властилина» шәхси предприятиеһын асып, ҡаланың электр-механика заводында етештерелгән киң ҡулланылыш тауарҙары менән сауҙа итә башлай. Тиҙҙән финанс пирамидаһын ойоштора – үрҙә әйтеп кителгән завод хеҙмәткәрҙәре уның тәүге «клиент»тарына әйләнә. Тора-бара уңышлы ҡоролған пирамидаға Алла Пугачева, Надежда Бабкина, Олег Газманов кеүек Рәсәйҙең иң сағыу сәхнә «йондоҙ»ҙары, танылған чиновниктар, шулай уҡ бандиттар килеп ҡушыла һәм үҙ ҡулдары менән миллиондарҙа иҫәпләнгән аҡсаһын алып килеп бирә.
Башы эшләгән йүнсел ҡатындың шарттары буйынса, һәр клиент 3 900 000 һум аҡсаһын алып килеп биреп, бер аҙнанан һуң ул ваҡытта 8 000 000 һум торған «Москвич»ты ҡулына эләктерергә тейеш була. Ысынлап та, Валентина үҙ һүҙендә тора – ярты хаҡҡа машинаға эйә булыусылар тураһындағы хәбәр бөтә илгә тарала, һәм аҡса пирамида хужабикәһенең ҡулына бер туҡтауһыҙ «ағып инә» башлай. Тик компанияға аҙағыраҡ килеп ҡушылғандар өсөн машиналы булыу срогы әҙерәк кисектерелә килә. Мут ҡатын аҡсаһын үҙ ҡулдары менән килтереп биргәндәргә йыллыҡ 200 процент ҡайтарырға вәғәҙә итә. Аҡсаһын кире талап итмәүселәргә Мәскәүҙә һәм баш ҡала янында икеләтә арзаныраҡҡа фатир алып биреү мөмкинлеге тураһында әйтә, тик фатирлы булырға теләгән кеше компанияға кәмендә 50 миллион һум аҡса тапшырырға тейеш була. Һәм был пирамиданың үҙ хужабикәһе өсөн тағы ла бер отошло яғы – баҫым коллектив иғәнәселәргә яһала. Кешеләр мутлашҡан ҡатын ҡулына, фатирҙарын, дачаларын закладҡа һалып, бурысҡа батып, бөтөн коллективтары менән килеп ҡаба.
Тик... һәр нәмәнең дә ахыры була. 1994 йылдың көҙөндә пирамиданың «нигеҙе» ҡаҡшай – аҡса ағымы кәмей барып, туҡталып ҡала. Тиҙҙән һалым инспекцияһы тикшереү эшенә тотона һәм компанияла бер ниндәй ҙә бухгалтерия эше алып барылмауын, иғәнәселәрҙең иҫәпкә ҡуйылмауын асыҡлай. Подольск прокуратураһы енәйәт эше асып та өлгөрмәй, Валентина юҡҡа сыға.
Әммә ул оҙаҡ ҡасып йөрөй алмай – 1995 йылдың йәйендә Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Мөлкәтен конфискациялайҙар, әммә ул йыйылған бурыстың 3 процентын ғына ҡаплауға етә. Суд процесы биш йылға һуҙыла. 1999 йылда Валентинаны ҙур күләмдә мутлыҡ ҡылғаны өсөн ете йылға иркенән мәхрүм итәләр. Әммә ул ғәйебен танымай... Ә 2000 йылдың октябрендә «өлгөлө тәртибе» өсөн төрмәнән сығарыла.
Иреккә сығыу менән элекке Властилина тағы ла шул уҡ эшенә тотона – был юлы ул «Интерлайн» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен аса, һәм... тарих тағы ла ҡабатлана: ике кеше, пирамидаға аҡсаһын һалып, үҙе артынан тағы ла аҡсаһы менән ике кешене килтерә, һәм пирамида шул рәүешле үҫә лә үҫә. Был юлы иғәнәселәр 5 мең генә долларға өр-яңы «десятка»ға эйә була. Тикшереү органдары йылғыр ҡатынды тағы ла ҡулға ала. Ул тағы ла үҙенең ғәйебен танымай. Танымай, сөнки, үҙе әйтмешләй, һеҙҙе, иғәнәселәрҙе, аҡсағыҙҙы үҙ ҡулдарығыҙ менән алып килеп бирергә кем ҡушҡан?
Әйткәндәй, Башҡортостанда ла 2000 йылдар башында кемдер тарафынандыр уңышлы ойошторолған «Толпар» пирамидаһы «эшмәкәрлеге»нән кемдер байып, ә күптәр ҡаҡҡа терәлеп ҡалды түгелме ни? Һәм был осраҡта ла асыҡ ауыҙ кешеләргә шул уҡ һорауҙы ҡабатлап бирергә була: һеҙҙе кем саҡырҙы?
«Урал Лото» ла алдаҡмы?
Хәйер, финанс пирамидалары әлеге көндә лә төрлө кимәлдә, шул иҫәптән дәүләт кимәлендә лә бик уңышлы төҙөлә. Алйоттарҙы алйотландырыр, бер ҡатлы кешеләрҙе һемәйтер өсөн уйлап сығарылған «башватҡыс»тарҙы һис нисек тә сисермен тимә. Башҡортостанда инде ике йыл рәттән сәскә атҡан «Урал Лото» лотерея уйынын да бер ҡатлылар өсөн ҡоролған уйын түгел тип кем әйтә алыр?! Уның ойоштороусыһы кем булыуына күҙ һалайыҡ: «Урал Лото» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең ойоштороусыһы булып Австрияла 20 йыл буйы уңышлы эшләп килгән «Австрия лотереялары» компанияһының Рәсәй – Австрия лотерея холдингы тора. «Урал Лото» Башҡортостандағы социаль проекттарға аҡсалата ярҙам күрһәтә бит, тиерһегеҙ. Компанияның маҡсатлы күсергән аҡсаһы лотерея билеттарын һатыуҙан килеп ингән сумманың 10 (!) процентын тәшкил итә... Тыр-р-р, ошо ерҙә туҡталайыҡ та әҙ генә арифметикаға мөрәжәғәт итәйек. Әйтәйек, Башҡортостанда йәшәгән 4 миллиондан ашыу кешенең өстән бер өлөшө аҙна һайын «Урал Лото» лотереяһына 20 һумын һала, ти. Ә бит сәмле кеше, өҫтәүенә, аҙна һайын отоп алынған автомашиналары, меңләгән-йөҙәр меңләгән, һирәк-һаяҡ ҡына миллионлаған һумлыҡ отоштар менән ҡыҙыҡһындырылған уйнаусылар, аҙна һайын булмаһа ла, айына, йылына бер тапҡырмы, 20 һумын ғына түгел, ә 120 һумын йәки 480 һумын да йәлләмәй, уйнай ҙа уйнай. Иҫәпләп ҡараһаң, үәт, ҡайҙа аға икән башҡортостандарҙың тир түгеп эшләп алған аҡсаһы... Австрияны байытабыҙ икән дә баһа беҙ! ҡыҙыҡ өсөн ҡара иҫәп менән генә булһа ла иҫәпләп ҡарайыҡ әле: яҡынса 4 миллион кешенең өстән бер өлөшө, йәғни 1 200 000 кеше х 20 һумға = 24 000 000 һум! Һәм шуның 10 проценты ғына беҙҙең, йәғни Башҡортостандың социаль мохтажлыҡтарын ҡаплау өсөн бүленә! Йәмәғә-ә-ә-әт, кемде байытабыҙ беҙ? Уйлап ҡараһаң, бер ғаиләнән бер юлы бер нисә кеше уйнай бит был уйында!
Яңыраҡ бер танышым үҙенең «Урал Лото» уйынына былтыр йыл буйына 20 мең һумдан ашыу аҡсаһын тотоноп, һуҡыр бер тин дә ала алмағаны тураһында үкенде: «Уға ышанмай башланым инде – барыһы ла алдаҡ! 20 мең һумыма берәй ҡайҙа барып рәхәтләнеп ял иткән булһам, исмаһам», – тип тамамланы ул һүҙен. Уға, Валентина шикелле, һиңә уйнарға кем ҡушты һуң, тигән һорау бирергә ине лә бит...
«Урал Лото»ла отоусылар, әлбиттә, танышымдың «барыһы ла алдаҡ» тигән һүҙҙәрен кире ҡағыр. Йәнәһе, ниңә алдаҡ булһын, бына мин оттом бит! Тик отоусыларға ҡарағанда отолоусылар нисбәтенең иҫ китерлек булыуы шундай һорау ҡуйырға мәжбүр итә: был тиклем дә аҡсаны Башҡортостандан ситкә ебәрергә кем рөхсәт биргән? Ә лотерея уйынын ойоштороусылар, әлбиттә, шул уҡ яуапты бирәсәк: һеҙҙе кем саҡырҙы һуң?
Тулы бәхет өсөн күпме кәрәк?
Кеҫәңдә аҡсаң мул булған һайын бәхеттең аҡсала ғына булмауын аңлайһың. 1 млн доллар эшләп кенә быны аңларға мөмкин. Шуның өсөн дә күп кешеләр өсөн бәхет күп аҡсала түгел, ә уның етерлек булыуындалыр.
«Йәмғиәт фекере» фонды күрһәтмәләре буйынса Рәсәйҙә уртаса айлыҡ эш хаҡы – 10 мең һум. Ләкин халыҡ йәшәү кимәле менән бер ҙә ҡәнәғәт түгел. Улар, үҙеңде урта хәлле итеп тойор өсөн кәмендә – 40 мең һум, ә тулы мул тормошта йәшәү өсөн эш хаҡы 60 меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй.
Тик шулай ҙа граждандарҙың башында ҙур сумманы лотереяға отоу икән. Ләкин улар яңылыша: лотереяла еңгән кеше бәхеттең етенсе ҡатында оҙаҡ йөрөмәй икән. Ул бары тик бер-ике айға ғына һуҙыла.
Лотерея уйнап, отошҡа тиклем меҫкен хәлендә ҡалғандар ҙа әҙ түгел. Бәләкәй ҡалаларҙа йәшәүселәр Мәскәү халҡына көнләшеп ҡарай. Йәнәһе, улар эш хаҡын икеләтә, өсләтә күберәк ала. Тик баш ҡала халҡы эш хаҡының бындай кимәленә күнегеп бөткән. Улар үҙҙәрен Нью-Йоркта, Лондонда, йә иһә Парижда йәшәүселәрҙән бәхетһеҙ тип һанай. Берәй Лондон дендийын Рәсәйҙең төпкөл еренә алып барып ҡара, шунда уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалыр, һис тә булмаһа, көрсөктән сығыу юлын табып, күп аҡса эшләй башлар. Еңел аҡса бәхет килтермәй. Кеше хәләл көсө менән эшләп тапҡан аҡсанан ғына ҡәнәғәтлек кисерә. Әгәр ҙә ул үҙ көсө менән үҙенең тормошон яҡшырта икән, йәмғиәттә лә үҙен ышаныслы тоя. Аҡсаның күп булыуы түгел, уны нисек сарыф итеү мөһим.
Кемгә «Жигули», кемгә «Лексус»
Бәхеттең аңлатмаһы сағыштырмаса. Ысынлап та, элек 10 һумлыҡ ҡағыҙ аҡса тапҡанда ҡалай ҡыуана инек, ә хәҙер кеҫәбеҙҙә 100 доллар ятһа ла иҫебеҙ китмәй. Килем ҙур булмағанда, беҙ «Жигули» алып ҡына ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ, ә килем арта барған һайын «Лексус» алғы килә башлай. Шулай итеп, матди ихтыяждар артҡандан-арта. Ләкин бар нәмәнең дә сиге була. Үҙен бөтә яҡтан етеш тойған кеше икенсе ҡыҙыҡһыныуҙарҙы эҙләй башлай. Шуларҙың береһе – ҡомарлы уйындар. Улар менән мауығыу бигерәк тә эшҡыуарҙар араһында йыш осрай.
Ни өсөн эш хаҡы кәрәклеген дөрөҫ аңларға кәрәк. «Иномарка» алыу өсөнмө, әллә Кариб утрауҙарына сәйәхәткә барыу өсөнмө? Һәр кем үҙенсә хәл итә. Берәүҙәр бер айлыҡ эш хаҡын бер аҙнала бөтөрһә, икенселәр Мәскәүҙән фатир алыр өсөн йылдар буйы йыйып бара.
Иң беренсе стимул кәрәк. Алдыңа аныҡ маҡсат ҡуйып ҡына «алтын тауҙар»ға ынтылырға мөмкин. Аҡса менән бәхет төшөнсәһе бөтөнләй башҡа. Әгәр ҙә кеше миллион доллар аҡса эшләй башлаһа, был уның тормош сценарийына әйләнеп китеүе мөмкин. ҡапыл ғына яһалған бик ҙур аҙым да кешене ҡурҡыуға һала, йә, киреһенсә, уйланылмаған эштәргә, енәйәт ҡылыуға килтереүе бар. Һинең 10 мең һумыңдан 1 миллион һум яһарға вәғәҙә биреүселәр һирәк түгел шул. Шуға ла һауалағы торнанан ҡулыңдағы турғай яҡшыраҡ икәнен онотмаһаҡ ине.
Нисек бәхетле булырға?
Аҡса тураһында күп уйларға ярамай, ундай кеше дуҫтар менән аралашыу, йәмғиәт тормошо менән ҡыҙыҡһыныу, ижад тураһында онотмаһын ине. Аҡсаның суммаһына үҙеңде көйләргә ярамай, ә аныҡ ҡына фатир, машина, йә бәхетле ҡартлыҡ тураһында уйларға кәрәктер. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бай илдәр халҡы ярлы илдәрҙекенән үҙҙәрен бәхетле тоя. Ләкин байлыҡ бөтә осраҡта ла ярҙам сараһы түгел: социологтар әйтеүенсә, Нигерия, Гватемаланың ярлы халҡы үҙҙәрен Япония, Италия халҡынан бәхетле һанай.
Ғөмүмән, айына 60 мең һум – Рәсәйҙә йәшәүселәр өсөн аныҡ эш хаҡы. Ҙур ҡалаларҙа һәм предприятиеларҙа белгестәргә ошондай сумманы алыу мөмкинлеге бар. Теләк кенә кәрәк. Тик иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һәр аҡсаның үҙ ҡәҙере бар. Күп эшләгән һайын мөмкин тиклем күберәк эш хаҡы алырға була. Бының өсөн башҡа нәмәләрҙән баш тартырға кәрәклеген онотмағыҙ.
БДУ студенты
Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА
әҙерләне.