RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 100-сө йәшен ҡыуған ветеран әле һаман фатирһыҙ

26.02.2011 100-сө йәшен ҡыуған ветеран әле һаман фатирһыҙ

100-сө йәшен ҡыуған ветеран әле һаман фатирһыҙБыйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 66-сы яҙын ҡаршылай. Йылдар артта ҡалған һайын һуғыш ветерандарының сафы һирәгәйә. Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейын Рәсәй киң билдәләне. 2010 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыу­ға мохтаж һуғыш ветерандары, тол ҡатындар торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш, тине ил етәкселеге. Тик, үкенескә күрә, был бойороҡ урындарҙағы бюрократик кәртәләр арҡаһында тулыһынса үтәлмәне. Эйе, кемдер яңы, йылы фатирҙар алып ҡыуанды, кемдер, урында ғәҙеллекте даулай алмағас, ил Президенты Д. Медведевҡа, Рәсәй Хөкүмәте башлығы В. Путинға мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итте. Улар өсөн шатбыҙ. Ауылда йәшәүсе һуғыш ветерандарына фатир юллауы бигерәк тә ауыр. Ошо сәбәпле әле һаман фатир алмаусылар ҙа бар. "Ә ниңә уларға фатир бирмәйҙәр? Кем ҡамасаулай?" тигән һорауҙар тыуа. Белорет районының Егәҙе ауылында йәшәүсе, инде 100-сө йәшен ҡыуған ветерандың тормошо, йәшәү шарттары менән танышҡанда ла ошо һорауға яуап эҙләнек. \
Ильяс Хәнип улы Хәнипов 1911 йылдың 15 октябрендә Мәсетле райо­нында тыуып үҫкән. Уға күпте күрергә, күпте кисерергә тура килә. Тыуған ауылы Миржанғолда биш класс белем алған егет ФЗО-ға уҡырға инә. Уҡыуҙа яҡшы өлгәшкән ауылдаштары менән бергә уны бухгалтер һөнәренә уҡырға ебәрәләр. Шулай итеп, 1932 йылда комсомолец Ильяс Хәни­повтың хеҙмәт юлы башлана. Ә инде 1933 йылдың 3 сентябрендә егетте армияға саҡыралар, көнсығышта пограничник булып хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң, 1935 йылда яҙмыш уны ағаһы уҡытыусы булып эшләгән Белорет районының Баҡый ауылына алып килә. Ильяс ағай ҙа Баҡыйҙа ололарҙы грамотаға өйрәтә, уҡытыусы була. 1939 йылда фин һуғышына алалар, ә унан һуң Бөйөк Ватан һуғышына йүнәлә.
Ильяс Хәнипов Сталинградтан Будапештҡа тиклем яу юлы үтә. Һуғыш ваҡытында биш тапҡыр яралана. Ике тапҡыр ауыр яралар менән госпиталдә ятып сыға. Ныҡ яраланған сағын хәтерләп: "Эсәктәрем өҙөлөп, сығып ятты. Госпиталь табиптары аяҡҡа баҫтырҙы. Әммә бер тимер ярсығын алманылар, ул ашҡаҙан аҫты биҙенең эргәһендә. Уны алһаҡ, һин үләсәкһең, ә былай, ҡартайып, үҙ үлемең менән китерһең, тине табип. Ысынлап та, ошо ярсыҡ менән ғүмер буйы йәшәнем", – ти Ильяс Хәнип улы. Табиптың шул саҡта дөрөҫ диагноз ҡуйыуы хайран ҡалдыра. Ә бит бөгөн ветераныбыҙ 100-сө йәшен ҡыуа!
Ильяс Хәнип улы данлы һуғыш юлы үтә. Бөйөк Ватан һуғышында саперҙар отделениеһы командиры була. "Хәрби хеҙмәттәре өсөн", "1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн" һәм башҡа бихисап миҙалы уның һуғышта күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләй. Хеҙмәт стажы ла 55 йыл: урман ҡырҡа, һатыусы, Егәҙе ОРС-ы начальнигы ла булып эшләй.
Әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Егәҙе ауылында йәшәй. Уны ҡыҙы Мәрзиә һәм Ринат кейәүе ҡарай. Йөҙҙө ҡыуған ветеран хәҙер яҡындары ярҙамында ғына көн итә. Үҙен етәкләп кенә йөрөтәләр. Оло булһа ла, аҡылы теүәл. Беҙҙең гәзиттән килгәнде белгәс: "Яраларымды күрһәтәйемме? Дошман пуляһы бер юлы ике ҡулымды ла тишеп үтте", – тип хәтерләп алды Ильяс Хәнип улы. Һуғыштан иҫтәлек булып тәнендә ҡалған ярсыҡ ғүмер буйы үҙе тураһында, ҡанлы яу йылдарын хәтерләтеп һыҙлай. Ветерандың аяҡтары шешә. Беҙ барғанда ла аяҡтары ныҡ шеш ине. "Әле ҡыш булғас, әҙ йөрөтәбеҙ, шуға ла ныҡ шешә", – тип аңлатты ҡыҙы. "Ә табиптар килеп ҡарап торамы?" – тип ҡыҙыҡһынабыҙ. "Табиптар йылына бер тикшерә, уныһында ла атайыбыҙҙы Туҡанға алып барырға кәрәк. Участка шәфҡәт туташы Мәүсилә Ғәзизова былай саҡыртыу менән йүгереп килеп етә. Элек участка табибы Ғәббәс Хамматов булған саҡта, ул аҙна һайын үҙе килеп ҡарай, хәлен белешеп тора ине. Ә яңы участка табибының өйгә килгәне юҡ", – тине Мәрзиә апай.
Егәҙе ауылында иҫән ҡалған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына урындағы табиптарҙың һалҡын ҡарашы беҙҙе аптыратты. Ильяс Хәнип улы йүнләп йөрөй ҙә алмай, ул әле һаман II төркөм инвалиды булып иҫәпләнә. Урындағы медико-социаль экспертиза комиссияһы етәксеһе Р. Таулыҡаева: "Әгәр ҙә участка табибы ятҡан ауырыуҙы даими күҙәтеп торһа, документтар яҡшы алып барылһа, беҙ уға ситтән тороп та инвалидлыҡ бирәбеҙ", – тигәйне. Күреүегеҙсә, был осраҡта участка табибының үҙ бурыстарына һалҡын ҡарауы, уларҙы тейешенсә үтәмәүе сағыла ла инде. "Атайым тышҡа бәҙрәфкә йөрөй алмай, ҡай саҡ аҫтына ла ебәрә", – ти уны ҡараған ҡыҙы Мәрзиә. Беҙ фотоға төшөргәндә лә саҡ шылдырып ултырттылар.
«Тиҙ ярҙам» саҡыртһалар ҙа, машина ветеран өйөнә тиклем килә алмаҫ ине, сөнки Ильяс Хәнип улы йәшәгән Интернационал урамы күптән ҡарҙан таҙартылмаған. Беҙ ҙә машинабыҙҙы ситтә ҡалдырып йәйәүләнек.
Ветерандың йәшәү шарттары ла насар. 1956 йылғы өй инде йылыны тотмай, иҙәне һыуыҡ, Ильяс бабай­ҙың аяҡтарында быйма. Соландың баҫҡысы бейек, шуға ла тышҡа сығарыуы ауыр. "Мунсаға йөрөтөүе үҙе бер бәлә", – ти ҡыҙы Мәрзиә.
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейына ҡарата ветерандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу тураһында ишеткәс, Ильяс Хәнип улының балалары ла аталары өсөн фатир юллай башлай.
– Егәҙе ауылы хакимиәтенән комиссия килеп, йәшәү шарттары булмауы тураһындағы тикшереү акты төҙөнө һәм район хакимиәтенең торлаҡ секторына барҙылар. Тик уларҙан документтарҙы ҡабул итмәнеләр. Шулай булһа ла, ул саҡтағы район хакимиәте башлығы Н. Максимовҡа ҡалдырып киттем. Район торлаҡ секторы начальнигы Нәйлә Мосалева миңә: "Һеҙ Егәҙелә йәшәгәс, урында сиратҡа тороғоҙ", – тигән яуап ебәрҙе. Мин өйҙә булмаған саҡта үҙҙәре килеп киткән һәм алда төҙөгән актты "торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж түгелдәр" тип төҙәткәндәр. Беҙҙең йәшәгән йорттоң майҙаны 20 квадрат метр, ә улар, соланды ла иҫәпләп, 24 квадрат метр, тип яҙған. Таҡтанан ғына торған солан ҡасандан йәшәү өсөн яраҡлы булып киткән икән?
Ә беҙ был йортта өс кеше торабыҙ. Телевидениела Владимир Влади­мирович Путин менән «ту­ра бәйләнеш» булған саҡта СМС-хәбәр ебәр­ҙек. Бөтөн ветерандар ҙа фатир алып өлгөрмәгәс, быйыл да был эште дауам итәсәкбеҙ, тине Хөкүмәт Рәйесе. Ошо хаҡта мәғлүм булғас, ауыл хакимиәте башлығы Р. Ғәлиул­линға тағы ла барҙым. Раил Иш­мырҙа улы, ҡаланан комиссия саҡырттым, тине, әлегә улар килмәне, – ти Мәрзиә Ильяс ҡыҙы.
Беҙ ҙә ветерандың өй юллаған документтары менән таныштыҡ, чиновниктарҙың оятһыҙ рәүештә ошондай һығымта сығарыуы ғәжәпләндерә. Улар үҙҙәре ошондай шарттарҙа йәшәргә риза булырмы икән? Шулай уҡ 1995 йылда еңел машинаға ла сиратҡа торғандар, тик уның да осона сыға алмағандар.
Ильяс Хәнип улының йортонан ауыр тойғолар менән сыҡтыҡ. Әлбиттә, һуғыш ветераны күптән бөтә шарттары булған фатирҙа йәшәргә тейеш, фашисты еңгән яугир илебеҙҙәге чиновниктарҙың бюрократик арбаһы алдында көсһөҙ булып ҡала.
Ильяс Хәнип улының алдында ата-бабаларынан ҡулдан-ҡулға күсеп килгән бик боронғо ҡөрьән китабы ята, ул изге китап уҡып көндәрен үткәрә. Ветерандың доғаларын чиновниктар ҙа ишетһә ине...

Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»