RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна ҡыйыныраҡ башланып китер. Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙы аңлауы еңел булмаҫ. Уларҙы яйлап төшөнгәс, барыһы ла үҙ урынына ултырыр. Йон­доҙҙар күберәк үҙегеҙ тураһында хәстәр­ләргә кәңәш итә.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Осор һеҙҙең өсөн өмөтлө булырға оҡшай. Күптәр өсөн яңы мөмкинлектәр асылыр. Бәғзеләр етди мәсьәләне сисеү юлын аңлар. Кемдер башығыҙҙы бутарға ла тырышыр. Быға юл ҡуймағыҙ. Йомала нин­дәйҙер бүләк алырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Эштәрегеҙ яҡшы барыр. Был арала һеҙҙе аңлаған һәм ярҙам итергә әҙер булғандарҙың һаны мотлаҡ күбәйер. Кире ваҡиғалар бөтөнләй көтөлмәй. Файҙалы эшмәкәрлек өсөн бөтә шарт та булыр. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө һөйләшеү көтөлә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Башығыҙға өмөтлө күренгән төрлө фекер даими килеп торор. Тик уларҙы тормошҡа ашырыу әлегә мөмкин түгел. Шаршамбыла ашығыу арҡаһында кәрәкмәгән мә­шәҡәт килеп сығыуы бар. Йомала бөтөнләй таныш булмаған кешенән ниндәйҙер файҙа күрерһегеҙ һымаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында ныҡ тырышырға тура килер. Ләкин бының сауабы ла байтаҡ буласаҡ. Ғөмүмән, был көндәрҙә йон­доҙ­ҙар әүҙем кешеләргә һәр саҡ ярҙам итеп торор. Йомала өмөтлө танышлыҡтар булды­рырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Көндәрегеҙ файҙалы үтер. Күптәр иң ауыр мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итер. Эштәрегеҙ үҙҙәренән-үҙҙәре барған һымаҡ тойолор хатта. Бәғзеләр шәхси тормошон, ҡайһы бер мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыр. Ярҙам вәғәҙә иткән кешеләрҙең иҫтәренә был хаҡта төшөрөргә бер ҙә тартынмағыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала йондоҙҙар уяулыҡ тура­һында онотмаҫҡа ҡуша. Аҙға ғына иғтибарығыҙҙы кәметһәгеҙ, ваҡиғалар барышы шундуҡ кәрәкмәгән йүнәлеш алыр. Өйөгөҙҙә лә әллә ни ял итә алмаҫһығыҙ, ваҡ мәшәҡәттәр баҫыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Икеле хәлдәр йышайып китер, моғайын. Улар күбеһенсә һеҙҙең файҙаға тамам­ланмаҫ кеүек. Яҡындағы кешеләр менән арағыҙ киҫкенләшеүе лә ихтимал. Шунан һуң эштәрегеҙ күҙгә күренеп яйланыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында үҙегеҙҙең башҡаларға кәрәкле икәнегеҙҙе күрерһегеҙ. Күңе­легеҙ ҙә күтәренке булыр, абруйығыҙ ҙа артыр. Бәғзеләргә ниндәйҙер яуаплы эш йөкмәтерҙәр. Йомалағы осрашыуҙан һуң боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яңынан тергеҙерһегеҙ, бәлки.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Йондоҙҙар был арала һеҙгә күтәренке кәйеф вәғәҙә итә. Һәр көндө ҡыуаныс менән ҡаршыларһығыҙ. Хатта шишәм­беләге мәшәҡәттәр ҙә күңелегеҙҙе төшөрә алмаҫ кеүек. Кесе йомала һатып алған әйберегеҙ мотлаҡ бәрәкәтле буласаҡ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҡса менән бәйле мәсьәләләр һәйбәт хәл ителер. Һиҙгерлегегеҙ кәрәкмәгән сығымдарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итер. Ниндәйҙер мөһим эште уңышлы ғына башлап ебәрерһегеҙ һымаҡ. Йомалағы ҡаршылыҡтарға әҙер булыуығыҙ мөһим.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна башынан уҡ мөмкинлегегеҙҙе барлап сыҡһағыҙ, барыһы ла яҡшы барыр. Ҡайһы бер маҡсатығыҙҙы бер аҙға кисектереп торорға ла тура килер. Шар­шамбылағы ваҡиғаларға әллә ни иғтибар бирмәгеҙ. Иң мөһиме – һеҙҙең өсөн артабан бара торған йүнәлеш асыҡланды кеүек.




Автор: Өмөтбай
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»