RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илнурҙың үлеме буйынса енәйәт эше асылды

26.02.2011 Илнурҙың үлеме буйынса енәйәт эше асылды

Бөрйән районының Бай­назар ауылы егете Илнур Буранбаевтың үлеме буйынса тикшереү эше дауам итә. Әле егетте үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр итеү буйынса енәйәт эше асылған.
Илнурҙы бындай хәлгә килтереп еткереүҙә бер ҡайҙа ла эшләмәгән 20 йәшлек егет ғәйепләнә. Билдәле булыуынса, Илнур Буранбаев Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курста ғына уҡып йөрөгән була. Уны былтыр декабрь айында йәшәгән ятағынан алыҫ ҡына урынлаш­ҡан урмансыҡта аҫылынып торған килеш таптылар.
Башҡортостан Республика­һы буйынса тикшереү органдары тарафынан 17 йәшлек студенттың үлеме ентекле тикшерелгән. Уның һөҙөмтәһендә Рәсәй Феде­рацияһы Енәйәт кодексының 110-сы статьяһы буйынса (үҙ-үҙенә ҡул һалыу хәленә еткереү) енәйәт эше асылған. Тикшереү версияһы буйынса, 20 йәшлек, бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм уҡымаған ҡырмыҫҡалы районы егете 2010 йылдың декабрендә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ятағына йәшерен рәүештә үтеп ингән. Ятаҡтың Илнур йәшәгән бүлмәһендә төнө буйы эсеп, иҫереп, беренсе курс студенттарын ҡырағай ысулдар менән «тәрбиәләп» маташҡан. Әрменән ҡайтып килгән 20 йәшлек егет Илнур Буранбаевты ла төн буйы тәҙрә аша спиртлы эсемлектәр алырға ебәргән, төрлөсә мыҫҡыл иткән, кешелек намыҫынан көлгән, кәмһеткән, ҡул күтәргән, тигән версия тикшереү органдары тарафынан ҡарала. Мыҫҡыллауға, ҡул күтәреүгә, ҡурҡытыуға сыҙамаған Илнур үҙ-үҙенә ҡул һалған һәм был яҡты донъя менән хушлашҡан.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

vby
3 марта 2011 00:07: vby
Хеззен язгандарзы ошолай тип анларга була инде:мыскыллауга, кул кутареуга, куркытыуга сызамаган Илнур тэузэ кулын хындырган,башын яра хуккан,тешен койган да кулын кесэхена тыгып, "мин хезга ус итеп асылынам"тип уз-узена кул халган, килеп сыгамы???? Кайза хун бында хаклык,дорослок?????????????????????????
Кайза уны тукмаган, язалаган юнир, фанис...? Уны ойоштороусы кеше? Нишлап групповой булган эште тик бер кешега гена япхаралар?Ул 20 яшлек егет нина киласаген уйламай икан,могайын ул яш егетттен яраткан кызы,ата-асахе,якын туганнары барзыр бит?!агар киласаген уйлап, доросон хойлаха,котолоп калырга ла момкин бит...Уйла, яш егет,хина бит 20 гена яш!Икенсе берау осон бер за ултыргын килмайзер бит.
ауылдашы
20 марта 2011 20:37: ауылдашы
Ильнурдын улеменда только Комендант Шавкат гайепле.Ботон общ 6 лагы тартипсезлектар Шавкаттан башлана.Ул бит акса осон общ сит кешеларде йашарга индереп боткан.713 со булмала йашаган БСТ ла эшлаган Тагир Вахитов нисек инде тоно буйы эсеп сыккан Юнир м-н Фанисте курмаганда,ишетмаганда.Алла БСТ ла санрау,сукыр кешелар эшлай ме икан?