RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

19.02.2011 Тәгәрмәс

«ҡоро закон»ға – һуңғы нөктә...
ТәгәрмәсИҫерек водителдәргә ҡаршы көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Күптән түгел ҡабул ителгән яңы закон вариантына водителдең ҡанында алкоголь булыу-булмауын тикшереүҙе аңғартыусы һуңғы өҫтәмәләр индерелде.
Водителдең иҫерек булыуы тик махсус приборҙар ярҙамында билдәләнәсәк. Индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, ЮХХДИ хеҙмәткәре водителде тышҡы ҡиә­фәтенә ҡарап, шик­ләнеү нигеҙендә генә медицина тикшереүенә оҙата алмай. Уның хәлен тик прибор ғына билдәләй. Бынан ары был процедурала табип-наркологтың кәрәге лә юҡ.
Әгәр водитель тыштан айыҡ күренеп тә, прибор ҡанында саҡ ҡына промиле алкоголь тапһа, ул иҫерек тип иҫәпләнәсәк. Башҡа факторҙар күҙ уңына алынмаясаҡ – ҡанда алкоголдең булыу-булмауы ғына шарт.
Әммә шул уҡ ваҡытта табиптарға ҡарата талаптар шул көйөнсә ҡала – тикшереүҙе ике прибор ярҙамында һәм 20 минут тәнәфес менән үткәреү. Рәсәйҙең автомобилистар хәрәкәте рәйесе Виктор Похмелкиндың фекеренсә, яңы закон бөтөнләй мәғәнәһеҙ. Сөнки, бер яҡтан, алкоголь айыҡ кешенең ҡанында ла булыуы мөмкин, икенсе яҡтан, трубкаға өрөп, айыҡ булып иҫәпләнеп тә, наркотик матдәләр­ҙән илереүселәр машинаны йөрөтә аласаҡ түгелме? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2010 йылдың авгусында илебеҙҙә яңы закон көсөнә инде. Уға ярашлы, Рәсәйҙә водителдең ҡанында алкоголь кимәле 0,3 промиленән дә артмаҫҡа тейеш, тип билдәләнгәйне. Әммә оҙаҡламай закон ҡайтанан ҡаралды һәм «абсолют нуль нормаһы»н индерергә ҡарар ителде. Бынан ары водителдең ҡанында спирт табылһа, уны йыл ярым – ике йылға водителлек танытмаһынан мәхрүм ителеү көтә. Белгестәрҙең фекеренсә, ҡанда спирт кимәле абсолют нуль була алмай. ҡандағы градусты спиртлы эсемлектәр генә түгел, кефир, кеүәҫ һәм ҡымыҙ ҙа күтәрә ала.
Яңы закон ҡабул ителгәндән алып, 2010 йылдың һуңғы айҙарында юл-транспорт фажиғәләре сағыштырмаса кәмеһә лә, йыл йомғаҡтары буйынса, һандар әллә ни иҫ китерлек түгел. Йыл дауамында иҫерек водителдәр сәбәпсе булған авариялар һаны 4 процентҡа ғына кәмегән (11,8 мең). Уларҙа барыһы ике меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән (15 процентҡа әҙерәк), 17 меңдән ашыуы тән йәрәхәте алған (4 процентҡа кәмерәк). Белгестәр билдәләүенсә, киләсәктә законға тағы ла әйләнеп ҡайтасаҡтар һәм бәхәстәр ҙә буласаҡ.

Үҫешкән илдәр тәжрибәһен алғанда, «нуль нормаһы» бик һирәктәрҙә генә индерелгән. Күпселек илдәрҙә 0,5 промиле нормаһы ғәмәлдә. Ә Американың ҡайһы бер штаттарында был кимәл 0,8 промиле тип билдәләнгән.

Иҫәпләүҙәр буйынса, ҡандан бер шешә һыраның алкоголе сығып бөтһөн өсөн – 6, бер бокал шарапҡа – 8 –12 сәғәт, ярты литр араҡыға бер тәүлек ваҡыт кәрәк.

«Право»лар үҙгәрә

1 марттан водителдәргә яңы водитель танытмаһы биреләсәк.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Виктор Кирьяновтың һүҙҙәре буйынса, яңыса эшләнгән «право» халыҡ-ара стандарттарға тап киләсәк. Документ пластик карточканы хәтерләтә, полиграфик йәһәттән үҙенсәлекле һәм штрих-кодҡа эйә. Бындай пластик танытманың яһалмаһын эшләп булмай һәм уның ярҙамында юлда водителдең документтарын тикшереү процесы ла тиҙерәк башҡарыла. Яңы бланкының хаҡы – 800 һум.
В. Кирьянов белдереүенсә, яңы танытманың индерелеүе элекке танытмаларҙы алмаштырырға кәрәк тигәнде аңлатмай – улар ваҡыттары сыҡҡансы ғәмәлдә ҡаласаҡ.

Иң яҡшыһы – «Семерка»мы?

2010 йыл йомғаҡтары буйынса, Lada 2105/2107 автомобилдәре Рәсәйҙә иң күп һатылған машиналар иҫәбенә ингән. Атап әйткәндә, былтыр йәмғеһе 136 мең «семерка» һәм «пятерка» һатып алынған.
Илебеҙҙә ҙур ихтыяж менән файҙалан­ған машиналар исемлегенең 2 – 4-се урындарын шулай уҡ ватан автомобилдәре алған: Lada Priora (125,2 мең), Kalina (109 мең) һәм Samara (102 мең). Бынан тыш, яҡшы һатылған тәүге ун модель исемлегендә Ford Focus (67 мең), Renault Logan (62,9 мең), Lada 4x4 (44,6 мең), Daewoo Nexia (43,9 мең), Chevrolet Niva (35,4 мең) һәм Chevrolet Lacetti (31,9 мең) бар.
Брендтар араһында иң популяр машина булып Lada машинаһы ҡала. Былтыр Волжск автозаводы 517,1 мең машинаһын һатыуға өлгәшкән. Сит ил маркалары араһынан рәсәйҙәр Chevrolet (2010 йылда 116,2 мең һатыл­ған) автомобиленә өҫтөнлөк биргән.

Утилләштереү тамамлана

Иҫке автомобилдәрҙе утилләштереү программаһы буйынса илдә 50 мең сертификат ҡалған, улар таратылғас, программа ябыласаҡ.
РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалған сертификаттар апрель айына тиклем генә етәсәк. Әммә машина һатып алыуҙан баш тартҡан 30 – 40 мең кешенең сертификаты йәнә ҡулланыуға сығарыл­һа, утилләштереү май – июнгә тиклем һуҙыласаҡ. Киләһе йылда программаны дауам итеү ҡаралмаған.

Мәғлүм булыуынса, нефть запасы мәңгелек түгел, ул да берәй заман бөтәсәк. Әммә, ғалимдар әйтеүенсә, «ҡара алтын» бөткәнгә тиклем заправка станциялары яңы төр яғыу­лыҡ – синтетик бензин һатыуға күсәсәк.
Британия компанияһы белгестәре уйлап тапҡан яңы яғыулыҡтың составында углерод юҡ, шуға ла ул янған саҡта тирә-яҡҡа зарарлы матдәләр бүлмәй. Инновацион продукттың киләһе ун йыллыҡта уҡ нефть продукцияһын алмаштырыуы ихтимал. Синтетик бензиндың бер литры яҡынса 12 һум торасаҡ. Уның хаҡына донъя баҙарында нефткә хаҡтар­ҙың үҙгәреп тороуы йоғонто яһай алмаясаҡ, тип көтөлә. Синтетик бензинда барлыҡ автомобилдәр ҙә йөрөй ала һәм уның өсөн бер ниндәй ҙә өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйыу талап ителмәй.

Борсолма, автомобилдә – «Борсоулы төймә»!

Һөйөнсө! Оҙаҡламай Ватан автомобилдәре «борсоулы төймә» менән йыһазландырыласаҡ. Яңы опция ГЛОНАСС навигация системаһы нигеҙендә эшләнә.
Машиналарыбыҙҙы «Борсоулы төймә» менән йыһазлау уларҙың сит ил маркалы «тимер ат»тарға ҡарата дәғүәселек һәләтен арттырасаҡ. Автомобиль эшләүселәр хәбәр итеүенсә, ватан автомобилдәренә индерелгән яңылыҡ уларҙың хаҡына йоғонто яһамаясаҡ. ГЛОНАСС системаһы нигеҙендә индереләсәк опция, автомобилдең комплектацияһына ҡарап, уны конвейерлау этабында ҡуйыла.
«Борсоулы төймә» ниндәй принцип буйынса эшләй һуң?
Автомобилгә бәрелеште һәм машинаның боҙолоуын һиҙемләүсе махсус тапшырғыстар ҡуйыла. Улар машина менән ғәҙәттән тыш хәл, фажиғә булған осраҡта «тоҡана». Әгәр бындай хәл була ҡалһа, уның тураһындағы мәғлүмәт яҡындағы милиция һәм «Ашығыс ярҙам» бүлегенә еткерелә. Хәлдең көсөргәнешлелеге билдәләнгәс (уны программа автоматик рәүештә баһалай), янғын һүндереү йәки МЧС хеҙмәте саҡырылыуы ихтимал. Автомобиль хужаһының хәленән килһә, ул үҙе лә кәрәкле хеҙмәтте саҡыра ала. Әгәр водитель аңын юғалтып ятһа һәм ғәҙәттән тыш хәл тураһында үҙ аллы хәбәр итә алмаһа, был хаҡта мәғлүмәт автоматик рәүештә шулай уҡ тейешле урынға еткерелә.
Бынан тыш, яңы ҡорамал транспорттың тиҙлеген, салон эсендәге температура режимын, машинаның ниндәй кимәлдә боҙолоуын һәм башҡа фактор­ҙарҙы билдәләргә һәләтле.

Автокредиттар субсидия аласаҡ

Быйыл илебеҙҙә ватан автомобилдәрен һатып алғанда автокредиттың процент ставкаһын субсидиялауға йүнәлтелгән дәүләт программаһы буйынса 150 мең автокредит биреү күҙаллана.
Программаға ярашлы, дәүләт банкыларға кредит ставкаһының бер өлөшөн ҡайтарыуҙа ҡатнаша (әлегә яҡынса 5,17 процент). Программа хаҡы 600 мең һумдан ашмаған һәм үҙебеҙҙә эшләнгән йәки йыйылған автомобилде һатып алыу мөмкинлеге бирә. Машина өсөн тәүге иғәнә автомобиль хаҡының 15 процентынан да кәм булмаҫҡа, ә кредитты түләү ваҡыты өс йылдан артмаҫҡа тейеш. Йыл аҙағына тиклем Рәсәй хөкүмәте программаны бойомға ашырыуға 2,77 миллиард һум аҡса бүләсәк. Былтыр ошо дәртләндереү сараһы менән 165,7 мең кеше файҙаланған.

ҡытайҙыҡы «ҡытайса» булмаһа...

ҡытай автомобиль индустрияһы ҙур тиҙлек менән үҫешә. Беҙҙә макеттағы автомобилде конвейерға сығарыу оҙайлы йылдар талап итһә, ҡытайҙа бер нисә ай эсендә ҡағыҙҙағы тимергә күсә.
Күптән түгел улар үҙҙәренең Н5 тип аталған вне­дорожнигын эшләп тә сығар­ған. Машина оҙаҡламай дилер үҙәктәренә барып етергә тейеш. Н5 внедо­рожнигының хаҡы ла, ошо кластағылар менән сағыштырғанда, арзан – ни бары 699 мең һум. Комплектына хәүефһеҙлек мендәрҙәре, ABS+EBD, тулы привод, климат-контроль, электр пакеты, күн менән тышланған салон инә.

Кәрәк икән – ҙур, кәрәк икән – бәләкәй...

Автомобилдең тиҙлеге, дизайны, яғыулыҡты сарыф итеү кимәле, хаҡы – ошо йүнәлештә бөгөн автомобиль сәнәғәте лидерҙары бер-береһе менән ярыша. Әле барыһын да үҙҙәренә иғтибар итеү маҡсатынан кәмей һәм ҙурая алған машина эшләгәндәр.
Ике урынлы машина махсус төймәгә баҫыу менән дүрт урынлыға әйләнә һәм оҙоная. ҡыҫҡа көйөнсә уның оҙонлоғо ни бары 2 метр булһа, «һуҙылғас», 3,5 метр­ға етә. ҡыҫҡа вариантында автомобилдең артҡы өлөшө багажникты хәтерләтә. Ма­ши­наны эшләүселәрҙең фекеренсә, ул «тығын»дар күп булған һәм туҡталыш урындары етешмәгән эре ҡалалар өсөн уңайлы.

Тәмле, тик зарарлы

Автомобиль салоны таҙа һәм бөхтә генә түгел, хуш еҫ бөркөп торорға тейеш, тип иҫәпләй автоһәүәҫкәрҙәр һәм салонға һауаны «тәмләтеүсе» махсус ароматизаторҙар элеп ҡуйыуҙы хуп күрә.
Әммә күптәр химик матдәләр ҡушып эшләнгән автомобиль хушбуйҙарының еҫе кешенең һаулығына зарарлы икәнен белеп тә еткермәй. Баҡтиһәң, юл-транспорт фажиғәләренә йыш ҡына ароматизаторҙар сәбәпсе була икән. Белгестәр билдәләүенсә, авто хушбуйы менән оҙаҡ тын алыу аңды юғалтыуға тиклем еткереүе ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»