RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын...”

19.02.2011 “Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын...”

Моң шишмәһе – һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.

З. БИИШЕВА.

“Юлдаш” каналынан йыр ағыла. Юҡ, популяр эстрада йыры түгел, ә башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”. Йыр ағыла, уға ҡурай моңо ҡушыла. Йырсының тауышы ғәйрәтле, көслө. Үҙ телемдә яңғырағас, тағы ла яҡыныраҡ, моңлораҡ булып ишетелә. Башҡорт теле халҡы ғорурлығы, зиннәттән дә ҡиммәтлерәк байлыҡ. Быуындарҙан быуындарға күсеп килгән телебеҙ рухи аманат ул. Әле яңғыраған йыр ҙа ата-бабаларыбыҙ мираҫы. Күңел асыр өсөн генә түгел, үҙ тарихтарын да, зарҙарын да һалған улар…
Йыр дауам итә… Моңло тауыш бер түбәнәйә, бер күтәрелә. Илаһи моң юғары күтәрелгәндә Салауаттың оранын ишеткәндәй итәм.
Салауат! Ил батыры! Ниндәй шиғырҙар яҙған ул, ниндәй сәсән телле булған! Илең өсөн генә түгел, телең азатлығы өсөн дә көрәшкә оран һалдың һин! Һәм ул, әлбиттә, башҡорт телендә яңғыраны. Ирекһеҙҙән күңелемә шиғыр юлдары килә:
Башҡортомдоң батыры нисә быуат
Һоҡландыра инде күптәрҙе.
ҡасандыр бер һин һаҡланың уны,
Ә милләтең һине күтәрҙе,
Яу ораны телә күктәрҙе.
Хәйер, Тыуған ил, туған тел, халҡы өсөн баш һалыусы ир-азаматтарыбыҙ аҙмы ни: Батырша, Алдар батыр, ҡаһым түрә, Парижды урап ҡайтҡан Буранбай ҡурайсы, үҙ теле аша ғилем, мәғрифәт нурын сәскән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабич…
Ер йөҙөндә булмаһа ла, халыҡ хәтерендә, иң мөһиме – телендә йәшәп килә улар. Милли рух, ғәзиз әсә телебеҙ генә ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йырын, моңон, ижадын меңәр йылдар аша киләсәккә еткерә алған. Бәлки, шуғалыр ҙа тыуған ерен, туған телен ныҡ һаҡлаған улар, телдәрен киҫһәләр ҙә, онотмаған, һәр төрлө ауырлыҡтарға, язаларға ҡаршы тора алған.
Йыр тымды, тапшырыу дауам итте. Телебеҙҙең матурлығына тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡуйҙым. Ниңәлер уның ҡәҙерен белмәйбеҙ һымаҡ. Башҡорт булып та, бәғзеләребеҙ урыҫса һөйләшеп маташа. Ә бит әсә телен онотоп, башҡа сит телдә һөйләшә башлаһа, бала үҙенең тамырына балта саба, тимәк, үҙе лә ҡыуара һәм рухи яҡтан үлә. Телен һаҡлаған кеше генә үҙ еренә тоғро ҡала. Теле булһа, киләсәккә өмөтө лә була.
Йыш ҡына ҡала ерендә генә түгел, ауылда ла урыҫ теле ҡолаҡҡа ҡаты бәрелә. Башҡортса яңғыраған һүҙҙәрҙе ишетеүселәр: “Ә, был ауыл кешеһе икән!”– тип көлгән осраҡтар ҙа етерлек. Тап шағир Рауил Бикбаев шиғырындағыса әйткем килә:
Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.
Тамырыңды уйлап ғорурланам,
Бөгөнгөңдө күреп хурланам.
Туған телкәйемдең хәлдәренән
Бәғерҙәрем яна, теленә…
Ә бит күпме бөйөк әҙип үҙ телебеҙҙә ижади, рухи бейеклектәргә күтәрелгән: Рауил Бикбаев, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай… Беҙ уларҙан үрнәк алырға тейешбеҙ.
Ләкин телебеҙгә ихтирам кәмене. Белем биреү яғынан да уға иғтибар аҙ. Дәүләт теле була тороп, аҙнаһына бер дәрес әсә телен уҡытыу эшме ни ул? ҡала ерендә лә башҡорт телен теләгәндәр генә уҡый. Йәнәһе, ҡала мөхитендә йәшәгән балалар башҡорт телен белмәй. Быға кем ғәйепле? Өҫтәге түрәләрме, әллә теленән оялған, уға ҡарата балаларында һөйөү уятмаған ата-әсәме?
Урыҫ телен өйрәнеүҙә бер насарлыҡ та күрмәйем. Тик үҙебеҙҙең телде онота барыуыбыҙ, ҡәҙерен белмәүебеҙ уғата борсой. Быуындарҙы быуындарға ялғаған, илде тотҡан тел, һүҙ ҡәҙере юғала. Ата-бабалар менән бәйләнгән нескә генә еп-тел бына-бына өҙөләм тип тора. Ә башҡорт теле шундай матур, мәғәнәле! Тик ниңәлер ғорурланыр урынға унан оялабыҙ.
Ләкин мин, модаға эйәреп, телемә хыянат итмәйәсәкмен. Сөнки телем менән ғорурланам, һоҡланам. Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәремде эшем менән дә нығытам. Дан йырлайым һиңә, телем! Мәңге йәшә, башҡорт телем! Һин барҙа ғына халҡым, илем буласаҡ. Минең өсөн һинән дә яҡыныраҡ тел юҡ. Табынам һиңә, телем!
Һәр бер һүҙең – моңло бер йыр,
Күңелемдә хистәр ҡабына.
Ғорурланам һинең менән,
Телем, һиңә табынам!

Бер көн ситтә йөрөп, һине
Ишетмәһәм, һағынам.
Яҡындарҙан-яҡын бит һин,
Телем, һиңә табынам!

Һөйләшһәләр башҡорт телендә,
Ғорурланып китәм тағы ла.
Бөйөктәрҙән-бөйөк бит һин,
Телем, һиңә табынам!

Һүҙҙәрҙең дә иң кәрәклеһе,
Телем, һиндә табыла.
Ғүмер буйы тоғро ҡалып,
Телем, һиңә табынам!
Һаҡлайыҡ башҡорт телен! Быуындарҙы ялғап быуындарға еткерелгән ата-бабаларыбыҙ аманатын киләсәккә тапшырырға бурыслыбыҙ.

Ләйсән ЗАКИРОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»