RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Олпатлыҡ кәүҙә ҙурлығында түгел...

19.02.2011 Олпатлыҡ кәүҙә ҙурлығында түгел...

ҡулыма ҡәләм алһам, йәки, бер-ике һүҙ әйтәйем тип, мөнбәр-маҙар­ға күтәрелһәм, теҙгенһеҙ уй-ниәтемде самалағандай, киҫәтеү ишетәм: «Белгәнеңде һөйләмә, ни һөйләгәнеңде бел».
Тыныс ҡына ғүмер кисерәм тиһәң, телеңде тешләп йәшәргә кәрәк тә бит, әммә һәр кем өнһөҙ-тынһыҙ булһа, донъяны тутыҡ баҫып китмәҫме? Йүгерек яҙғы һыуҙар аҫтына инмәһә, ярҙай ҡалын боҙҙар ҙа иреп аҡмаҫ ине.
Заманында һүҙҙең бәҫе ирҙең ирлегенә ҡарап үлсәнде. Һүҙ – кешене үҫтергән дә, үлтергән дә ҡорал – теләһә кемдең телендә булманы. Ә инде шаян һүҙ, төртмә һүҙ аҡыл менән сәсәнлекте берләштергән ил ағаларының ғына өлөшө ине. Еңел-елпе һүҙле, ҡылансыҡ холоҡло ир, әйткәндәй, бөгөн дә абруйлы була алмай.
Һүҙ ҡиммәте һәр осорҙа һәм һәр халыҡта ла юғары. Бәхәсһеҙ был хәҡиҡәт йыл һайын яҙ үткәрелә килгән көлкө көнөн иҫтә тотоуҙан ғына әйтелмәй. Рәсәйҙәге байрамдар менән иҫтәлекле көндәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Беренсенән, әгәр календар­ҙа күрһәтелгән донъяуи һәм дини байрамдарҙы үҙебеҙсә ҡоласлы итеп билдәләй башлаһаҡ, эшләргә ваҡыт та ҡалмаясаҡ. Икенсенән, шул ҡәҙәр кәйеф-сафаға сәбәп уйлап табыу өсөн баш та кәрәк бит. Һәм, өсөнсөнән, әле беҙ билдәләгән 8 Март, Балаларҙы яҡлау көнө, Өлкәндәр көнө кеүек «казенный» байрамдар урынына, бәлки, миһырбанлылыҡ, сафлыҡ, тоғролоҡ, дуҫлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе юғарыраҡ күтәреп булмаймы икән? Хәйер, эсемдәге цензор йәнә лә: «Ни һөйләгәнеңде бел, хыялый ҡарт!» – тип әрләп тә тора.
Хыялыйлыҡ бар инде ул. Кеше әллә йәшәй-йәшәй замандан артта ҡала, әллә реаль тормош дилбегәһен ҡулдан ысҡындыра. Бына мин сәхнәләр­ҙә көтөү-көтөү булып ишәйеп киткән сатирик-юморист-пародистарҙың үрсеү тамырҙарын таба алмайым. Ярай, сатира әгәр фекерле, көн ҡаҙағына һуҡҡан фекерле булһа, йоҡлап ятҡан йәмғиәтте уятып ебәреүе ихтимал. Аркадий Райкин, Штепсель менән Тарапунька, үҙебеҙҙәге Ғәфүр Латипов менән Әхәт Уразмәтов ағай­ҙар, сатира ҡоралдары әсе булһа ла, жанрҙарын юғары ижади кимәлдә тота торғайны. Хәҙер сатира һәм юмор «штучный тауар» түгел, ул ағым­ға, коммерцияға һалынған. Александр Масляковтың тиҫтәләрсә йыл бер туҡтауһыҙ дауам итеүсе «үлемһеҙ» КВН-ындағы мәҙәктәрҙән ниндәйҙер мәғәнә табырға тырышыу сүлдәге ҡом бөртөктәрен иҫәпләү менән бер. Әйткәндәй, Мәскәү сәхнәләрендәге шаяндарҙың иҫәбе-һанына сығыу ауыр эш. Өҫтәүенә, шуҡ ир-аттың ҡатын-ҡыҙ булып кейенеүе ғәҙәткә инде һәм ошо ғәҙәт, үкенескә күрә, башҡорт эстрадаһында ла нығынмаҡсы. Кәкре аяҡлы, салыш йөҙлө, оҙон күлдәкле ир-ҡарсыҡтар­ҙың сәхнә тултырып һикергеләүе, кәзә тауышы менән һөрән һалыуы кемгәлер, күрәһең, ҡыҙыҡтыр. Ләкин ниңә тилелекте мотлаҡ ҡатын-ҡыҙ рәүешендә һүрәтләргә? Мин, мәҫәлән, әсәйемде, хәләлемде, ҡыҙҙарымды ошо яртаҡылдар образында күрергә теләмәҫ инем. Башҡор­тостан сәнғәтендә ҡатын-ҡыҙ көлкө, анекдот, «аңра блондинкалар» геройына әүерелергә тейеш түгел. Беҙҙең милли менталитет, изгеләребеҙҙе фәрештә итеп күреү традицияһы быға юл ҡуя алмай.
Һүҙ тотанаҡһыҙлығы сама белмәүсе артист йә сатира-юморҙы һөнәр иткән кешеләргә генә ҡағылған зәхмәт булһа, уны уйынға бораһың да, онотаһың. Әгәр шул сиргә сәйәсмәндәр, йә дәүләт эшмәкәрҙәре юлыҡһа, оят ҡына түгел, ҡаза ла. Бынан бер нисә йыл элек Мәскәү телевизион каналдарында Владимир Познерҙың «Времена», Светлана Сорокинаның «Основной инстинкт», Савик Шустерҙың «Свобода слова», Николай Сванидзеның «Зеркало» тигән тапшырыуҙары барҙы. Ошондай жанрҙағы тапшырыуҙар әле лә байтаҡ. Андрей Малаховтың «Пусть говорят», Владимир Соловьевтың «Поединок» һымаҡ күп кеше саҡырылған һәм эфирҙан сәғәтләп ваҡыт алған һөйләшеүҙәре генә ни тора! Үҙебеҙҙең Баш­ҡортостан ерлегендә генә йә «Арҡайым», йә «Аҡ тирәк – күк тирәк» тип күмәк ҡор йыйыуҙар булып тора. Хәҙер Азамат Әлмөхәмәтов алып барған «Пора разобраться», Рита Өмөтбаева етәкселегендәге «Асыҡ­ларға кәрәк» тапшырыуҙары эфирға сыға. Телевидениела бындай һүҙ ҡуйыртыуҙарҙы, заманса яңғыраһын типтер, «ток-шоу» тип атайҙар. Инглизсәнән үҙебеҙсәгә тәржемә итһәк, «уйынлы-ысынлы сафсата һатыу» булалыр.
Башҡортостан юлдаш телевиде­ние­һы телгә алынғас, фекерҙе дауам итер алдынан «яңыртылған» телевидение тапшырыуҙары уятҡан тәүге тәьҫораттар хаҡында ике кәлимә генә һүҙ әйтер инем. Телерадиокомпания етәкселегенең яңырыуы, әлбиттә, тәбиғи күренеш һәм яңырыуҙың телевизион тапшырыуҙарҙың концептуаль йөкмәткеһенә йоғонто яһаясағы мәғлүм ине. Әммә һәр үҙгәреш милли республикала Мәскәү стандарттарына яраҡлашырға тырышыуҙы аңлатмай. Ә инде «Сәләм» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының яңы формат алыуы әлегә алып барыу­сыларҙың үҙ-үҙҙәрен күп мәртәбә һәм әрһеҙләнеп күрһәтеүгә һәм Ләйсән Мәзитова (ниңәлер Мәжитова түгел) ханымдың ике ҡулын балдаҡтар менән тултырып «салат бешереүе»нә ҡайтып ҡалды. Ғөмүмән, телевидениела аш-һыу оҫталары хәҙер күп, фәҡир халыҡҡа ризыҡ табаһы ғына ҡалды.
Әлбиттә, телевидениелағы хәбәр һатыуҙарға фәлсәфәүи мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Фекерле, уҡымышлы, хәл-ваҡиғаларҙың айышын аңлаған кешеләрҙе тыңлау үҙеңде лә байытыу бит инде. Шул уҡ ваҡытта дөйөм милли каналдарҙа республикалар­ҙан, өлкәләрҙән бер кемдең дә булмауы – ғәжәп хәл. Өфөләге, телевидение хеҙмәткәрҙәре минут һайын «республиканың төп каналы» тип йөрөткән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла район, сит ҡалалар­ҙан ҡунаҡтар һирәк була. Әйтерһең, Мәскәү Рәсәй йәмғиәтенең баш мейеһе лә, ҡалған Рәсәй – аяҡ-ҡул, арт һан.... Периферияла фекер ҙә, хыял-өмөт тә, ил яҙмышы өсөн борсолоу ҙа юҡ. Һәм булыуы мөмкин дә түгел. Һәр хәлдә, һүҙ самаһын белмәй һөйләүсе В. Жириновский, Б. Немцов, К. Собчак кеүек сәйәсмән һәм шоумендарҙы тыңлаған саҡта үҙеңде ер ҡорто дәрәжәһендә тояһың.
Көлөп йәшәү хурлыҡ түгел, көлкөгә ҡалыу – хурлыҡ. Әҙәпле ҡыланыш, ипле һүҙ, урынлы юмор – кешенең әхлаҡи ҙурлығын билдәләүсе сифаттар. Виктор Гюго: «Көлөү – ҡояш менән бер: ул кеше йөҙөнән ҡышты ҡыуып ебәрә», – тигән. Әммә сәхнәнән һәм экрандарҙан яңғыраған әшәке һүҙҙәрҙең, йәмһеҙ ҡыланыштарҙың мәҙәниәт менән һис уртаҡлығы юҡ. Әгәр сатира йәки юмор, жанр булараҡ, халыҡ хөкөмөнә сығарыла икән, улар әхлаҡи идея йөгөн йөрөтөргә тейеш. Әгәр йәмғиәт тормошо, ғөмүмән, кәмиткә оҡшай икән, ул йәмғиәттәге төп жанр ҙа – анекдот. Илдәге иң етди тип һаналған матбуғат баҫмалары биттәрен дә анекдот менән тултырғас, йәмғиәттәге әхлаҡи климаттың ниндәй хәлдә булыуын төҫмөрләүе ҡыйын түгел.
Рәсәйҙә һүҙ даръя булып аға, шул уҡ ваҡытта һүҙгә ҡытлыҡ. Күтәреүсе, дауалаусы, сафландырыусы һүҙгә. Уның ҡөҙрәте сикһеҙ. Беҙ Пушкин һәм Тютчев, Толстой һәм Тургенев, Ғафури һәм Мостай, Таҡташ һәм Туфан йөрәктәренән ярып сыҡҡан илаһи һәм наҙлы һүҙҙәргә төрөнөп, нурҙарына ҡойоноп үҫтек. Хәҙер ниндәйҙер әҙәмдәр рустың һүгенеү һүҙҙәрен, «ненормативная лексика» тигән ялтырауыҡҡа төрөп, телгә индерергә тырыша. Тупаҫ һүҙҙәрҙе, персонаж теле рәүешендә, әҫәрҙәргә индереү башҡорт әҙәбиәтендә лә күренә. Хәйер, китап кибеттәрен тултырған бөгөнгө рус детективтарын асып ҡарарға баҙнатығыҙ етһә, унда Маринина, Донцова ханымдар хәшәрәтлекте законлаштырған инде. Рус кинематографының иң күркәм офицеры Василий Лановой милли идея тураһында ҡуйыртылған һүҙгә ҡарата: «Ниндәйҙер милли идея эҙләп тораһы юҡ. Улар, ана, Пушкинда, Толстойҙа», – тигәйне. Беҙгә ошо титандар кимәлендә фекерләү, интеллектуаль мәҙәниәткә эйә булыу бәхете тейерме икән?
Ә хәҙергә... Һүҙҙән бутҡа бешерәбеҙ, буш вәғәҙәләр бирәбеҙ, бер-беребеҙҙе кәмһетәбеҙ. ҡағыҙ түҙә ул, тигәндәй, һүҙ ҙә түҙә. Тик осһоҙлана бара. Ялған һүҙ өҫкә сыға барған заманда халыҡтың «кәкре ҡайында ҡар ятмаҫ» тигән раҫлауы ла хаҡ булмай сыға. Киреһенсә, бөкрөгә ҡар күберәк йыйыла.
Белгәнемде һөйләнемме, ни һөйләгәнемде белдемме, уныһына хөкөмдө «Айбағар»ҙың дуҫтары сығарыр. Был донъялағы һәр нәмәнән ауыҙ йырырға ашыҡҡан әҙәмдәр күп. Донъя алдында көлкөгә ҡалыуыбыҙ ихтималлығын аңлаған кешеләр күберәк булһасы.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»