19.08.2019 Декрет ялында яңы һөнәр өйрәнгән
Эш араһында өҫтәмә табыш алған йәки өйҙә ултырып, үҙ йүнен үҙе күргән хужабикәләргә ҡарап һоҡланам. Өйөндә генә торт бешереүсе кондитер, фотограф, сәс ҡырҡыусы, тырнаҡ оҫтаһы, тегенсе, биҙәүестәр яһаусыларҙың бик күп булыуын беләбеҙ. Амбициялы, үҙ-үҙенә ышанған тырыштарҙың аҡса эшләү мөмкинлеге бар хәҙер. Социаль селтәрҙәрҙә үҙ төркөмөн булдырып, һәр кем күңеленә ятҡан һөнәр менән шөғөлләнә ала.
Хеҙмәттәрҙең һәм йүнәлештәрҙең төрлө булыуынан күҙ ҡамаша: хендмейд, йәғни ҡул эше XXI быуат эшҡыуарлығының бер төрөнә әйләнде. Бәйләү, бижутерия, ағас һырлау, тиренән әйберҙәр тегеү һәм башҡа йүнәлештәрҙә яңы цифрлы технологиялар, 3D принтер хендмейдҡа ярҙамға килә.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе ике бала әсәһе Көнһылыу Хәсәнова ла декрет ялында ғаилә бюджетына ярҙам итергә теләй. Ҡатын термоярлыҡтар, исемле биркалар, открыткалар, шокобокстар, календарҙар эшләү менән шөғөлләнә.
– Декрет ялы минең өсөн эҙләнеүҙәр мәле. Тәүге балам Данис менән ялда булғанда төрлө өлкә менән ҡыҙыҡһындым: бәйләү, сигеү, һабын ҡайнатыу һәм башҡа шөғөлдәр менән мауыҡтым. Ә был эшемде уйламағанда башлап ебәрҙем. Мәктәптә эшләгәндә принтер менән ноутбук алғайныҡ. Мин декретҡа сыҡҡас, улар оҙаҡ ваҡыт эшһеҙ ултырҙы.
Кемдер, принтер тик ултырһа, боҙола, тигәс, яйлап фотолар сығара башланым. Махсус программалар өйрәнеп алып, заказға календарь, открытка, туй гәзите, саҡырыу ҡағыҙы кеүек әйберҙәр эшләй инем. Башта туғандарға ғына эшләнем, һуңыраҡ интернет селтәрендә төркөм асып, эштәремде бүтәндәргә лә тәҡдим итә башланым, – тип һөйләй Көнһылыу.
Яйлап ул шокобокстар (китап рәүешендә йәки пенал кеүек шоколадлы открыткалар) яһауҙы үҙләштерә. Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ бүләк яһарға теләүселәр шокобоксты һайлай. Шоколад дизайнлы ҡаптарға төрөлә, уларҙың һәр береһенә изге теләк яҙыла.
Тора-бара балалар өсөн “метрика”, эшҡыуарҙарға визитка кеүек әйберҙәр эшләй башлай. Бер йыл элек кенә бөтөнләй ят булған компьютер дизайнын үҙләштереүгә ныҡлап тотона.
Ҡыҙы балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, кейемдәрен ни рәүешле итеп билдәләргә икән, тигән һорау тыуа. Яслелә күп ата-әсә был мәсьәләгә юлыға: сөнки бәләкәс әлегә үҙенең кейемен таный белмәй, ә тәрбиәсегә, утыҙлаған бала араһында, был икеләтә ҡыйын. Әйберҙәр буталып бөтә, бигерәк тә гимнастика өсөн бер иш форма булған осраҡта. Ҡатын да башҡалар кеүек кейемгә Сафияның исемен йә сигеп, йә ручка менән яҙып ҡуя. Тик был ысулдар һис тә оҡшамай, сөнки береһен сигеүе оҙаҡ, икенсеһе кейемде бысрата.
Берҙән-бер көндө интернетта термоярлыҡтар тәҡдим иткән сайт күҙенә салына. Көнһылыу уларҙы яһарға өйрәнеү теләге менән яна башлай. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан – күп эҙләнеүҙәр, хаталаныуҙар һәм йоҡоһоҙ төндәр аша маҡсатына ирешә.
Бөгөн ул тәҡдим иткән термоярлыҡтар ата-әсәләр араһында бик популяр. Уңайлы ярлыҡты үҙең теләгән телдә һәм балаңдың яратҡан әкиәт персонажы менән яһатып алырға мөмкин. Иң мөһиме, хаҡы ҡиммәт түгел.
Көнһылыу Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Юғары уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамлай. “Тормошта үҙ урынымды тапҡансы күп эҙләнергә тура килде, төрлө өлкәлә эшләп ҡараным – китап магазинында, балалар баҡсаһында, мәктәптә, бер аҙ гәзиттә лә тир түктем. Хендмейд ваҡытлыса ғына тип ҡарайым. Алла бирһә, быйыл эшемә сығырға йыйынам”, – ти тырыш ҡатын.