28.08.2019 Ир аҫылы эштә беленә
Бөгөнгө геройымды күптән беләм. Вәлит Вәлиев миңә еҙнә тура килә. Ғәбитовтар өсөн еҙнә булыуы еңелдән түгел. Был кеше беҙҙең мәрәкәгә түҙергә, юҡ-барға үпкәләмәҫкә тейеш. Был һынауҙы ул уңышлы үткән. Ҡатыны Мәхмүзә Мәжит ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп, лайыҡлы кеше итеп үҫтерҙеләр. Район үҙәгендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, улар күпләп мал тота, ҡош-ҡорт үҫтерә. Бындай кешеләр һирәк ҡалып килә. Вәлит Мөхәрләм улы үҙенең донъяға, кеше йәшәйешенә булған үҙенсәлекле ҡараштары менән йәлеп итә. Уның менән төрлө темаларға һөйләшеп, үҙең өсөн фәһемле фекерҙәр алырға була. Районға юл төшкән һайын уға ҡунаҡҡа инеп сығабыҙ. Бөгөнгө заманда бындай кешеңдең булғаны ҙур бәхет. Был юлы ла уның менән байтаҡ әңгәмәләштек.
– Беҙҙең ата-бабалар ағас эшен бик яҡшы белгән. Һуңғы йылдарҙа был кәсеп онотолоп бара. Хатта ябай ғына нәмәнең – ағас ҡырҡыуҙың – үҙ серҙәре бар. Көрәк, һәнәк, балта һабы өсөн ниндәй ағастар ҡулайлы, уларҙы йыл әйләнәһенә ҡырҡырға буламы?
– Минең олатайҙың атаһы Вәлиәхмәт бабай (ауылдаштарын икмәк ташып ашатыу сәбәпле, уны “Икмәк Әхмәт” тип йөрөткәндәр) транса ярған. Транса өсөн ҡарағайҙың иң һәйбәтен һайлап алып, төбөнән бер метр бейеклектә 20 – 25 сантиметр тирәһендәй ярҡа ҡырҡып алғандар. Шул ярҡаны ярып ҡарағандар, әгәр һәйбәт ярылһа, ҡарағайҙы йығып, туҡмаҡ эшләп, балта менән урманда транса ярғандар. Уны алып ҡайтып киптергәндәр. Трансаның ҡалынлығы – бер, киңлеге 10 см тирәһе булған. Ҡарағайҙың аҫҡы, ботаҡһыҙ өлөшөнән алынғас, бик шыма, тигеҙ килеп сыҡҡан. Транса менән ҡыйыҡ башын япҡандар. Унда сайыры ла була, сереп бармай. Беҙ бала саҡта ошо трансаларҙың ҡалғандарында көҙ тауҙан шыуа торғайныҡ. Шунан һуң атҡа тейәп, боронғо Ҡуңыр буға юлы менән Стәрлетамаҡҡа алып барып һатҡандар, икенсе нәмәгә алмаштырғандар.
Беҙҙең яҡта балта һабына ҡайын ағасын алалар. Бының өсөн ҡайынды көҙгөһөн, ул япрағын ҡойғандан һуң, ҡырҡһаң яҡшы була: был хосуста ағас ныҡ та, еңел дә. Ул һынып, ярылып бармай.
Әйтергә кәрәк, элекке СССР заманында эшкәртеү сәнәғәте өсөн ағасты йыл әйләнәһенә ҡырҡмағандар. Йәйгеһен ике ай (июнь, июль) тирәһе ағас ҡырҡыу тыйыла ине. Технология шулай була торғайны. Бер яҡтан, был ҡош-ҡорт, йәнлектәр өсөн ҡамасау тыуҙырмай, ә икенсенән, йәйен ҡырҡылған ағас тиҙ боҙолоусан була. Хәҙер, баҙар шарттарында, урман йыл буйына, көнө-төнө ҡырҡыла. Технологияны ҡараған кеше лә юҡ, уға төкөрөп бирәләр: бизнес өсөн иң мөһиме – аҡса һуғыу.
Көрәк, һәнәк һаптары өсөн дә ағасты япраҡ ҡойғандан һуң ғына ҡырҡыу зарур. Көҙгө ағас һин нисек киптереп эшләйһең, гел шул хәлен һаҡлай.
Мышар (миләш) ағасы был һаптар өсөн бик һәйбәт һанала. Шул тиклем ныҡ ағас. Уны көсө күп, үсегеңкерәп эшләгән кешегә бирә торған булғандар: ни тиклем тырышмаһын, был һапты һындыра алмаған.
Салғы һабына ҡарағай яҡшы. Баяғы транса ярған ҡарағай ағасы үҙе ныҡ, үҙе еңел була. Ул кандауай ағас тип аталған. Хәҙер ҙә урманда һирәк булһа ла ошо ҡарағайҙар осрап ҡуя. Яҡынса өс быуат йәшәгән ағастар урыны-урыны менән тап була. Ата-бабалар тамға һалып, билдәләп киткән кандауай ҡарағайҙар һаҡлана.
Уҫаҡ ағасы ла бик шәп була. Унан да ныҡ ағас юҡ. Кипһә, йөҙәр йыл торорға мөмкин. Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем: бер өйҙө һүткәйнеләр, бүрәнәһендә “1885 йыл” тигән тамға тора. Был уҫаҡтарға бер нәмә лә булмаған.
– Күптәрҙең хәҙер екке әйбере лә юҡ шикелле...
– Сбруй эшләгән кеше ҡалманы, тиһәң дә хата булмаҫ.
– Уны нимәнән эшләйҙәр?
– Үгеҙ тиреһен эшкәртеп. Ул ныҡ була. Дегеттә тотоп алырға кәрәк. Минең бер туған ҡустым Ғәбит шөғөлләнә хәҙер. Ҡолаҡбау ныҡ булырға тейеш, бөтә көс уға төшә. Аттың тиреһе йоҡа ғына, уны төрлө нәмә тегер өсөн ҡулланалар. Мәҫәлән, ышлыяны ике ҡат итеп тегергә кәрәк. Тауҙан аҫҡа төшкәндә ышлыя тормоз ролен үтәй, шунлыҡтан уны ике ҡат итеп тегәләр. Ҡустым маладис инде. Уға мал табибы ғына булырға кәрәк ине. Махсус белеме булмаһа ла, бөтә ауыл халҡы уға килә. Ҡул арты ла еңел. Сыбыртҡы, сана, арба эшләй.
– Дегет ҡайнатҡан кеше бармы
– Юҡ, ундай кеше бөттө. Элек ауыл һайын бер дегет ҡайнатҡан ям булды. Дегетте ҡарағай тамырының сайырынан, туҙҙан ҡайнаттылар.
– Дегеттең файҙаһы нимәлә?
– Ул яҡшы антисептик. Ангинанан ярҙамы бар. Мал йәрәхәтләнеп ҡайтһа, шуның яраһына һөртһәң, тиҙ генә уңала ине. Тағундан, бешмәнән дә ярҙам иткән. Ышлыя ҡайышын йылына бер тапҡыр дегеттә тотоп алалар ине. Кәртә эсенә бәләкәй шешәгә һалып элеп ҡуйһаң, һыйыр һауғанда себен килмәй. Магнит мәрйәләре килеп һорап алалар, себен ҡурҡытыр өсөн.
– Хәҙер арба-сананың кәрәге лә ҡалманы шикелле.
– Ысынлап та, хәҙер кеше күпләп йылҡы тота, әммә уны еккән кеше юҡ тиерлек (беҙҙең ҙур ауылда тик бер кеше – “Йәшлек”тең тоғро дуҫы Вәғиз Оморҙаҡов ҡына ат егә – И.Ғ.). Йылҡы тотҡандарҙың күпселеге ат екмәй – уның арбаһы ла, санаһы ла юҡ, бейәһен һаумай.
– Ит өсөн тоталарҙыр?
– Ит өсөн дә түгел, дан өсөн: минең шул тиклем йылҡым бар, тип маҡтаныр өсөн. Бына минең атайым бер бейә тота торғайны. Уны ай ярым һауып эсә инек. Ул биш литр һөт бирә, әсәйем ҡымыҙ бешә ине. Шул бейәне беҙ бөтә эшкә ектек. Аллаға шөкөр, йыл да ҡолонланы.
Хәҙер берәү ҙә ат екмәй, ҡымыҙ бешмәй. Көтөү юҡ, сабынлыҡтарҙы тапап, тәләфләп бөтөрәләр. Йылҡы тотоуҙың халыҡ өсөн файҙаһынан зыяны күберәк. Итте отошло итеп һатып булмай. Бөгөн Ҡаҙағстандан килеп алмаһалар, арыу хаҡҡа һатыуы мөмкин түгел.
Элек көтөү яҡшы ойошторола ине. Беҙ бейә тотҡанда, райкомға ялыу яҙған кеше лә була торғайны. Унан килеп тикшерәләр. Атайым мине иртәнге сәғәт 7-нән торғоҙоп, атты барып алып кил, тип сығара. Бейәнең муйынында дуңғылдаҡ эленеп тора, уның тауышы әллә ҡайҙан ишетелә. Тау башына менеп тыңлайым да шул тауыштан барып эҙләп табам...
Хәҙер аттарҙы тышамайҙар, яҙ сығарып ебәрәләр, көҙгә тиклем ул ҡырҙа йөрөй: һаумы, түгелме – быны белгән кеше юҡ. Көҙ етһә, был минеке, тип, талашып та бөтәләр.
– Быны берәй төрлө көйләп буламы?
– Быны тыйып булмай. Сөнки ваҡытында “Күпме көтһәгеҙ ҙә көтөгөҙ” тигән рөхсәт бар ине. Совет осоронда көтөүселәр булды. Ялҡау кешене бер ҡасан да көтөүсе итеп ҡуйманылар. Үҙенә күрә һайлау була торғайны. Эш хаҡын яҡшы түләнеләр. Көтөүсенең картуф ултыртырға ваҡыты булмаһа, көҙгөһөн уға бер нисә тоҡ картуф бирә торғайнылар. Хәҙер көтөүсе урынына кеше табып булмай.
Ул заманда заготконтора ла һәйбәт эшләне. Һыйыр итен 3 һум 60 тин менән алды. Хәҙерге аҡсаға әйләндерһәң, 360 һум килеп сыға. Картуфтың килоһы 20 тин ине. Өйҙән генә килеп алып китәләр. Һөттө лә йыйҙылар. Асҡарҙа комбинат булды: унда перәник тә бешерҙеләр, кукуруз таяҡсалары ла эшләнеләр. Силәбе өлкәһенән, Магнитогорскиҙан килеп ала торғайнылар. Юҡ, бөттө хәҙер. Ниңә шуны тергеҙмәҫкә? Бөгөн кешелә мал бар. “Ҡара халыҡ” килеп, осһоҙға алып китә. Кеше үҙе һуйып алып барыр ине, ярамай, тип Магниттан уны ҡыуып ҡайтаралар.
Бына Өфөнө генә алайыҡ. Бер миллион халыҡ йәшәй. Ниңә уларға әллә ҡайҙан, әллә нисә йыл һаҡланған туңдырылған ит алып килеп ашаталар? Тендер уйнатҡан булалар ҙа, отҡан кеше хладокомбинаттан 110 һумға барып ала ла балалар баҡсаһына, мәктәптәргә ошо сифатһыҙ итте тапшыра. Ниңә ошо мәсьәләлә берәй фермерға, ауыл кешеһенә өҫтөнлөк бирмәҫкә? Быны нишләп силсәүиткә ҡушмаҫҡа? Ул ойоштороу эшен башлап ебәрә ала ла инде. Алдан берәй исемлек төҙөп ҡуйырға тейеш. “Бына, ағай, иртәгә һин малыңды һуяһың, ә иртәнән һуң – икенсе кеше”. Бының бер ҡатмарлылығы ла юҡ бит. Бөтәһенә лә файҙа буласаҡ. Балалар, ауырыуҙар өсөн яңы һуйылған ит килеп торор ине, аҡсаһы ла булыр ине.
Шул уҡ эшҡыуарҙар ҙа билмән һ.б. өсөн туңдырылған итте ошо брикет формаһында хладокомбинаттан һатып ала. Унда билдәһеҙ, нимәнең ите: көнгөрәме, буйволмы, тик Хоҙай ғына белә. Шунан уға “хәләл ит” тип яҙып ҡуйыуҙары ла мөмкин. Ә үҙебеҙҙең кеше ошо сит халыҡҡа осһоҙға ғына һатып ебәрергә мәжбүр. Шунлыҡтан ауылда мал тотоуҙың файҙаһы бөттө.
Татарстанды ғына алайыҡ. Бөгөн унан беҙгә килеп быҙау һатып алалар, яҡынса 15 – 20 мең һумға. Нишләп беҙҙең республика шулай ойоштора алмай? Мин уларҙан һорағаным бар. Беҙгә дотация бирәләр, тиҙәр. Ике быҙауға илле мең бирелә. Кеше ошо быҙауҙың береһен үҙенә ҡалдыра. Уныһын һимертеп, хөкүмәткә тапшырам, ти.
Былтыр Ҡаҙағстан да дотация биргән: ун баш бейә һатып алып килһәң, дәүләт һиңә бер миллион һум аҡса бирә. Бер бейәгә – 100 мең һум. Былтыр улар беҙгә килеп 300 мең һумға ун баш бейә һатып алды ла, ҡалғанына “Киа Рио” машинаһы алып ҡайтып китте.
– Һинең самалауың буйынса, беҙҙең районда ҡасан мал күберәк булды: совет осорондамы әллә бөгөнмө?
– Әлбиттә, совет осоронда. Хәҙер тик йылҡы малы ғына күберәк: элек уны тоттормай торғайнылар. Уны башлыса колхоз-совхоздарҙа ғына аҫранылар. Һыйыр малы иһә совет осоронда күп булды. Ат ерҙе ҡыртышы менән бергә ашай, һыйыр малы улай түгел. Йылҡыны көтөүһеҙ тотоу тәбиғәткә зыянды күп килтерә. Бында дәүләт контроле кәрәк. Әйтәйек, кешенең пайы биш гектар, ти. Был майҙанда һин бер нисек тә бер өйөр йылҡы үҫтерә алмайһың. Тимәк, һин башҡаларҙың өлөшөнә керәһең. Был шарттарҙа башҡа кешегә бесән эшләргә, мал тоторға форсат бөтә.
Хәҙерге йәштәр әҙергә-бәҙер өйрәнде. Берәүһенең дә бесән эшләгеһе, утын ярғыһы килмәй. Әгәр “тегендәге” кранды япһалар, аслыҡ башланасаҡ.
Кешене эшләтер өсөн уға түләргә кәрәк. Элек беҙ бер-беребеҙгә бушлай ярҙам формаһында өмәгә йөрөй торғайныҡ. Бынан бер еребеҙ ҙә кәмемәне. Хәҙер ошо милли нәмәбеҙ бөттө, беҙ “урыҫҡа әйләндек”. Кеҫәңдә аҡсаң булмаһа, һиңә бер кем бер нәмә эшләмәйәсәк. Беҙҙе тиҙҙән килеп үзбәк-тажик ҡараясаҡ. Шул уҡ башҡортоң башҡортоңа хеҙмәтсе буласаҡ. Аҡсаһы булған кеше өсөн был ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк.
– Ауыл кешеһенә был аҡсаның даими түләнеп барыуы шартмы? Күптәр өсөн был нәмә юҡ: шабашка килеп сыҡһа ғына ваҡытлыса эш була.
– Был урыҡ-һурыҡ түләнеп килгән эш хаҡы кешене боҙа. Ул был аҡсаны көтөлмәгән табыш итеп ҡабул итә, шунлыҡтан уны йыш ҡына эскегә тотона. Кеше бер-ике көн эшләмәй тик ятһа, ошоға өйрәнеп китә. Ҡапыл берәй эш килеп сыҡһа, мәҫәлән, бура күтәреү, уны хужа ашата, эсерә, аҡсаһын түләй. Элек аҡса түләнмәй ине. Ошо нәмә һәр кемдең эсендә һаҡлана, шунлыҡтан был аҡса “бушлай” төшкән тип иҫәпләнә. “Буштан” килгәнде эсһәң дә була, әллә ни оят түгел. Уны “йыуыу” йолаһын үтәү “мотлаҡ”. Ауыл ерендәге был холоҡ арҡаһында беҙҙең егеттәр Магнитогорскиҙың дисциплина талап иткән предприятиеларында нығынып эшләп китә алмай, кире ауылға ҡайтырға мәжбүр. Даими эш кешене тәрбиәләй бит.
Элек, нимә генә әйтмәһендәр, партия, комсомол кешене тәрбиәләне, аңлатыу эше алып барҙы. Тәнҡит эше лә һәйбәт ҡуйылған ине. Шелтәләнеләр, яҙып та сыҡтылар. Хәҙер кеше тураһында яҙып та булмай, бының өсөн судҡа бирергә әҙерҙәр. Бөгөн күп кеше бер-береһенең хаталаныуына ҡыуанып бөтә алмай.
– Хәҙер бөтә нәмәне суд аша хәл итеүҙе өҫтөн күрәләр. Был дөрөҫмө?
– Элек силсәүит күп нәмәне хәл итте. Ул ҙур власть булды. Ир эсеп ҡайтып, ғауға ҡуптарһа, тикшерә торғайнылар. Ҡатыны, бәлки, ашарға бешермәгәндер. Хәҙер иһә, ире эскән булғас, тикшереп тормай, яба ла ҡуялар. Шунлыҡтан бәғзе ҡатындар, “Беҙҙе бер кем дә еңә алмай ул” тип, маһайып йөрөй. Ире еңә алмаһа ла, Алла еңер ул.
Тәртип бөттө. Элек ат менән китергә сыҡһаң, юлда буш биҙрә менән осраған ҡатын кире инеп китә торғайны. Хәҙер был осраҡта, машина тапап китеүҙән дә ҡурҡмай, юлыңды ҡыйып китергә лә тартынмайҙар.
– Ҡыуанырлыҡ нәмә күп булмаһа ла, яҡшыға өмөт итеп ҡалайыҡ. Әңгәмәң өсөн рәхмәт.