04.08.2019 Шәңге бешер байрамға, нур өҫтәлер табынға
Был ризыҡты башлыса республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында әҙерләйҙәр. Ҡояш кеүек һарыҡай ғына булып, табынға йәм биреп ултырған шәңгенең тәме лә иҫ киткес. Картуф менән ҡамырҙан ғына әҙерләнгән ризыҡты бешереүе еңел, ә үҙе туҡлыҡлы.
Был ризыҡ Урал аръяғы һәм үҙәк райондарҙа әҙерләнгән бәрәмәскә лә оҡшаған. Әммә әҙерләү технологияһы айырыла. “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларҙы Яңауыл районының Һандуғас ауылында йәшәүсе Гөлсәсәк ЯРУЛЛИНА тап шәңге бешерергә өйрәтәсәк.
– Ғаиләбеҙ менән шәңге яратабыҙ. Уны әҙерләү беҙҙең өсөн матур йола тип әйтһәм дә була. Был ризыҡты бешерергә Борай районынан килен булып төшкәс, ҡәйнәм Риманан өйрәнгәйнем, хәҙер ҡул араһына инә башлаған Айһылыу ҡыҙыма ла өйрәттек. Нефтекама ҡалаһында уҡып йөрөгән улым Айрат ялға ҡайтһа, ниндәй ризыҡ менән ҡаршы алырға икәнен беләм: шәңге һәм өй икмәге, – ти Гөлсәсәк. – Шәңгене әсе ҡамырҙан да, сөсөһөнән дә әҙерләргә була. Тик ирем Азамат ҡабарып бешкәнен яратҡас, гел генә әсе ҡамырҙан бешерәм.
1) Өс-дүрт картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешереп алырға. Уны иҙеп, бер аҙ һыуынғас, бер ҡалаҡ ҡаймаҡ, күпертелгән ике йомортҡа ағы һалып бутарға. Ҡуйы булһа, бер аҙ һөт ҡойорға кәрәк.
2)Ҡамыр өсөн бер стакан йылымыс һөткә ике ҡалаҡ сүпрә (икмәк башы тип тә атала), бер балғалаҡ шәкәр, өс-дүрт ҡалаҡ үҫемлек майы, һыу ҡушып бутарға. Он сама менән алына. Уны яйлап һала-һала ҡамыр туҡыла. Ҡалаҡҡа йә ҡулға йәбешеп торорға тейеш, шул уҡ ваҡытта артыҡ шыйыҡ та булмаһын.
3) Табаны майлағас, ҡамырҙы һалып, ҡул менән генә тигеҙләп йәйергә.
4) Ҡамыр өҫтөнә картуф иҙмәһен һалырға.
5) Алтынланып бешһен өсөн ике йомортҡаның һарыһын туҡып, картуф өҫтөнә тигеҙләп һыларға кәрәк. Ҡабарып сыҡҡансы табаны йылы урынға ҡуйырға.
7)Ҡабарып сыҡҡас, шәңгене 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30 минут бешереп алырға.
Шәңге ҡайнар саҡта ҡаймаҡ йә май менән ашаһаң, бик тәмле була. Һыуынһа ла тәмен юғалтмай. Шуға күрә бер юлы күберәк итеп бешерергә лә мөмкин.
Ризыҡтарығыҙ тәмле булһын!