29.07.2019 Йондоҙнамә (29 июль - 4 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның йомғаҡтары уйлағандан күпкә әҙерәк булыр. Ысынында, был хәлгә күберәк башҡа кешеләр ғәйепле. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ ҙа ихтимал.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Күптән уйлап йөрөгән ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәрергә мөмкинлек сығыр. Был арала кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр. Шишәмбелә бер мөһим мәсьәлә буйынса фекерегеҙҙе лә һорарҙар, бәлки. Өйҙәге эштәр менән булышырға ваҡытығыҙ ҡалмаҫ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында һеҙҙән, һәр саҡтағыса, иғтибарлылыҡ талап ителер. Хата ебәреү әллә ни ауыр булмаҫ, быға дошмандарығыҙ ҙа булышлыҡ итер. Ә хаталарҙы төҙәтеү бик ауырға тура килер. Йомала етди һәм ашығыс мәсьәлә килеп сығыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Алдан төҙөлгән уй-маҡсаттарығыҙҙы яйлап бойомға ашыра башларһығыҙ. Күңелегеҙ бер аҙ тынысланыр, моғайын. Шаршамбыла ниндәйҙер һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерерһегеҙ. Үтә һиҙгерлегегеҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна бик һәйбәт килер. Йондоҙҙар бөтә эшегеҙҙә лә булышлыҡ итер. Башығыҙҙа йыш ҡына өмөтлө фекерҙәр ҙә тыуыр. Шәхси тормошоғоҙҙа күптән көткән үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡайһы бер эшегеҙ туҡтағандай тойолор. Төптән уйлағанда, күпселек осраҡта был хәлдең сәбәбен үҙегеҙҙән эҙләргә кәрәктер. Бәғзеләрҙе ялҡаулыҡ та еңер, бәлки. Был арала элекке эшегеҙ өсөн дә тейешле баһа алырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡатмарлы осор. Күптәр таныш булмаған өр-яңы эш менән шөғөлләнер, моғайын. Шулай ҙа тырышлыҡ һәм һаҡлыҡ арҡаһында уны башҡара алырһығыҙ. Кемдер етәксеһенең маҡтау һүҙенә лә лайыҡ булыр. Кемгәлер уның ҡәнәғәт булғанын башҡалар еткерер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ялҡаулыҡҡа, насар кәйефкә бирешмәҫкә тырышығыҙ. Яратҡан эшегеҙ менән булышһағыҙ, күңелһеҙ уйҙарығыҙ тиҙ таралыр. Шаршамбы һеҙҙең өсөн һынау көнө һымаҡ булыр. Һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ, элек ҡабул иткән ҡарарҙан берүк баш тартмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала башҡалар менән уртаҡ тел табыуы күпкә ауырлашыр. Яҡшы белгән кешеләргә, хатта яҡындарығыҙға ла фекерегеҙҙе аңлатыу еңел булмаҫ. Был йәһәттән бигерәк тә кесе йома хәүефле. Был көндә боҙолған араларҙы оҙаҡ ялғарға тура килер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙнаның тәүге яртыһы бөтә эшегеҙгә лә булышлыҡ итер. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артҡанын тойорһоғоҙ. Йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнгәндәр был арала мотлаҡ уңыр. Йомала ниндәйҙер бәхетле мәл кисерерһегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Ҡатмарлы осор. Яҡындарығыҙ күңелегеҙҙе күтәрергә тырышыр, ләкин һеҙ быны аңламаҫһығыҙ. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ бер аҙ яйланыр. Әгәр ныҡышмалылыҡ күрһәтһәгеҙ, иң буталсыҡ эштәрҙе лә аҙағынаса еткерә алырһығыҙ, моғайын.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Барыһы ла ҡәҙимгесә барыр. Өйрәнгән көн-эш тәртибен һаҡлауығыҙ бик мөһим. Күптән көткән ваҡиға яҡынлашып килә. Бәғзеләр быға әҙерлек тә башлар. Был арала ижади кешеләр мотлаҡ уңыр. Эшегеҙ ҡәнәғәтлек кенә түгел, аҡса ла килтерер.