RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

12.02.2011 Гөл һайлайбыҙ

Тышта һалҡын ҡыш, уның төҫтәре лә тыныс ҡына, сағыу түгел. Донъяның бер мөйөшөндә генә булһа ла йәйҙең сағыу төҫтәрен күрге, матур сәскәләргә төрөнгө килә.
Йортҡа йәй еҫен, төҫөн, тәмен килтереү өсөн бер юл бар – ул гөлдәр ултыртыу. Бөгөн беҙ үҙебеҙ үрсеткән гөлдәр хаҡында түгел, һатып алынған гөлдәр хаҡында һөйләмәксебеҙ. Беренсенән, уларҙы йортҡа алып ҡайт­ҡас, нисек ҡарарға, нисек һайлап алырға тигән һорауҙар күптәрҙе борсой. Икенсенән, һатып алынған гөлдәрҙе бүләк итеү модаһы һаман дауам итә, ә улары бер аҙна тирәһендә ҡорой ҙа ҡуя.
Магазиндан һатып алыған гөл һеҙҙе оҙаҡ ҡыуан­дырһын һәм тик матур тәьҫораттар ғына ҡалдырһын өсөн бер нисә факт­ты иҫтә тотор­ға кәрәк. Үҫемлектәрҙең күпселеге тропик йәки субтропиктан сыҡҡан. Уларҙың микроклиматын кинәт кенә үҙгәртеү насар һөҙөмтәгә килтерәсәк. Был гөлдәрҙе бер генә минут булһа ла 0 градуста тотһаң (мәҫәлән, магазиндан алып сығып, машинаға барып еткәнсе), ул юҡҡа сығасаҡ.
Шуға ла гөл һатып алыр алдынан пландарығыҙҙы аныҡ билдәләгеҙ. Гөл һеҙгә:
– 1 – 2 аҙналыҡ ҡына матурлыҡ барлыҡҡа килтереү өсөн;
– бер нисә йыл буйы тәҙрә төбөн биҙәр өсөн кәрәк.
Әгәр беренсе вариантты һайлаһағыҙ, пуансеттия йәки азалия алыуығыҙ, гөлдө супермаркетта йәки баҡсалар үҙәгенән һайлауығыҙ мөһим түгел. Бер-ике аҙнаға улар­ҙың бөтәһе лә сыҙай. Ә инде икенсе вариант күңелегеҙгә ятһа, бер нисә кәңәште күҙ уңында тотоғоҙ:
үҫемлек этикеткала яҙылған сортҡа тулыһынса тап килергә тейеш;
һатыусынан гөлдө ҡайҙа үҫтереүҙәрен һорашығыҙ – беҙҙәме, сит илдәме?
гөлдөң тыуған яғын белешегеҙ, был уны артабан да дөрөҫ тәрбиәләү өсөн кәрәк;
ҙурлығын ныҡлап ҡарағыҙ;
гөлдөң тупрағы кибеп бөткән йәки һыуы тамып торған да булмаһын;
гөлдөң өҙөлгән йәки ҡорой башлаған урындары артабан уның сереүенә килтерәсәк;
гөлдө, алғас, өс ҡат пакетҡа урағыҙ һәм, алып ҡайтҡас, ике-өс сәғәт үтмәй тороп асмағыҙ.
Гөл бүләк итеү модаһы Рәсәйгә Европанан килеп инде. Яҡын кешегеҙгә шундай бүләк эшләр алдынан уйлағыҙ – ул гөлдө матурлап ҡарау мөмкинлегенә эйәме, теләге бармы? Бесәйгә аллергияһы булған кешенең иң матур байрамына үҙегеҙгә бик матур күренгән бесәй балаһы бүләк иткән кеүек булмаһын.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»