12.02.2011 ҠОШ-ҠОРТ АҪРАУ ОТОШЛО
ҡаты ҡыш көндәре үтеп, саҡ ҡына яҙ һиҙелә башлау менән шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт үрсетә башлайҙар. Шөкөр, хәҙер себештәрҙең төрлөһөн һайлап алырға мөмкинлек бар. Ҙурлығын да ҡарап, тоҡомоноң да иң шәбен, үҙеңдең хужалығыңа тура килгәнен табырға була. Шулай ҙа һатып алынған себештәрҙең йыш ҡына үлеүе күңелде ҡыра. Әлбиттә, йомортҡанан яңы ғына сыҡҡан себештәрҙең үлеүенең сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин. Шулай уҡ тауыҡтарҙың йомортҡаны аҙ һалыуы ла йыш күҙәтелә. Бөгөн тауыҡ аҫрау өсөн ябай ғына кәңәштәр бирмәксебеҙ. Уларҙы тотоу өсөн артыҡ сығымдар ҙа кәрәкмәй, күп ваҡыт та талап ителмәй.
Йомортҡа һалырға тейешле тауыҡтарҙы аҫрау өсөн ҡулайлаштырылған урын әллә ни бәләкәй булмаһын. Бер квадрат метрҙа 4 – 5 тауыҡ йәшәргә тейеш. Әлбиттә, ҡытҡылдаҡтар йәшәгән бинаның ҡоро, яҡты һәм таҙа булыуы шарт. Унда үтәнән-үтә ел уйнап тормаһын, бер көн һыуыҡ, ә инде икенсе көн ныҡ эҫе лә булып китмәһен. Шуныһы ла мөһим: тауыҡтар янына иҙәндән йәки башҡа урындағы тишектәр аша ялмандар үтерлек урындарҙы ҡапларға кәрәк.
Тауыҡ кетәгендә улар серем итһен өсөн элеп ҡуйылған махсус ағас төнәгес, оялар, һыу һәм ем һауыты, көлдә аунау өсөн һауыт, яҡтылыҡ өсөн электр уты булырға тейеш. Тауыҡтарҙы ашатыу өсөн, башлыса, ҡатнаш аҙыҡ ҡулланалар. ҡоро бойҙай ҙа, һыу менән буталған комбикорм да кәрәк. Тауыҡтарҙың да аҙналар буйы бер үк төрлө аҙыҡ ашап йәшәгеһе килмәй. Шуға ла уларҙың рационын төрләндереү яҡшы. Оло ҡоштар ҙа ваҡланған үлән һәм башҡа һутлы аҙыҡтарға мохтаж. Тауыҡтарға бешкән картуф та ашатырға кәрәк. ҡоштарҙы көнөнә өс тапҡыр ашаталар.
Бер тәүлек эсендә бер тауыҡты туйҙырырлыҡ яҡынса рацион: 50 г бойҙай, 50 г онло ҡушылдыҡ, 30 – 40 г һутлы аҙыҡ, 0,5 г тоҙ. Тауыҡтарға табындан ҡалған аҙыҡты бирергә була. Әммә улар эсергә тейешле һыу һәр ваҡыт таҙа булһын. Һыу һалынған һауытты көн һайын йыуып торалар.
Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотҡан осраҡта, 15 тауыҡтан бер тәүлектә 12 – 13 йомортҡа алыу мөмкинлеге бар.
Тауыҡ диетаһы
Бик күп зоотехник-технологтар тауыҡтарҙы аҙнаһына бер көн булһа ла ас тотоу яҡлы. Артыҡ һимергән тауыҡтар, ныҡ ауыр булғанлыҡтан, йомортҡаны әҙ һала башлай. Ә инде әтәстәр иренә, ялҡаулана, эшләмәй. Тауыҡтарҙы аҙыраҡ булһа ла ҡыбырларға мәжбүр итергә кәрәк. Исмаһам, бойҙай һибеп ебәрергә була, тауыҡтар уны йөрөп сүпләйәсәк. Ғөмүмән, тауыҡтарҙы һуйыр өсөн махсус һимертмәһәң, йышыраҡ, әммә аҙ ашатырға, ҡыбырларға мәжбүр итергә тура килә. Бөтәһе лә ябай диеталағы кеүек.
Тоҙ
Йорт ҡоштарының рационында мотлаҡ аш тоҙо булырға тейеш. Был аҙыҡ һәйбәт эшкәртелһен өсөн кәрәк. Тоҙҙоң составына ингән химик элементтар – натрий менән хлор кәүҙәләге һыу әйләнешен һәм күләмен көйләй. Әгәр ҡоштар үҫкән саҡта натрий етмәй икән, уның ауырлығы ныҡ кәмей.
Бер тауыҡҡа тәүлегенә күпме тоҙ бирергә кәрәк һуң? Быны билдәләү өсөн ҡоштоң ауырлығын, йәшен күҙ уңында тоторға кәрәк. Себешлектән сыҡҡан ғына тауыҡтарға көнөнә 100 грамм аҙыҡтың 0,3 проценты күләмендә тоҙ талап ителһә, оло тауыҡтарға 0,5 процент бирелә. Эре тарттырылған тоҙ тауыҡтарға тура килмәй, уны алдан һәйбәтләп онтарға кәрәк. Тоҙҙо айырым да, аҙыҡҡа ҡушып та бирергә була. Шулай ҙа яңы ғына сыҡҡан себештәргә уны бирмәйерәк тороу һәйбәт, улар саҡ ҡына нығынғас, әкренләп тоҙло тары бутҡаһы бирә башларға мөмкин.
ҡош-ҡорт натрийҙы аш тоҙонан ғына түгел, ҡырағай үләндәрҙән дә ала. Мәҫәлән, ҡуҙғалаҡ, бәпембә, юл япрағы, клевер тауыҡтар өсөн тәмле һәм файҙалы аҙыҡ. Ә бына кукуруз менән арпа натрийы күп булыуы менән маҡтана алмай.
ҡышын да йомортҡа һалһын тиһәгеҙ
Тауыҡтар ҡышын да йомортҡа һалһын өсөн улар аҫралған урындың йылы һәм яҡты булыуы ғына шарт. Әгәр тауыҡ кетәгенең иҙәне ер йәки йоҡа таҡта ғына икән, уның өҫтөнә 20 сантиметрҙан да кәм булмаған ҡалынлыҡта ҡоро япраҡ, бесән һәм утын вағы, ваҡланған һалам түшәргә кәрәк. Түшәлгән нәмәләрҙе йыш ҡына һелкетеп торорға, ҡатып китмәһен өсөн әленән-әле яңыларын өҫтәп тороу зарур.
Һалҡын көндәрҙә түшәлгән һаламдың ҡалынлығы 50 сантиметрға тиклем етеүе бар. Был түшәк дымды һеңдереүе менән дә ҡиммәтле. ҡаҙҙар өсөн бүленгән урында һауа температураһы 14 градус тирәһе йылы булһа, тауыҡтар өсөн 16 градус тирәһе булыуы шарт.
ҡош-ҡорттоң өшөймө-юҡмы икәнлеген уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап та билдәләргә була. Улар йәшәгән урында һауа температураһы нормаль икән, тауыҡтар һәйбәт ашай, кетәктең төрлө урындарында төнәй, күңелле ҡыбырлап йөрөй. Ә инде өшөһәләр, бер ергә өймәкләшә башлай, ҡанаттарын йәйә. Тауыҡтарҙың өшөп, бергә өймәкләшеүе уларҙың тын ала алмай үлеүенә лә килтерә.
Әйткәндәй, тауыҡ кетәгенең бейеклеге 1,8 метрҙан да артыҡ булырға тейеш түгел. Уны ағастан төҙөүҙән дә уңайлырағы юҡ. Бетон, пеноблок йәки кирбестән эшләнгән кетәктә тауыҡтар ауырый.
Йомортҡаларҙың төрө
ҡағиҙә булараҡ, һатып алынған йомортҡалар диетик һәм аш йомортҡаларына бүленә. Йомортҡа диетик булып бер аҙна үткәнгә тиклем һанала, унан һуң аш йомортҡаһына әүерелә. Тимәк, шәхси хужалыҡтарығыҙҙа етештерелгән йомортҡаларҙы бер аҙнаға тиклем һатҡанда, диетик тип билдәләп, юғарыраҡ хаҡ ҡуя алаһығыҙ.