RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәнтөйәге йәшәү тәме бирә

24.07.2019 Йәнтөйәге йәшәү тәме бирә

Әбйәлил районының Салауат ауылы егете Рушан Әхмәтйәнов күп яҡшылыҡ ҡыла, сит-яттарға ярҙам ҡулы һуҙа һәм бының өсөн бер ни ҙә һорамай

Тирә-йүнебеҙҙә көндән-көн арта барған волонтерҙар элекке тимурсыларҙы хәтерләтә. Улар барлыҡ сарала әүҙем ҡатнашырға ынтылып тора. Был хәрәкәтте уҡыусылар һәм үҫмерҙәр генә түгел, 30 – 40 йәшлектәр араһында ла үҙ итеүселәр бар. Тик уңған, тырыштар ғына волонтерлыҡты урын-еренә еткереп башҡара ала. Улар ихлас күңелдән етемдәргә, яңғыҙ ҡалған ҡарттарға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Волонтерҙарҙы социаль хеҙмәткәрҙәр менән дә сағыштырып була, тик уларға, социаль бүлектән айырмалы рәүештә, аҡса түләмәйҙәр.
Әбйәлил районының Салауат ауылы егете Рушан Әхмәтйәнов та күп яҡшылыҡ ҡыла, сит-яттарға ярҙам ҡулы һуҙа һәм бының өсөн бер ни ҙә һорамай. Бының менән егет үҙенә ҡәнәғәтләнеү ала, йәмғиәт алдындағы бурысын үтәй.

– Был проектҡа тотоноу идеяһы ҡышҡы һалҡында башҡа килде. Ғинуарҙың сатнама һыуыҡ көнөндә ни эшләптер: “Нужа күреү­селәр өсөн бындай һауа шарттары – оло һынау. Йылы кейемһеҙ, наҡыҫ аҙыҡ-түлек – ундайҙарға ярҙам ҡулы һуҙырға хәлемдән килә бит!” – тигән уй тынғы бирмәне. Социаль селтәрҙә “Меркурий” тигән төркөм төҙөп ебәрҙем һәм яныма фекерҙәштәр тупланым, – тип һөйләй егет.
Бөгөн ете кешенән торған команда менән улар ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға, ауыр сиргә тарыусыларға, ҡарт-ҡороға, балалар йортона, хосписҡа барып, изгелек акциялары ойоштора. “Үке­нескә күрә, ир-егеттәрҙе волон­терлыҡҡа йәлеп итеүе еңел түгел. Утын ярыу, бесән ташыу йәһәтенән әллә ни ҡыйратып булмай. Әлегә минең менән бергә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына эшләргә риза. Волонтерҙар ауылдаштарын, ра­йондаштарын ниндәй проблемалар борсоуын күреп, уларға ярҙам итеү теләге менән яна, ауыл тормошона, киләсәгенә битараф түгел”, – ти ул. Изге эштәр Әбйәлил районындағы “Ғаилә” социаль ойошмаһы менән берлектә лә башҡарыла. Салауат ауылының рәсми булмаған йәштәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, ауылдаштары араһында футбол, волейбол һәм башҡа уйындар ойоштора. Ҡыш­ҡыһын хоккей майҙансығын да тергеҙеп ебәргәндәр. Бөгөн ауыл уҡыусылары һәм йәштәре араһын­да спорт тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән икән, тимәк, бында Рушандың да хеҙмәте бар. Бындай сараларҙа йәш быуынды, сәләмәтлекте һайлағыҙ, тип үҙенең өлгөһөндә эсмәҫкә һәм тартмаҫҡа өндәй ул.
– Йәштәрҙең буш ваҡытын, иғтибарын үҙе, күңеле, һаулығы өсөн файҙалы эшкә йәлеп итергә кәрәк. Спорт уйындары аша ла адреналин, яҡшы кәйеф, ыңғай эмоциялар алып була, – тигән фекерҙә ул.

Ауыл мәктәбенең 9 класын тамамлағандан һуң Рушан Таштимер һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һәм водитель һөнәрҙәрен үҙләштерә. Ставрополь яҡтарында ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәс, Магнитогорск ҡалаһының металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Йәғни был тирәлә йәшәүселәрҙең күбе­һенә хас хеҙмәт биографияһы. “Учи­лище – армия – комбинат” схемаһына ярашлы, ҡайһы бе­рәүҙәр ҡорос ҡойоусылар ҡала­һына күсеп китә, шунда төпләнеп ҡала. Ә Рушан үҙен тыуып үҫкән еренә файҙалы шәхес итеп күргеһе килә, Дәүләтбикә һәм Дамир Әхмәтйәновтарҙың кинйә улы булараҡ, ата-әсәһен ҡарау ҙа уның иңендә. Тырыш егет ситтән тороп Сибай институтының технология факультетын тамамлай, тыуған ауылында йорт һала башлай.

Геройымдың кендек ҡаны тамған ерен ташламауының сәбәбе бар күңеле менән тәбиғәтте яратыуында ла, күрәһең. Тәбиғәткә ҡарата оло һөйөү урмансы олатаһы аша күскән: бала саҡтан яҡын кешеһенең ер-һыу атамаларын һөйләүен, урындағы тарих-леген­даларҙы тыңлап, үҙенә һеңдереп үҫә малай. Ғәлимйән бабайҙың ейәнендә матурлыҡты тәрән күңел менән аңларға, үҫемлектәргә һәм йәнлектәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырышыуы бушҡа китмәгән. Рушан Әхмәтйәнов – “Ҡырҡтытур” төркөмөн булдырыусы ла. Егет үҙ төбәген яратҡан, урындағы топонимика менән ҡыҙыҡ­һынған кешеләр өсөн Ҡырҡты тауы буйлап махсус турҙар ойоштора. Был йүнәлеште аҡса эшләү, кәсеп өсөн үҙ иткән тимәгеҙ, был хеҙмәткә бер тин дә аҡса алынмай. Тәбиғәт һәй­кәлдәренә тиң Ҡараташ, Моһаҡ шарлауығы, Ғимран ташы, өлтөк ҡарағастар йүнәлешендәге туристик һуҡмаҡтар тәҡдим ителә. Улар ябай маршруттар түгел, маҡсат – ер-һыу менән таныштырыу, ҡы­ҙыҡһыныу уятыу ғына түгел, тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙартыу ҙа. Йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн бындай сәйәхәттәр рухи һәм физик яҡтан нығыныу өсөн әһәмиәтле. “Беҙҙең яҡтар – ял итергә теләүселәр өсөн бына тигән урын. Тик туристарҙың ғөрөф-ғәҙәтенә ингән ҡырағайлыҡ берәй ҡасан юҡҡа сығырмы?! Беҙҙең халыҡса, ял итеү, килдең, усаҡ тоҡандырып, тирә-йүнде яндырып бөтөрҙөң, барлыҡ ҡыйыңды ҡал­дырып ҡайтып киттең, тигәнде аңлата. Тағы ла туристарҙың ярат­ҡан урындарында сепрәк бәйләп, “теләк теләү”ҙән ағастар сып-сыбарға әйләнгән”, – был хаҡта егет әсенеп һөйләй.

Яҙғыһын ир-егеттәрҙе йыйып, йылға буйҙарын, һуҡмаҡтарҙы, шар­лауыҡты ял итеүселәрҙән, турис­тарҙан ҡалған көнкүреш ҡалдыҡ­тарынан таҙартыуҙы үҙ иңенә алған Рушан. Ауылдаштар күмәкләп дан­лыҡлы Ғимран ташы ҡаяһы янына баннер ҡаҙып ултыртҡан. Унда әлеге һоҡланғыс тәбиғәт урыны хаҡында мәғлүмәт яҙылған, туристар тәр­типкә саҡырылған. Рушан Әхмәт­йәнов­ҡа бөгөндән үк ышанып ауыл советы депутаты йөгөн йөкмәтергә мөмкин. Егеттән ауыл халҡы мән­фәғәтен хәстәрләгән бынамын тигән депутат сығасаҡ. Уйлап ҡараһаң, ул ҡайһы берәүҙәргә ҡарағанда йәнтөйәге өсөн күберәк эш башҡарған.

Бик һирәк эләккән буш ва­ҡытында һыбай урман-тауҙарҙы гиҙергә яра­та: ҡасандыр ата-олатайҙар йөрөгән ерҙәрҙе барлай, Ҡырҡтытауҙың бейек урындарына менеп, аҫта йәйрәп ятҡан гүзәллекте күҙәтә, ялан һиллек­тәренә һоҡлана. Яңы асыштарға ла юлыға – егет күптән түгел боронғо пирамидалар кеүек вертикаль таштарға осраған. Артабан Ахун менгерҙарына оҡшаш тора­таш­тарҙы ныҡлап өйрәнергә, оло­ларҙан һорашып, мәғлүмәт йыйырға тигән маҡсат ҡуйылған.

... Үҙ халҡын яратып, уның тарихын хөрмәт итеп, ата-бабаларыбыҙ йә­нен аямай һаҡлаған ер-һы­уыбыҙҙың күркәмлеген күңеле менән тойоп, ошо бурыстарҙы атҡара егет. Ул киләһе көндәргә оло пландар һәм изге ниәттәр, уй-теләктәр менән йәшәй. Башҡаса булдыра ла алмай, сөнки Рушан кеүек тормоштоң һәр миҙгелен яратыусылар өсөн быларҙың барыһы ла – йәшәү мәғәнәһе.




Автор: Л. Хәлитова
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»