RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөтә бәлә эскелектән

12.02.2011 Бөтә бәлә эскелектән

Республикабыҙҙа рәсми сәфәр менән Рәсәй Дәүләт Думаһының эксперт советы ағзаһы Владимир Жданов булып китте. Профессор өс көн дауамында уҡыу йорттарында, предприятиеларҙа айыҡ тормош, эскелектең кире эҙемтәләре буйынса лекциялар уҡыны, журналистар менән осрашты. Уның ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен, урынлы фекерҙәрен һеҙҙең иғтибарға еткерәбеҙ.
Бөтә бәлә эскелектән. Күпме кешенең бәхетен урлай, хыял-өмөтөн селпәрәмә килтерә, тормошҡа ҡыуанысын һәләк итә был «йәшел йылан». ҡылынған енәйәттәрҙең, юл-транспорт фажиғәләренең, айырылышыуҙарҙың төп сәбәпсеһе – ошо афәт. Уға ҡаршы нисек көрәшергә, ниндәй алым һөҙөмтәлерәк булыр ине? Владимир Георгиевич ошо йәһәттән, мәҫәлән, иҫерек водителдәрҙең машиналарын тартып алырға тәҡдим итә. Был сара Америкала һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған икән. Әйтәйек, унда эскән килеш руль артына ултырыу тигән нәмә бөтөнләй тиерлек юҡ. Эсеп тотолдоң икән, үҙеңде генә түгел, руль артына ултырырға ирек биргән яҡындарыңды ла яуапҡа тарттыралар. Владимир Жданов фекеренсә, ошондай талап индереү беҙҙә лә һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ. Ун кешенең машинаһын тартып алған хәлдә лә, ун беренсеһе уйланыр ине.
Шулай уҡ йәштәр, балалар араһындағы эскелекте тыйыу буйынса ла ҡаты саралар талап ителә. Егерме бер йәшкә тиклем алкоголь ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк. Нәҡ ошо мәлгә тиклем кеше физик яҡтан формалаша. Ә профессор раҫлауынса, егерме бер йәшкә тиклем араҡы эсмәгән кешенең артабан эсеүе икеле. Әлеге лә баяғы Америкала үҫмерҙе иҫерек килеш тотһалар, ата-әсәһенә ҙур күләмдә штраф һалалар. Ғөмүмән, АҡШ-та алкоголь продукцияһы етештергән компаниялар лицензияларының ҡәҙерен белә. Шунлыҡтан бәлиғ булмаған үҫмергә хатта һыра ла һатмайҙар. Һатыусылар оло кешеләрҙән дә мотлаҡ документ талап итә. Ә беҙҙә, киреһенсә, алкоголь продукцияһын етештереүселәр тауар әйләнешен яҡшыртыу маҡсатында, төрлө провокацияларға ҡушыла, халыҡтың патриотик хисендә уйнап, этикеткаһына билдәле сәйәсмәндәрҙең, дәүләт эшмәкәрҙәренең исеме яҙылған спиртлы эсемлектәр сығара.
Алкоголизм – йәмғиәттең төп проблемаһы. Йәшерен-батырын түгел, халыҡты эскелеккә һабыштырырға тырышҡан ҡеүәтле көстәр ҙә юҡ түгел. Улар – етештереүселәр һәм араҡыны таратыусылар. Сөнки уларҙы иң элек халыҡ түгел, аҡса ҡыҙыҡтыра. Ә власть структураларында ҡайһы бер вәкилдәр уларҙың «мөрйә»һен ябыусы хеҙмәтен үтәй. Ә ысынында алкоголде рекламалауҙа сәйәси эшмәкәрҙәрҙең исемдәрен файҙаланыу – сәйәсмәндәрҙең үҙҙәренә һәм халыҡҡа ҡаршы провокация. Мәҫәлән, Владимир Вольфович күптән айыҡ тормошто яҡлап сығыш яһай, был турала китап сығара. Ә һатыуҙа – «Жириновский» араҡыһы. Тиҙ арала популярлыҡ яулаған «Путинка» исемлеһе... Ә күптән түгел бер компания хеҙмәткәрҙәренең «Володя и Медведи» исемле араҡы сығарасағын хәбәр итеүен нисек аңларға?!
«Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте рәйестәше Роберт Дәүләтшин билдәләүенсә, әлеге хәл беҙҙең өсөн дә ят түгел. Мәҫәлән, алкоголь продукцияһын рекламалағанда йыш ҡына Башҡортостандың тәбиғәте күренештәрен, милли орнаменттарын, халыҡ музыка ҡоралдарын осратырға мөмкин. Араҡы етештереүселәр хатта халыҡҡа яҡын рухи ҡиммәттәрҙе, исемдәрҙе файҙаланыуҙан да тартынмай.
Әле Башҡортостан ауылдары эскелеккә ҡаршы көрәшкә ҡушылды. 1 февралдән «Айыҡ ауыл» конкурсы башланды. Рәсәйҙә аналогы булмаған үҙенсәлекле бәйге сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәй. Сараны үткәрергә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙам күрһәткән. Конкурста ҡатнашырға ике ауыл теләк белдергән дә инде. Ойоштороусылар, улар тағы ла күберәк булыр, тип өмөтләнә. Сара барышында төрлө ярыштар үткәреү ҙә ҡаралған. Еңеүселәр төрлө критерий буйынса билдәләнәсәк. Еңеүсе ауылдарға Башҡортостан вуздарына квоталар, аҡсалата приздар биреләсәк. Нишләптер йәмғиәттә, эшһеҙлектән эсәләр, тигән хата фекер йәшәй. Ғәмәлдә иһә эсмәгән кеше өсөн эш табыла.
Әйткәндәй, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте активистары эскелеккә ҡаршы сәйәсәт буйынса республика программаһын әҙерләй. Улар мәктәптәргә 500 метрҙан яҡыныраҡ урындарҙа алкоголь һәм тәмәке һатыуҙы тыйған закон ҡабул итеү тәҡдиме менән сыҡмаҡсы.
Р. КҮСЕМХАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»