RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (22-28 июль)

22.07.2019 Йондоҙнамә (22-28 июль)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Артыҡ ҙур булмаһа ла, ҡайһы бер уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Бәғзеләр элек белмәгән нәмәләрҙең асылына төшө­нөр. Кемдер яңы файҙалы бәйләнештәр булдырыр. Ғөмүмән, был арала кешеләр менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төрлө ҡыйынлыҡ күбәйеп киткәндәй тойолор. Ныҡлап уйлағанда, был хәлдә үҙегеҙҙең ғәйебегеҙ ҙә бар. Мөһим эшегеҙҙе бер аҙға ситкә ҡуйһағыҙ ҙа ярай. Шаршамбынан һуң ялҡаулыҡ та һиҙелә башлар. Хәйер, үҙегеҙгә ял биреү һис тә зыян итмәҫ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала алдан төҙөлгән уй-маҡсаттарығыҙҙан ваҡытлыса баш тартырға ла тура килер. Аҙна барышында яҡшы таныш эштәр ҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырыр. Оло йәштәге кешеләрҙән тәнҡит һүҙҙәре лә ишетерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында аралашыу ҙур ҡы­йынлыҡ менән барыр. Кешегә мөмкин тиклем ҡаты бәрелергә тырышмағыҙ, юғиһә эштең ҙурға китеүе лә ихтимал. Төрлө дәғүәгә инмәһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Йондоҙҙар был көндәрҙә сәфәргә сыҡмаҫҡа ҡуша.

Буға (21.04 – 21.05)

Тырышыуығыҙға ҡарамаҫтан, әллә ни ҙур эштәр башҡара алмаҫһығыҙ һы­маҡ. Киреһенсә, күберәк әүҙемлек күр­һәткән һайын, эшегеҙҙең һөҙөмтәһе бәлә­кәйерәк булыр. Таныш эш менән генә шөғөлләнергә тырышығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Һеҙҙе мәшәҡәтле көндәр көтә. Аҙна башынан уҡ ниндәйҙер әйберҙе ашығыс эҙләргә тура килер. Уны ҙур ҡыйынлыҡ менән табырһығыҙ, ләкин кәрәге теймәҫ. Йомала килем алырһығыҙ. Тик ул көткәндән аҙ булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна һәйбәт булырға тейеш. Иң ҡатмарлы эштәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, уларҙы аҙағына тиклем еткерергә хәлегеҙҙән килер. Туған­дарығыҙ менән булған мөнәсәбәттәр бер аҙ борсоп торор. Кемдер эштәрегеҙгә даими ҡыҫылырға маташа һымаҡ.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Икеләнеү кисерерһегеҙ, моғайын. Уға ниндәйҙер һис тә уйламаған яңылыҡтар сәбәп булыр кеүек. Был аҙнаға ҡорған маҡсаттарығыҙҙың йыш боҙолоуы ла ихтимал. Бәғзеләр ҡулдан килмәҫлек эш менән булышып, көс-хәлен юҡҡа әрәм итер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ниндәйҙер эште уңышлы ғына тамам­лауға мөмкинлек булыр. Әйткәндәй, һеҙ быға әллә ни өмөт итмәгәйнегеҙ. Был хәл абруйығыҙҙы мотлаҡ күтәрер. Шәхси тормошоғоҙҙағы яңылыҡтар ҙа ҡыуандырып торор.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Төп эшегеҙҙә һеҙҙе еңел булмаған көндәр көтә. Төрлө яҡтан ҡапма-ҡаршылыҡлы хәбәрҙәр килеп торор. Дөрөҫ аҙым яһау ҡырҡа ауырлашыр. Йыш ҡына эшегеҙҙең йомғаҡтары икенсе кешеләрҙең булдыҡһыҙлығы менән бәйле булыр һымаҡ.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙналағы хәлдәр һеҙҙән үтә түҙемлек талап итер. Шаршамбыға эштәрегеҙ яйланыр. Элек ебәргән хаталарығыҙҙы ла төҙәтергә форсат сығыр, бәлки. Бер кем менән дә дәғүәгә инмәүегеҙ бик мөһим. Йомала һис тә уйламаған яҡтан ярҙам килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Осор бар йәһәттән дә уңышлы көтөлә. Төрлө яҡтан ыңғай яңылыҡтар килеп торор. Көндәрегеҙ файҙалы һәм өмөтлө үтер. Шаршамбы бигерәк тә уңышлы булыр. Кесе йомала уйламағанда ниндәйҙер бүләк алырһығыҙ.




Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»