RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҙмышҡа буйһонмағыҙ...

12.02.2011 Яҙмышҡа буйһонмағыҙ...

Мәктәптә уҡығанда баҙнатһыҙ ғына егет инем. Үтә лә шым, ҡыйыуһыҙ булғаныма күрә лә ҡыҙҙар миңә бик иғтибар итеп тә бармағандыр. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға индем. Үҙебеҙҙең совхозда механизатор булып эшләй башланым. Шул йылды ауылыбыҙға киномеханик булып бер сибәр ҡыҙ эшкә килде. Күҙем төштө бит шул һылыуға. Тик уны күреү өсөн генә киноға йөрөйөм.
Бер көндө күрәм: был кинобудкаһына кино ташып йөрөй. Бар ҡыйыулығымды йыйып, эргәһенә барҙым да: «Әйҙә, үҙем ташыйым», – тип, уға ярҙам итергә булдым. ҡыҙ, юҡ, тип торманы. «Әйҙә һуң», – тигән була. «Беҙ клуб эргәһендә генә йәшәйбеҙ. Ярҙам кәрәкһә, әйт. Афишалар яҙып бирә алам», – тим. Бер көндө был мине урамда осратты ла иғлан яҙыр­ға саҡырҙы. Шунан алып яҡындан танышып киттек, дуҫлашып йөрөй башланыҡ. Эй, үҙем шул тиклем дә бешмәгән инде. Нимә тип һөйләндерергә белмәйем һылыуҙы, күҙҙәренә ҡарарға ла оялам, уның алдында ҡыҙарам. ҡайҙа инде уның ҡулынан тотоу. Синыфташтарым бер кистә бер түгел, икешәр ҡыҙҙы оҙата хатта.
Зәлифә менән шулай бер йыл дуҫлашып йөрөнөк. Уға бөтә күңелем менән ғашиҡ булдым, ләкин хистәремде белдерә алманым. Икенсе йылына ул баш ҡалаға уҡырға китте лә, шуның менән беҙҙең бәйләнеш өҙөлдө. Ул минең тәүге һәм һуңғы мөхәббәтем булып ҡалды.
Йылдар үтә торҙо. Әлеге лә баяғы шул ҡыйыуһыҙлығым үтә лә ҡамасауланы – ҡыҙҙарға дуҫлыҡ тәҡдим итергә ояла инем. Уҡып бөтөп, агроном булып эшләй башланым. Иртән эшкә сығып китәм дә, арманһыҙ булып арып ҡайтып, йоҡларға ятам. Ғаилә ҡороу тураһында уйларға ваҡыт та юҡ. Шулай эшкә баштан-аяҡ сумып, йәшлегем уҙып киткән дә баһа. Тиңдәштәр өйләнешеп бөттө, бер генә түгел, икешәр-өсәр балаға атай булдылар. Ә мин һаман яңғыҙ. Әсәйем хәстәрендә йәшәп, ғаилә ҡороу тураһында бөтөнләй уйламағанмын. Ауылда йәшәгәс, баҡса тултырып картуфын, йәшелсәһен дә ултыртам, яҙ етһә, тауыҡ, ҡаҙ бәпкәләре алып көҙгә тиклем ҡарап үҫтерәм. Әсәйем инсульт кисергәс, һыйыр һауып та, үҙемә һөт айыртырға тура килә. Их, ошо өйҙә әсәйемдең килене йүгереп йөрөһә икән дә! Юҡ инде. Бер толҡаһыҙ тормоштан, яңғыҙлыҡтан тамам биҙҙем. Йәшем дә бара. Йәш ҡыҙҙар ҡарамаҫ, берәй балалы ҡатынға ғына өйлән­һәм, тип эстән генә уйлап та алам. Бер көндө шундай ҡарарға килдем – бер нәмәгә ҡарамай өйләнергә!
Апайҙарым да миңә кәләш эҙләргә тотондо. ҡайҙа ниндәй ҡыҙ барлығын ишетәләр, миңә димләй башлайҙар, алып барып таныштыралар. Төҫкә-башҡа төшөп ҡалғандарҙан булмаһам да, тота килеп белмәгән егеткә ниндәй ҡыҙ кейәүгә сыҡһын инде. Бер көндө батырлығым етеп, «Йәшлек»кә лә танышыу иғланы ебәрҙем. Һуңынан «Юлдаш» радиоһына ла парымды эҙләүем тураһында белдереү бирҙем. Күбеһе ҡалала эшләүсе «ҡарт» ҡыҙҙар хат яҙҙы. Осраштыҡ, таныштыҡ, телефондар менән алмаштыҡ. ҡартайышып, яңғыҙ үҙҙәренең ятаҡтарында әсә бәхетен татыу­ҙан мәхрүм булып ятһалар ҙа, ауыл егете менән тормоштарын бәйләргә ашыҡманы улар.
Яңғыҙлығым тамам үҙәккә үтте. Ә минең тормошта шул тиклем дә яңғыҙ ҡалғым килмәй. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән көндәремдә нимә эшләргә белмәй, асыуымдан кәйефемде араҡы менән күтәрә башланым, шешәләштәр ҙә тиҙ табылды. Ваҡытында тәүбәгә килдем. Ярай әле эргәмдә хәлемде аңлаған, рухи көс биреп торған апайҙарым бар. Рәхмәт уларға! Мине нисек тә яңғыҙ итмәҫкә тырышалар, кәңәш бирһәләр ҙә, күңелемә еңел булып ҡала. Хоҙай, һорағаныма бирермен, тигән бит. Ишетте мине Бөйөк көс! Тормошома яҡты нур булып Алһыу килде. Беҙҙе таныштырҙылар. Һеңлем уның инәһе менән бергә эшләй икән. Тыныс холоҡло, ипле ҡыҙ, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар ҙа бар кеүек. Буласаҡ ҡәйнәм дә мине оҡшатты. Бер айҙан беҙ гөрләтеп туй яһаныҡ. Аҡ пинжәктәр кейеп, ауылды шаулатып туй яһауыма ауылдаштар ҙа хайран ҡалды. Был ғүмерҙә лә өйләнмәҫ, тип уйлағандарҙыр. Ни тиһәң дә, миңә 43 йәш бит. Күңелем тыныс хәҙер – эштән ҡайтыуыма кәләшем тәмле аштары менән ҡаршы ала, парлашып туғандарға ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ. Өйөбөҙгә ҡот ҡунғандай, эштән осоп тигәндәй ҡайтам. Кәләшем ҡала ҡыҙы булһа ла, ауыл тормошона тиҙ өйрәнде. Күптән түгел атай булдым – улым, вариҫым тыуҙы! Ә мин был мәлде оҙаҡ, бик оҙаҡ көттөм.
Буйҙаҡтар! Һеҙгә өндәшәм: өйләнгегеҙ килә икән, үҙ яртығыҙҙы эҙләгеҙ. Тырышҡанға Хоҙай бер әмәлен бирә ул. Мин дә бит яҙмышыма буйһонорға теләмәй, кәләште оҙаҡ эҙләнем, һеҙҙең йән йәрегеҙ, парығыҙ, бәлки, эргәгеҙҙәлер...
Данир.
Әлшәй районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»