RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

12.02.2011 Елән

Борон-борон заманда бул­ған, ти, ярлы ғына бер кеше. Уның өс улы, бер ҡыҙы булған. Ул балаларын бик күп ауырлыҡ күреп тәрбиәләп үҫтергән. Балалары ла бик аҡыллы, бик һөнәрле булған. Оло улы шундай һөнәргә өйрәнгән: ул теләһә нәмәнең еҫен алыҫтан уҡ һиҙә икән. Уртансы улы мәргән атыусы, кинйә улы иҫ киткес көслө батыр, һеңлеләре донъя­ла тиңе булмаған һылыу, ти.
Егеттәр үҫеп етеүгә аталары ауырып үлгән. Көндәрҙән бер көндө улар өсәүләп һунарға сығып киткән. Әсәйҙәре урман­ға еләк йыйырға киткән, ти. Әсәләренең кәңәшен тотоп, ағалары һеңлеләрен өйҙә ҡалдырып, ишекте тышҡы яҡтан бикләгән, ти.
Егеттәрҙең һеңлеһенә дейеү бәрейе бик ҡыҙығып йөрөй икән. Ағайҙарының өйҙә юҡлығын белеп, дейеү бәрейе, өйҙөң ишеген ватып, ҡыҙҙы урлаған.
Егеттәр һунарҙан ҡайтыуға өй ишеге асыҡ, һеңлеләре юҡ икән. Улар, әсәләренән рөхсәт һорап, һеңлеләрен эҙләргә сығып киткән.
Барғандар, барғандар, ти, былар дейеүҙе эҙләп. Бик күп һыуҙар кискәндәр, бейек-бейек тауҙарҙы үткәндәр. Шулай йөрөй торғас, оло ағайҙары һеңлеләренең еҫен һиҙеп, дейеүҙең эҙенә төшкән. Шул еҫ артынан бара торғас, дейеү бәрейе йәшәгән ҡап-ҡараңғы бер урманға барып сыҡҡандар. Урман эсенә инһәләр, дейеү бәрейе бик ҡаты йоҡлап ята, ти. Егеттәр ипләп кенә һеңлеләрен алып сығып киткәндәр, ти. Көн барғандар, төн барғандар, бара торғас, ҙур бер күл буйына килеп сыҡҡандар. Ял итергә кәрәк булыр, тип уйлап, шул күл буйында бер төн ҡунып китергә булғандар.
Дейеү бәрейе йоҡоһонан уянһа, ҡыҙ юҡ икән. Тиҙ генә тора һалып, уның артынан ҡыуа киткән, ти. Күл буйына барып та еткән, ҡыҙҙы күтәреп алып та киткән. Уртансы ағаһы уянһа, һеңлеләренең булмауын күреп, туғандарын уятҡан, ти. Үҙе дейеү бәрейенә тоҫҡап атып та ебәргән. Беренсе атыуҙа уҡ уның бер ҡулы өҙөлөп төшкән. Икенсе тапҡыр атыуға икенсе ҡулы өҙөлгән. Өсөнсө тапҡыр атҡас, дейеү ҡыҙҙы ысҡындырып төшөргән, ти. Шул ваҡыт кесе туғандары йүгереп барып, ҡыҙҙы һауанан тотоп алып, үлемдән ҡотҡарған. Улар, ҡыуанышып, һеңлеләрен алып ҡайтып киткәндәр.
Улдары ҡайтҡансы әсәйҙәре, ҡыҙҙы ҡотҡарыусыға бүләккә, тип, бер елән тегеп ҡуйған, ти. Егеттәр, һеңлеләрен уға алып ҡайтып тапшырғас, һәр береһе үҙен маҡтап һөйләй башлаған, ти. Оло улы: «Мин булмаһам, һеңлебеҙҙең ҡайҙа икәнен дә белмәҫ инек», – ти. Уртансы улы: «Мин булмаһам, дейеү һеңлекәшебеҙҙе әллә ҡайҙа алып киткән булыр ине, әлдә атып үлтерҙем». Кинйә улы: «Һеңлебеҙҙе тотоп өлгөрмәһәм, ул ергә төшөп үлер ине». Быларҙы тыңлап торған әсә, еләнде кемгә бирергә лә белмәй, аптырап ҡалған, ти. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, елән кемгә эләгергә тейеш?










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»