12.02.2011 Балалар ижады
Мин «Йәйғор» сығарылышын көтөп алам. Үҙем дә хикәйә, шиғырҙар яҙам. Шуларҙың бер нисәһен һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен.
Лилиә ҡАҺАРМАНОВА,
7-се синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Байназар ауылы.
Әкиәттә
Был донъяла, моғайын да,
Әкиәттәр булмаһа,
Йәшәү ҡыҙыҡ булмаҫ ине,
Тылсымға ышанмаһаң.
Әкиәттә һәр кем матур,
Береһенән-береһе батыр.
Әкиәттә бар яуызлыҡ,
Уны еңер яҡшылыҡ.
Һәр баланың күңелендә
Әкиәткә урын бар,
Яҡшылыҡҡа, изегелеккә.
Ә яуызға урын тар!
Яҙ килә
ҡыш хушлашты, яҙ килде,
Бына ниндәй күңелле.
Бар тәбиғәт уянды,
ҡояш йылмайып көлдө.
Тамсы һикерҙе ҡыйыҡтан,
Тойоп йылыҡас көндө.
Урамда шаян, көләкәс
ҡыҙ-малайҙар күренде.
Умырзая
Умырзая ҡалҡып сыҡты
ҡар араһынан.
Ә күлдәге бигерәк ҡупшы,
Аҡтан, һарынан.
Умырзая бик аҙ ҡалған,
Зинһар, һаҡлайыҡ!
Ингән ул «ҡыҙыл китап»ҡа,
Шуны аңлайыҡ.
Был сәскәнең ғүмере ҡыҫҡа,
Юҡҡа өҙмәйек.
Тәбиғәттең бүләктәрен
Әрәм итмәйек.